Йәмғиәт
25 Февраль 2021, 06:30

Баҙҙа ҡатын кәүҙәһе табылған

Бәхетһеҙлек тураһында байрам көндө билдәле була.

Әлшәй районының Шафран ауылында ҡот осҡос хәл теркәлгән. Үҙенең шәхси йортондағы баҙында 68 йәшлек ҡатын туңып үлгән. Уның боҙланып бөткән кәүҙәһен 23 февраль көндө осраҡлы ғына табып алалар.
Әлеге ҡаты һыуыҡтарҙа өйҙө йылытыу системаһы сафтан сыҡҡандыр ҙа, бисара ҡатын үҙ көсө менән торбаларҙы йылытырға маташҡандыр, тип күҙаллайҙар. Шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлаусылар хәлдең криминаль характерҙа булыуын да инҡар итмәй.
Был осраҡ ентекле тикшереләсәк, тип хәбәр итә "Кп-Өфө" яңылыҡтар порталы.
Һуңғы көндәрҙә республикала аномаль ҡаты һыуыҡтар, дауылдар күҙәтелә. Шул сәбәпле шәхси йортта йәшәүселәр торбаларҙа һыуҙың туңыуына, көслө ел газ ҡаҙанлыҡтарын һүндереүе хаҡында ла хәбәр итә. Иғтибарлы булығыҙ!
Фото интернеттан.
Читайте нас