Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль 2021, 11:00

Их, табалар... Һеҙҙе ҡайҙан табалар?

Көләләр... Әйтерһең, мин улар алдында кескәй бала, ниндәйҙер сәйер һорау бирәм. Бөтәһе лә табаларын тотоп, теләк әйтеште лә үҙҙәренең баштарына һуға башламаһынмы!

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә бер яҙмаға юлыҡтым. Йәл, күптәр eys аңламаны. “Ниндәй тоҙһоҙ хәбәр?”, “аңламаным”, “шул да булдымы эш?” тигән комментарийҙар яуҙы. Бер аҙ төҙәткеләп, яҙыуҙы һеҙгә лә тәҡдим итмәксемен.

...Ишек төбөнән үтеү менән мине түргә саҡырҙылар. Ҡунаҡтар яғына үткәс тә күҙҙәрем өҫтәлгә төбәлде. Һәр ҡунаҡтың алдында таба ултыра. Ни ғәләмәт, үҙе буш! Һәр кемдеке төрлө бит әле: кемдеке ҙур, кемдеке бәләкәй, ҡараһы, ҡыҙылы, күге... Күрәһең, кемгә ниндәйе оҡшай. Ғәжәп... Ярай, ултырайым. Миңә лә таба тәҡдим итәләр.

– Нимәгә?
– Нисек инде нимәгә? Кәрәк. Яңы йыл да инде! Әйҙә!
– Нимә “әйҙә”?..

Көләләр... Етмәһә, шундай йөҙ менән. Әйтерһең, мин улар алдында кескәй бала, ниндәйҙер сәйер һорау бирәм. Бөтәһе лә табаларын тотоп, теләк әйтеште лә үҙҙәренең баштарына һуға башламаһынмы! Мин шаҡ ҡаттым. Нимә булды был?!

– Ә һин нишләп һуҡмайһың?
– Ә-ә-ә? Ы-ы-ы... Мин... мин бит... һуҡмайым. – Ниндәйҙер сәйер тойғо. Әллә мин йүләр, әллә килгән ҡунаҡтар. Китте һорауҙар:
– Һин нимә, бөтөнләй һуҡмайһыңмы ни?
– Юҡ, бөтөнләй һуҡмайым.
– Байрамдарҙа ламы ни?
– Байрамдарҙа ла.
– Э-э-э, атыу һин тегеләр араһынанмы ни, кемдәр күп һуҡҡан да, һуңынан туҡтап ҡалғандар араһынан?
– М-м-м... Мин бер ҡасан да бының менән булышманым.
– Һин нимә, секталамы әллә?
– Юҡ. Нишләп һуғырға? Был бит һаулыҡ өсөн зарарлы, һуңынан баш ауырта. Минен һау булғым килә.
– Йә, Яңы йыл да инде, бөтәһе лә һуға, бер-ике һуғыуҙан бер нимә лә булмай. Бында иң мөһиме самаһын белергә, самаһын белһәң, хатта файҙалы.
– Нисек инде һуғыу файҙалы булһын?
– Һуғыу самалы булырға тейеш. Беҙҙә атыу халыҡ һуға белмәй, бөтә бәлә ошонда. Юғиһә һуҡҡыланып алалар ҙа, әйҙә шунан тора алмай яталар. Ә бер-ике һәйбәт, сифатлы һуғыуҙың бер зыяны юҡ.
– Күпме һуҡһаң да зыянлы. Табаның сифатының бында бер ҡыҫылышы юҡ.
– Пф-ф-ф, минең ана танышым ғүмер буйы һуҡты, 90-ға тиклем йәшәне.
– Бәлки, һуҡмаһа тағы ла оҙағыраҡ йәшәр ине?
– Һин нимә? – Ҡыҙып китте был. – Әллә мине тыяһыңмы? Мин бер кемгә лә ҡамасауламайым, теләйем икән һуғам, эштән һуң үҙемә әҙерәк ял итеп алырға рөхсәт итә алам!

Ошо ваҡытта эшләп торған телевизорҙан бер хәбәр ҡолаҡҡа салынды: “Аварияла өс кеше һәләк булған. Экспертиза һығымтаһы буйынса водитель рулгә ултырыр алдынан үҙенә таба менән һуҡҡан...” Башымдан уй йүгерҙе: “Ә бит янындағы кешеләр, бәлки, бөтөнләй һуҡмағандарҙыр, туғандары, яҡындары кеүек. Һуғыу арҡаһында шундай тетрәндергес фажиғә”.
Иғтибарым был хәбәргә йәлеп ителгәнен күргәс, мине шунда уҡ иҫкәрттеләр:
– Ул бары һуға белмәй. Һуҡҡанһың икән, рулгә ултыраһы ла түгел!
– Ә һеҙ бит бөтәгеҙ ҙә ошо “самалы һуғыу” мәҙәниәтен үҫтерәһегеҙ.

Һеҙ башҡалар кеүек ҡыланаһығыҙ, ә ул башҡалар ҙа – һеҙҙең һымаҡ. Һөҙөмтәлә бөтәһе лә һуға. Кемдер шуның арҡаһында кемделер үлтерә, ә кемдер, өйҙә бикләнеп, үҙен бөтөрә. Бында берәй айырма бармы һуң? Ошо мәҙәнилекте үҫтереүсе – һеҙ! Әгәр ҙә мөхит икенсе төрлө булһа, әгәр ҙә ҡунаҡта үҙеңде таба менән һуғыу түгел, ә икенсе төрлө ҡыланыу ғәҙәти күренеш булһа, һеҙ ҙә шуны ҡабатлар инегеҙме? Мәҫәлән, күҙ алдына килтерегеҙ, бөтәһе лә алкоголь эсә икән, ти.

– Ниндәй туҙға яҙмаған хәбәр һөйләйһең?! Ниндәй алйот үҙенә ағыу ҡойоп ултырһын, ти. Аҡылға һыймай!
– Күрәһеңме, мәҙәнилек хәл итә, нимә йүләрлек, ә нимә ғәҙәти күренеш. Бәлки, үҙаллы фекерләп ҡарарһың? Шунда ғына нимә файҙалы, нимә зарарлы икәнен айыра башларһың.
– Нимә бында уйлап сығарып һөйләп ултыраһың? Мин былай ҙа үҙаллы хәл итәм. Теләйем – һуғам, теләмәйем икән – һуҡмайым.
– Ә һин уйламайһыңмы был көслөк менән тағылған ғәҙәт тип? Халыҡ бит һуғыуһыҙ ҙа йәшәй алыр ине, тик нишләптер ошо “һуғыу мәҙәниәте” әүҙем үҫтерелә. Фильмдарҙа, сериалдарҙа геройҙар, тамашасылар алдында ыңғай образ тыуҙырып, мотлаҡ рәүештә һуғырға тейеш. Интернет селтәрендә “ғалимдар ҡыҙыл таба менән көнөнә бер-ике һуғыу һаулыҡ өсөн файҙалы икәнен иҫбатлаған” тигән яҙмалар баҫтырыла, ә һуңынан инде беҙ нисек һуғыу арҡаһында кемдер кемделер тапаған, үлтергән, туҡмаған, көсләгән, талаған тигән һәм башҡа хәбәрҙәр уҡыйбыҙ. Һеҙгә был сәйер тойолмаймы?
Шул ваҡытта ҡунаҡтар ризаһыҙлыҡ белдерҙе:
– Һин ниндәйҙер сәйер кеше.
– Кешенең кәйефен боҙоп ултырма бында.
– Һин артыҡ күп уйлайһың.

Ултырам бына уйланып. Нимәһе һуң дөрөҫ түгел?..

Аҡыллыға ишара был. Ә һеҙгә был яҙма нисек тәьҫир итте? Аңлашылдымы?..
Фото: kupimzdes.ru
Читайте нас: