Әлиә менән беҙ “бергә нужа һурпаһын эстек”: хәләлдәребеҙ бергә әрме сафтарына алынып, бергә хеҙмәт итеп ҡайтты.
“Айгиздең әрме сафына алынғанына һуңғы мәлгәсә ышанманым, унһыҙ тулы бер йыл тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Үҙемдән бигерәк ҡы–ҙыбыҙ өсөн борсолдом: уға бер генә йәш, атайыбыҙ ул ҙурайғандағы иң мөһим мәлдәрҙе күҙ уңынан ысҡындырасаҡ бит. Әлдә интернет бар: Элинабыҙҙың тәүге аҙымдарын, һәр яңы һөнәрен, яңы күлдәген фотоға төшөрөп, Айгизгә – алыҫ Дағстанға ебәрә торҙом.
Бигерәк тә ҡышҡы оҙон төндәрҙә ҡыйын ине, ә яҙғыһын һәм йәйгеһен ваҡыт елеп үтте. Ҡыҙыбыҙ бөтә ергә үҙе менән атаһының фотоһүрәтен алып йөрөнө, уны үбеп-үбеп алыр ине.
Беренсе ҡарға балалай ҡыуандым: ул осрашыу хәбәрен еткерә ине. Ярай әле ике түгел, бер йыл хеҙмәт итәләр хәҙер. Сабыр итһәң, иң оҙаҡ тип һаналған ваҡыт та үтә икән. Вокзалдағы тулҡынланыуым... Поезд тәгәрмәстәре лә, минең йөрәгем дә туҡ-туҡ килә. Таныш йөҙҙө күрҙем дә, ҡыуаныс, йүҙ йәштәре, үбеүҙәр – барыһы ла бергә буталды.
Өйҙә ҡыҙыбыҙ унан бер аҙ ятһырап торҙо ла, бер сәғәт үтеүгә, атаһының артынан ҡалмай йүгереп йөрөй ине”.
Вокзалдағы был хәлдәргә мин дә шаһит – беҙҙең тормош иптәштәребеҙ бер ерҙә, бер часта хеҙмәт итеүҙән тыш, бер поезда ҡайтты.
Әлеге мәлдә Белорет районының Инйәр ауылынан Әлиә менән Айгиз Ғүмәровтар ҡурсаҡтай өс ҡыҙ үҫтерә. “Ирмен тигән ир-егет мотлаҡ рәүештә әрмелә хеҙмәт итергә тейеш. Айгиз әрменән үҙгәреп, етдиләнеп ҡайтты”, – ти Әлиә.