Көндәр йылыныу менән Ишембай ҡалаһында Ағиҙелдең яр буйын төҙөкләндереү дауам итәсәк. Объект 2019 йылда ҡала халҡының тауыш биреүе һөҙөмтәһендә һайлап алынғайны. Төҙөкләндереү проекты ике этапта тормошҡа ашырыла.
Беренсе этапта ер эштәре башҡарылды, бетон нигеҙгә сатыр ҡоролдо, парк һәм ял зоналары тәртипкә килтерелде, беседка төҙөлдө. Сатырҙың уртаһына 11 бәләкәй архитектур һын, тирә-яҡтағы майҙансыҡҡа төҙөкләндереү элементтары - эскәмйәләр, өҫтәлдәр, сүп-сар һауыттары ҡуйылды.
Проекттың икенсе этабында яр буйындағы юлды ремонтлау, эттәр өсөн күнекмәләр, балалар өсөн уйын һәм экстремаль спорт төрҙәре майҙансыҡтарын булдырыу күҙаллана. Быйыл яҙ биләмәлә ағас ултырыу планлаштырыла.
Мәғлүм булыуынса, проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: srk.nationalpriority.ru