Йәмғиәт
24 Февраль 2021, 11:00

Бесәй ҡайҙа юлланған?

Ошо көндәрҙә, этте лә урамға сығармаҫтай һыуыҡтарҙа, машина капоты аҫтында ике мең саҡрым ер үткән бесәйҙе тапҡандар.

Ошо көндәрҙә, этте лә урамға сығармаҫтай һыуыҡтарҙа, машина капоты аҫтында ике мең саҡрым ер үткән бесәйҙе тапҡандар. Чебоксарҙан Силәбегә юлланған хәрби колоннаға йәшенеп эйәргән кескенә йән эйәһен Өфөлә туҡтаған саҡта аңғарып ҡалғандар.
Хәрбиҙәр юл ыңғайы ирекмәндәр менән бәйләнешкә инеп, бесәйҙе үҙҙәренә һыйындырыуҙарын үтенгән. Әле сәйәхәтсе йорт хайуаны Силәбелә ваҡытлыса йәшәү урынын тапҡан.

Фото: m.pg21.ru
Читайте нас