Йәмғиәт
23 Февраль 2021, 19:09

“Осрашҡас, улыбыҙҙы ҡосаҡлап, бәхеттән иланыҡ”

Фирүзә менән Фәнзил Псәнчиндарҙың йәш ғаиләһенә беҙҙә, Бөрйәндә, күптәр һоҡланып ҡарай. Сынъяһау итеп өй һалып сыҡты улар, алмалай балалары – улдары Арсен менән ҡыҙҙары Сафия үҫә. Уларҙың ғаилә ҡороу тарихы туранан-тура әрме хеҙмәтенә барып тоташа. Артабан һүҙ – Фирүзәнең үҙенә.

Фирүзә менән Фәнзил Псәнчиндарҙың йәш ғаиләһенә беҙҙә, Бөрйәндә, күптәр һоҡланып ҡарай. Сынъяһау итеп өй һалып сыҡты улар, алмалай балалары – улдары Арсен менән ҡыҙҙары Сафия үҫә. Уларҙың ғаилә ҡороу тарихы туранан-тура әрме хеҙмәтенә барып тоташа. Артабан һүҙ – Фирүзәнең үҙенә.


“Беҙ Фәнзил менән осрашып йөрөгәндә, ул ситтә, Воронеж ҡалаһында айҙан ашыу эшләп алды. Ҡайтты ла мине тура ата-әсәһе менән таныштырырға алып китте, ә ике көндән һуң кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Никахыбыҙ булып, ике көн үткәс, уға повестка килеп төштө.


Ҡалған ваҡиғалар күҙ асып йомғансы булды: ЗАГС-ҡа ғариза бирҙек, тиҙ арала яҙылыштыҡ, һәм күҙ йәштәренә төйөлөп, уны әрме хеҙмәтенә оҙаттым. Фәнзил киткәс, бер аҙна буйы бер кем менән дә һөйләшмәнем, күңелемдәге ҡот осҡос бушлыҡты береһе лә тултыра алмаҫтай ине. Табылды ундай йән эйәһе – йөрәгем аҫтында мөхәббәтебеҙҙең емеше булып, яңы ғүмер яралды.


Фәнзил Һамар өлкәһендә танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте, миңә ай һайын берешәр хат ебәреп торҙо. Уға оҙон-оҙон шиғырҙар ҙа ҡушып ебәрер ине. Көн һайын тиерлек шылтыратышып торһаҡ та, табаҡ-табаҡ бит тултырып хаттар яҙырға әллә ҡайҙан һүҙҙәр табыла ине.


Бәпесебеҙ тыуыр көндө түҙемһеҙләнеп көттөк: был ваҡиғаға ҡарата Фәнзилде ялға ебәрерҙәр тип өмөт иттек, әммә уға ул ваҡытта лейтенант званиеһы бирелде, танк командирына үрләтелде – яуаплылыҡ көслө булғас, ҡайтып йөрөй алманы.


Улыбыҙ тыуғас, минең тормошом да, күңел торошом да ҡырҡа үҙгәрҙе, ауырлыҡтар һиҙелмәй ҙә башланы, һөйөклөмдөң әрме хеҙмәте лә бөтөүгә табан бара ине. Фәнзилдең әрмеләге фотоһын ҙур итеп сығарып, стенаға элеп ҡуйҙым да, көн һайын улыбыҙға ошо фотоһүрәтте күрһәтеп, атаһы тураһында һөйләргә керешеп киттем.


Ул ҡайтҡан көндө һалдатымды урамдың бер яғынан көтәм, ә ул икенсе яғында пәйҙә булды. Эләгә-эләгә ҡаршыһына йүгерәм, ул да йүгереп килеп, мине күтәреп өйрөлтөргә кереште.


Беҙҙең фотоларҙан дембель альбомы эшләгән, миңә халат, миңә, әсәһенә, ҡәйнәһенә (минең әсәйемә) сәскәләр, ә улыбыҙға уйынсыҡ ат алған. Биш айлыҡ Арсен башта атаһын эткән булды, күп тә үтмәй, уның һалдат формаһын тикшерә башланы. Фәнзил менән улыбыҙҙы ҡосаҡлап бәхеттән иланыҡ”.
Читайте нас