Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Иван Грен” хәрби карабы командиры, икенсе ранг капитаны Андрей Жарков һәм командирҙың хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, өсөнсө ранг капитаны Денис Рәсүлев менән осрашты.
Кола флотилияһының был ҙур десант карабы делегацияһы Башҡортостанға Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашыу өсөн килде. Бөгөн Төньяҡ флот моряктары Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлығына арналған һәм эргәһендә Мәңгелек ут янған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Кис делегация легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның командиры - Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған спектакль ҡараны. Уны М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйҙылар.
"Башҡортостан һәм уның Башлығы менән беҙҙең арала тығыҙ хеҙмәттәшлек мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килде. “Иван Грен” карабында төбәктән 28 кеше хеҙмәт итә. Былтыр Башҡортостандан делегация улар хәрби ант ҡабул иткәндә булды. Бөгөн республика моряктары, ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлылыҡ күрһәтеп, лайыҡлы хеҙмәт итә", – тине Андрей Жарков.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: бер йыл элек 23 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм икенсе ранг капитаны Андрей Жарков Башҡортостан Хөкүмәте менән Төньяҡ флоттың “Иван Грен” ҙур десант карабы экипажы араһындағы шефлыҡ бәйләнештәре тураһындағы килешеү төҙөгәйне.