Йәмғиәт
25 Февраль 2021, 17:30

Салауат кәзәләренә лә шундай һарай төҙөгән

"Кәрәкле материалдарҙы сүплектәрҙән дә йыйып алам. Ҡайһы берәүҙәр шешәләрҙе үҙҙәре килтереп бирә".

Салауат Ғилмановтың мөғжизәле йортонда билдәле артистар фотосессиялар үткәрә, клиптар төшөрә. Өфөлә ул киң билдәле, экскурсияға килеүселәр ҙә бар.
Шешәләрҙән һәм иҫке телевизор кинескоптарынан һалынған йорт ғәжәп үҙенсәлекле. Унда танылған йырсы Фәрүәз Урманшин клип төшөргән, “Узорица” проекты артистары фотосессия эшләгән. Ә бер фотостудия хатта егеттең үҙ ҡулдары менән таштарҙан йыйған диванын һатып алырға теләк белдергән. Тик Салауат уны ҙур һөйөү менән яҡындары өсөн эшләгәнен белдереп, тәҡдимде кире ҡаҡҡан. Оҫтаның өйөндә иҫ китмәле фантазия менән яһалған әйберҙәр күп.
Ул бәләкәйҙән кинескоптарҙан йорт төҙөү уйы менән йәшәгән. Нижегородка биҫтәһендә ата-әсәһе мунса күтәргәс, үҫмер уның тәҙрәһенә быяла урынына кинескоп ҡуя. Был шөғөл бик оҡшап ҡала, ағаһының мунсаһы ла иҫке кинескоптан эшләнгән тәҙрәле була.
Оҫтаға түңәрәк йорт төҙөү идеяһы тынғылыҡ бирмәй, күп тә үтмәй, ул хыялын тормошҡа ашыра – ярым түңәрәк веранданы кинескоптар ярҙамында быялалап ала. Салауат кәрәкле материалдарҙы сүплектәрҙән йыйып алырға ла һис ҡыйынһынмай. Ҡайһы берәүҙәр шешәләрҙе үҙҙәре килтереп бирә. Веранда төҙөгәндә егет бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәй, был эштең үҙенсәлектәре етерлек, ти ул. Кәзәләре өсөн һарайҙы ла шешәләрҙән һалған, файҙалы һөт менән хужаларын ҡыуандырыусы малҡайҙар был хөрмәткә лайыҡ, әлбиттә.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас