Йәмғиәт
24 Февраль 2021, 19:30

Баш ҡалала - атыш

Сауҙа-күңел асыу комплексындағы клубта ял иткән ике егетте һаҡсы ҡыуғас...

Өфө полицияһына сауҙа комплексындағы атыш тураһында хәбәр килгән.
Бер ир баш ҡалалағы сауҙа комплексы ишегенә травматик пистолеттан атҡан. Урынға полиция хеҙмәткәрҙәре килгән. Улар күҙалланған хулигандарҙы тотҡан. Был ике ир 22 йәшлек Өфө кешеләре булып сыҡҡан.
Алдан күҙалланыуынса, ике ир сауҙа-күңел асыу комплексындағы клубта ял иткән. Үҙҙәрен насар тотҡан был икәүҙе һаҡсы бинанан ҡыуған. Ошонан һуң уларҙың берәүһе пистолет алған да ишек яғына ятҡан. Артабан ирҙәр ҡасырға маташҡан һәм ҡулға алынған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был хәл буйынса тикшереү үткәрелә.
Фото: FreePik.ru
Читайте нас