Йәмғиәт
24 Февраль 2021, 18:30

Улар Баймаҡҡа барып етә алмаған...

Милли йәштәр театры гастролдәре өҙөлгән...

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары Урал аръяғына барып етә алмаған.
24-26 февралдә Сибайҙа һәм Баймаҡта уларҙың гастролдәре үтергә тейеш булған.
Кисә Урал аръяғына юлланған автобусҡа тәбиғәт көйһөҙлөктәре сәбәпле трассала уҡ кире боролорға һәм Магнитогорск ҡалаһына барырға тура килгән. Әле барлығы 25 кеше – артистар һәм ҡуйыусылар – ошо ҡалалағы ҡунаҡханаға урынлаштырылған. Зыян күргәндәр юҡ.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас