Ошо көндәрҙә ҡоторған буран ваҡытында, хәбәр итеүебеҙсә, Сибай – Күсей – Хәлил, Магнитогорск – Ира, Сәрмән – Амангилде – Баймаҡ юлдары транспорт өсөн ябылды. Бөтөн хеҙмәттәрҙең дә ваҡытында сара күреүе арҡаһында буран ваҡытында ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәне. Мәктәптәрҙә уҡытыу дистанцияла үтте, тип хәбәр итәләр Баймаҡ районы хакимиәтенән.
Баймаҡ юл төҙөлөшө һәм ремонтлау идаралығы - 9, “Баймаҡ коммуналь хужалығы” биш берәмек техниканы юл таҙартырға сығарған. Буран һалған көрт аҫтынан хужаларына 32 берәмек автомобилде тотҡондан сығарырға ярҙам иткәндәр.
Сибай – Әлмөхәмәт юлында дүрт автомобиль ҡамауҙа ҡалған. Уларҙа йәмғеһе 14 кеше булған. Баймаҡ юл төҙөлөшө һәм ремонтлау идаралығы шунда уҡ ике берәмек техниканы буран тотҡондарын азат итеүгә ебәргән.
Көслө ел сәбәпле электр сымдары өҙөлгән осраҡтар ҙа теркәлгән. Был өҙөклөктәрҙе дүрт бригада тиҙ арала төҙәткән.
Әлеге мәлдә буран һалған көрттәр таҙартылған. Күсей яғына илткән юлда автомобилдәр йөрөй. Бөтөн ауылдарҙа ла буранан һуң юлдар таҙартыла.
Шулай ҙа Баймаҡ районы хакимиәте, ошо арала юлға сыҡҡанда үҙегеҙ менән бензин, термоста эҫе сәй, йылы кейем алырға онотмағыҙ, тип иҫкәртә.
Фотолар Баймаҡ раоны хакимиәтенән алынды.