Йәмғиәт
24 Февраль 2021, 16:00

"БашРТС-тың иҫәп-хисап ҡағыҙҙары менән риза түгелбеҙ"

Салауат ҡалаһының йәмәғәт палатаһы граждандарҙың хоҡуғын яҡлаясаҡ.

Ғинуар аҙағында Салауатта йылылыҡ хаҡына бәйле мәсьәләне хәл итеү өсөн эш төркөмө төҙөлгәйне.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан халҡы, шул иҫәптән салауаттар ҙа, декабрҙә йыйылыҡ өсөн юғары хаҡ ҡуйылыуға ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Эш төркөмө ағзалары декабрь өсөн квитанцияларҙы, идарасы ойошмалар һәм БашРТС тәҡдим иткән документтарҙы тикшереп сыҡты.
Салауаттың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Натаья Опятюк күп фатирлы 50 йортто осраҡлы рәүештә һайлап алып тикшереүҙәре тураһында һөйләне.
“Беҙ Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетынан, Салауат ҡалаһы хакимиәтенән халыҡтың ялыуҙарына яуап алдыҡ. Уның менән килешмәйбеҙ. 2020 йылдың ноябрендә һәм декабрендә аныҡ һауа температураһын асыҡлау өсөн Башҡортостан метеорология идаралығына һорау ебәрҙек. Был айҙарҙа Салауаттағы күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәр йылылыҡ өсөн 9,5 мең һум түләгән. Яҡын арала яуап көтәбеҙ. Уны алыу менән прокуратураға, хакимиәткә, Дәүләт торлаҡ инспекцияһына йәнә ялыу яҙабыҙ, – тине ул. – БашРТС-тың иҫәп-хисап ҡағыҙҙары менән риза түгелбеҙ. Граждандарҙың хоҡуғын яҡларға ниәтләйбеҙ. Кешеләр был хәлде ентекле тикшереүҙе үтенә”.
Эш төркөмөнөң тулы отчеты 26 февралдә Салауаттың Йәмәғәт палатаһына тәҡдим ителә. Ошо уҡ көндә палата граждандарҙы йылылыҡ хаҡы мәсьәләһе буйынса шәхси ҡабул итеү сараһы ойоштора.
Бынан тыш, Салауат ҡалаһының Йәмәғәт палатаһы йылылыҡ өсөн түләүгә йәмәғәт контролен тормошҡа ашырырға ниәтләй. Бер үк ваҡытта Дәүләт торлаҡ инспекцияһы һәм прокуратура декабрҙә йылылыҡ энергияһына ҡуйылған хаҡты тикшереү менән шөғөлләнә.
Фото: op.bashkortostan.ru
Читайте нас