Йәмғиәт
23 Февраль 2021, 19:06

“Мин бит көслө һалдат кәләше”

Тышта машина көтә – тиҙерәк юлға сығырға кәрәк. Бараһы ер арыу уҡ алыҫ ҡына, ваҡыт та ҡыҫтау. Ә ул һаман сәңгелдәк өҫтөнә эйелгән. Һүҙһеҙ генә был икәүҙе күҙәтәм: гөр-гөр килеп бәләкәс аяҡ-ҡулдарын болғап ятҡан өс айлыҡ ҡыҙыбыҙҙы күтәреп күкрәгенә ҡыҫа ла атаһы, кире һала. Китмәк булып ишек яғына атлай, әммә бер-ике аҙым бара ла, кире әйләнеп, Наҙгөлдө йәнә ҡулына ала. Ахыры түҙмәнем, ҡапылғара күҙҙәремә килеп тулған күҙ йәштәремдең ҡайнарлығын һүрелтергә була, тышҡа атлыҡтым.

Һалдат сафына алынды атайыбыҙ. Ҡайҙа-ҡайҙа: Ҡаф тауы артына, атап әйткәндә, Дағстанға. Егермем тулыр-тулмаҫ көйө өс айлыҡ ҡыҙым менән тороп ҡалырбыҙ тип кем уйлаған, әле ыуыҙ ғына күңелем тулып бара, бөтә донъям Наилдең артынан шығырлап военкомат ҡапҡаһы ябылыу менән һоро көл төҫөнә мансылды кеүек.
Ә шулай ҙа үҙемә: “Бер йыл һин ҡайғырһаң да үтер, ҡайғырмаһаң да. Буштан-бушҡа күңелеңде төшөргәнсе, был ваҡиғанан, был һынауҙарҙан “кәнфит” эшлә, ниндәй ҙә булһа файҙаһын күр”, – тип ҡаты ҡушып ҡуйҙым. Ошо арҡылы “Һалдат ҡатыны яҙмалары” барлыҡҡа килде. Инстаграмға теркәлдем дә, фотолар беркетеп, улар аҫтында уй-хистәрем менән бүлешә башланым. Тора-бара яҙылыусылар күбәйҙе, улар “Һалдат ҡатыны яҙмалары”ның киләһе өлөшө сығыуын көтөп кенә торҙо.
Вагондан перронға һикереп төшкән хәрби кейемдәге сибәр һалдатты йүгереп барып ҡосаҡлағаным төш кенә һымаҡ хәҙер, әлдә был мәлде мәңгеләштергән видеояҙма һаҡланған. Уның ҡарауы трамвай көтөп торғанда Наилгә: “Беҙгә селфи эшләп һалырға кәрәк, халыҡ көтә”, – тигәнемде иҫләйем.
Ысынлап та, аҙаҡ һөйләйҙәр: “Сәғәт ун ике тулыр-тулмаҫ монитор янына ашыҡтыҡ, хәҙер поезд килә, Айгөлдөң фото һалыуын көтәбеҙ...”

Шулай ҙа был осрашыуға иң ҡыуанған минән, Наилдән башҡа тағы ла бер йән эйәһе бар ине – Наҙгөл. Атаһы әрмегә киткәндә өс айлыҡ ҡына булып ҡалған ҡыҙыбыҙ бер йыл эсендә атаһының барлығын белеп, күреп үҫте. Улар араһында Наҙгөл тыуғандан алып яралған илаһи епте өҙмәҫ өсөн бар көскә тырыштым. Ҡыҙымдың теле лә “әттә” тип асылды, стенала эленеп торған Наилдең фотоһүрәтен һыйпап, көн дә шулай тип ҡабатлар ине.
“Һалдат ҡатыны яҙмалары”н аҙаҡ мин бер китап итеп туплап, Наилдең тыуған көнөнә бүләк иттем, ә шиғриәтемдә “Һалдат ҡатыны лирикаһы” исемле тулы бер шәлкем хасил булды.
Шиғырҙар араһында “Иламайым. Мин бит көслө һалдат кәләше” тигән юллыһы ла бар ине...
Читайте нас