Йәмғиәт
23 Февраль 2021, 19:14

Уңған ҡулда бәрәкәт бар

“Һәр көнөгөҙ файҙалы үтһен”, – ти эшһөйәр уҙаман.

Арабыҙҙа олпат йәшенә ҡарамаҫтан, гөрләтеп донъя көткән, әүҙем тормош алып барған кешеләр бихисап. Тормошҡа ыңғай ҡарашы, замандан ҡалышмай йәшәргә ынтылыуы, сәләмәт тормошто үҙ итеүе менән улар йәш быуын өсөн өлгө булып тора. Учалы ҡалаһында йәшәгән Ғәлимулла Ғилмийәров – тап шундайҙарҙың береһе.


Ул 1947 йылда Аҡҡужа ауылында донъяға килгән. Ай ярым ғына сағында, әсәһе ҡаты ауырыуҙан гүр эйәһе булған. Уның яҙмышы ете йәшлек апаһы менән өләсәһе Шәмсикамал ҡулына тапшырылған. Күп тә үтмәй атаһы Ахун ауылынан бер улы булған Хәтимә исемле ҡатынға өйләнгән.

Ғаиләгә йәм өҫтәп, бер-бер артлы уртаҡ биш балалары донъяға килә Ғил­мийә­ровтарҙың. Изге кү­ңелле Хәтимә иренең ике балаһын да үҙенеке кеүек күреп, ситләтмәй үҫтерә.


– Атайым һуғышта ҡатнаша, яу ваҡытында дошман тотҡонона эләгә, шул сәбәпле, фронттан ҡайтҡас ике йылға Кузбассҡа эшкә ебәрелә. Бик йүнсел, егәрле ине, оҫта ҡуллы булды, ағас эшен яҡшы белде, шуға күрә ас-яланғас үҫ­мә­нек. Баһадир кәүҙәле атайым кө­рәш майҙанында бил бирмәне, бер нисә тапҡыр район һабан­туйҙа­рын­да еңеү яуланы. Әсәйем хужа­бикә булды, колхозда төрлө эш­тәрҙә лә йөрөнө, – тип хәтирәләргә бирелә әңгәмәсем.


Ғилмийәровтар балаларын да эшкә өйрәтеп, үҙҙәре кеүек егәрле итеп тәрбиә­ләргә тырыша. Ғәли­мул­ла йорт эштәрендә ата-әсә­һенең уң ҡулы була, Вил ағаһына эйәреп, бәләкәй генә сағынан ауыл малдарын да көтә.


Улдарын спортҡа ылыҡтырыу өсөн дә күп тырышлыҡ һала ғаилә баш­лығы. Бигерәк тә Ғәлимул­ла­ның сос, теремек булыуы, көрәш алым­дарын йотлоғоп өйрәнергә ты­рышыуы ҡыуандыра атай кешене.


Ғаилә тәүҙә Учалы ауылында йәшәй, һуңынан Ахун ауылына күсенәләр. Ғәлимулла һигеҙенсе класты тамамлағас, Сибайға юллана, һө­нәри-техник училищела ташсыға уҡый. Тап шунда осрата ул ғүмер­лек мөхәббәтен – Дәүләкән һылыуы Миңленур ҙа Сибайға штукатур-ма­ляр һөнәрен үҙләштерергә кил­гән була. Ике йәш йөрәк ара­һында мөхәббәт уты ҡабына. Уҡып бөткәс, егет Учалының 2-се төҙө­лөш ида­ралығында ташсы булып хеҙмәт юлын башлай, киске курста шоферлыҡҡа уҡый.


Әрмелә лә, тормошта ла һынатмай


Көнбайыш Украинаның Дрогобыч ҡалаһындағы һауа һөжүменә ҡаршы оборона часында водитель булып ике йыл ярым хеҙмәт итә Ғәлимулла. Физик яҡтан көслө, ба­һадир кәүҙәле башҡорт егетенә хәр­би заданиелар бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай: сәпкә атыу, йү­гереү, строевой әҙерлек буйынса ул иң алдынғылар иҫәбендә һана­ла, “Совет Армияһы отличнигы” исеменә лайыҡ була. Әйткәндәй, ташсы һөнәренең дә кәрәге тейә – һалдаттар часта гараж төҙөй, Ғәлимулланы төҙөлөш бригадаһы етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Миң­ленур был ваҡытта Өфөлә эшләй, уның һөйөү хисе менән һуғарылған хаттары һалдатты һәр саҡ дәртләндереп тора.


Ил алдындағы бурысын лайыҡ­лы үтәп ҡайтҡас, егет Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына эшкә урынлаша. Техниканы биш барма­ғындай яҡшы белгән водителгә ҡеүәтле “БелАЗ” машинаһын ышанып тапшыралар, Миңленур бухгалтер курстарын тамамлап, ха­лыҡ­ҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинатына эшкә урынлаша.


1969 йылда хистәренең ныҡлы, һыналған булыуын аңлаған йәштәр артабанғы тормоштарын бергә үтергә ҡарар итә. Ғаиләгә йәм өҫтәп, улдары Айҙар һәм ҡыҙҙары Илиза донъяға ауаз һала.


Ошо йылдарҙа Ғәлимулла ныҡ­лап көрәш менән мауыға башлай. Башта район, ауыл һабан­туйҙа­рын­да, төҙөүселәр, металлургтар, йәштәр көндәрендә уҙғарылған турнирҙарҙа призлы урындарҙы яулаһа, 1971-1972 йылдарҙа ойошторолған ярыштарҙа берәүгә лә бил бирмәй. Күп тә үтмәй, үҙен тырыш хеҙмәткәр, алдынғы спортсы итеп танытҡан, йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнаған йәш белгескә комбинат етәкселеге фатир бүлә.


Етмешенсе йылдарҙа Себер тарафтарында ҙур төҙөлөштәр ҡолас ала... Ғилмийәровтар ҙа 1973 йылда Магаданға юллана. Ике йыл ун­да эшләгәс, Яҡутстанға, БАМ төҙө­лөшөнә күсәләр. Ғаилә башлығы – во­дитель, ҡатыны төрлө пред­прия­тиеларҙа бухгалтер булып эшләй.


Ғәлимулланың көрәш менән шөғөлләнеүе Себерҙә саҡта тиҫтә йылға туҡталып торһа ла, ул спортты ташламай, гер, штанга күтәреү менән шөғөлләнә.


Себер тарафтарында йәшәгән ваҡыттары Ғилмийәровтарҙың йәшлектәренең иң сағыу, күңелле ваҡиғаларға бай осоро булып күңелдәренә уйылған. Әммә әҙәм балаһы ҡайҙа йәшәһә лә, тыуған яғы уны һәр ваҡыт үҙенә тарта. Бер аҙ аҡса туплағас, 1980 йылда Ғилмийәровтар Учалыға ҡайтып, элекке хеҙмәт урындарында эштә­рен дауам итә. Ҡала ситенән участка алып, Ғәлимулла Кәлимулла улы кирбестән үҙ ҡулдары менән үҙенсәлекле архитектуралы ҙур һәм күркәм йорт һала.


Майҙандарҙа бил бирмәй


35 йәшендә йәштәр менән бер рәттән яңынан келәмгә баҫа уҙа­ман. Башҡортостан беренсе­ле­ген­дә көрәшеп, икенсе урынды яулай, Учалыла металлургтар көнөнә арналған сарала беренсе баҫҡысҡа күтәрелә. Ошо йылдарҙа үткә­рел­гән байтаҡ турнирҙарҙың еңеүсеһе булып таныла Ғәлимулла Ғилми­йәров. Ул һәр саҡ туҡһан кило­гра­м­­­дан ашыу ауырлыҡ катего­рия­һында көрәшә.


Күрше райондар һабантуй­ҙарында ла бил бирмәй. 1990 йылда КПСС-тың Өлкә комитеты призына үткәрелгән спартакиадала беренсе урынды ала. Салауат йыйынында бер нисә йыл рәттән еңеү яулай. 1990 йылда Үзбәкстандың Наманган районында Ҡоратай Пәләүән Йосопов иҫтәлегенә уҙғарылған турнирҙа ла тәүге урынды берәүгә лә бирмәй. Әммә, иң ҙур ҡаҙанышы тип көрәшсе С. Юлаев кубогына үткәрелгән тәүге Бөтә Рәсәй турниры еңеүсеһе булыуын иҫәпләй. Әйткәндәй, яулаған кубогын ул Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейына бүләк иткән.


49 йәшенә тиклем келәмдән төш­мәй Учалы батыры. Олоғая төшкәс, ул оҙаҡ йылдар ярыштарҙа судья ролен башҡара, көрәш буйынса бер турнирҙы ла ҡалдырмай.


– Ғүмеремде спортһыҙ, көрәш­һеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым, әгәр тормошомдо кире бо­рорға мөмкин булһа, мин көрәш ме­нән тағы ла әүҙемерәк шөғөл­ләнер инем. Йәштәрҙе спорт менән дуҫ булырға саҡырам. Үҙ тәжри­бәмдән сығып, шуны әйтә алам: кеше көслөрәккә әйләнгән һайын холҡо ла ыңғай яҡҡа үҙгәрә – тирә-йүндәгеләргә миһырбанлыраҡ, сабырыраҡ була, киләсәккә ыша­ныс­лы ҡарай, тормошта ныҡлы баҫып тора, – ти спорт мастеры исе­мен йөрөтөүсе тәжрибәле көрәшсе.


Шөғөлө бар кеше – бәхетле


“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән әйтем тап мәҡәлә геройына төбәп әйтелгән кеүек. Ниндәй эшкә тотонһа ла, Ғәли­мулла Кәлимулла улының хәленән килә. Өҫтәүенә матур итеп халыҡ йырҙарын да башҡара, тарихты яҡшы белә, сәйәхәт итергә, тәбиғәт серҙәрен өйрәнергә лә ярата.


Ул комбинатта водитель булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әммә бала сағынан хеҙмәткә өйрәнгән уҙаман, әлбиттә, олоғайғас та ҡул ҡаушарып тик ултырмай. Ғил­ми­йә­ровтар хаҡлы ялға сыҡҡас, һыйыр малы, күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, мул итеп баҡса үҫтерә. Һуң­ғараҡ, ҡымыҙы файҙалы икәнлеген ишетеп, кәзә үрсетә башлайҙар. Тәүҙә урындағы кәзә­ләрҙе аҫрап ҡарайҙар, әммә ҡымыҙ сифатын оҡшатмайҙар. Һуңынан “Заанен” тоҡомо тура­һында ишетеп белә­ләр. Заанен тоҡомло кәзә­ләр­ҙең ите лә, һөтө лә диетик һанала. Ма­мығы бул­мағас, тирләмәйҙәр, шуға ла һөткә насар тәм кермәй, ҡымыҙы ла телде йоторлоҡ була. Ғәли­мул­ла Кәлимулла улы уларҙы Тверь өлкәһенән юллап ала.


Тора-бара Ғилмийәровтар мал һанын арттыра, 2004 йылда сертификат алып, үҙ эштәрен асып ебәрә. Ҡала предприятиеларын, магазиндарҙы, райондың ғына түгел, республика шифаханаларын да файҙалы эсемлек менән тәьмин итә эшҡыуарҙар.


Бөгөн хужалыҡта 24 баш һауын кәзәһе иҫәпләнә, заманында малҡайҙарҙың 80 башҡа тиклем еткән ваҡыты ла була. Ғилми­йәровтар ҡымыҙ әҙерләү техноло­гияһын инде нисә йыл үҙгәрт­мәй. Шифалы эсемлек әҙер булыу менән, Силәбенән махсус заказ менән эшләтелгән һауыттарға тултыралар. Бешеү өсөн ҙур-ҙур ­көбөләр, йылы шарттар, айырым бүлмә – барыһы ла булдырылған. Кәзә ҡымыҙы әҙерләү серҙәрен улар башҡалар менән дә ихлас уртаҡлаша.


Ғилмийәровтарҙың балалары ла ситтән бәхет эҙләмәй, Учалыла төпләнгән. Улдары Айҙар ғаиләһе менән ата-әсәһенә яҡын ғына йәшәй, төҙөлөш предприятиеһында баш инженер булып хеҙмәт итә, ҡатыны менән ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Әйткәндәй, улының йортон төҙөүҙә лә Ғәлимулла Кәлимулла улының өлөшө ҙур. Ҡыҙҙары Илиза әсәһе һөнәрен һайлаған – йәмәғәт туҡла­ныуы өлкәһендә баш бухгалтер булып эшләй.


Ейәнсәрҙәре лә уҡып, белем алып, ҙур тормошҡа аяҡ баҫҡан­дар, бөгөн өләсәй менән олатай ике бүләләһен, бер бүләсәрен һө­йөп ҡыуана. Барыһы ла бергә йы­йылһа, Ғилмийәровтарҙың ҙур һәм күркәм йорто шат ауаздарға күмелә.


Яҡындарының уңыштарына һөйөнөп, уларҙың ихтирамын тойоп, күңелдәренә яҡын эш менән шөғөлләнеп, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып, һаулыҡта һәм бәрә­кәттә ғүмер кисерә Миңленур һәм Ғәлимулла Ғилмийәровтар. Кеше өсөн ошонан да ҙур бәхет бармы икән был донъяла?!



Читайте нас