“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы, “Әсә һәм бала” клиник госпитале, “ПроМедицина” медицина холдингы, Аллергология һәм педиатрия клиникаһы, В.С. Бузаев исемендәге Халыҡ-ара медицина үҙәге менән берлектә төрлө профилле белгестәрҙе Саҡмағош районына алып барҙы. Табиптар балаларҙы һәм өлкәндәрҙе көн дауамында ҡабул итте.
- Ошондай ҡатмарлы ваҡытта район халҡына белгестәргә күренеү мөмкинлеге биреү ҙур мәртәбә. Пандемия арҡаһында район белгестәре ауылдарға сығып, халыҡты ҡабул итеүҙе туҡтатып торҙо. Бөгөн табиптарҙан тыш районда Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы белгестәре лә эшләй, борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлап, һорауҙарҙы биреү мөмкинлеге бар. Район халҡына ошондай форсат тыуҙырғанығыҙ өсөн оло рәхмәтемде еткерәм, - тине район хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев.
Район мәҙәниәт һарайында алдан яҙылыу шарты менән балаларҙы невролог, кардиолог, эндокринолог, травмотолог-ортопед, үҫмерҙәр психиатры, хирург, гастроэнтеролог һәм акушер-гинеколог ҡабул итте. Өлкәндәрҙе иһә өҫтәлмә рәүештә пульманолог, маммолог ҡараны. Йәмғеһе был көндө табиптарға 117 бала һәм 100 өлкән кеше күренде.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” үткәргән 15-се, бәләкәй юбилей сараһы үтте Саҡмағошта. Төньяҡ-көнсығыш райондарҙағы “Ғаилә” үҙәге белгестәре балаларҙы тәрбиәләү, ғаилә мөнәсәбәттәре буйынса консультациялар үткәрҙе. Психологтарға йәмғеһе 85 кеше күренде.
Район мәҙәниәт һарайында төрлө темаларға лекторийҙар ойошторолдо. Ҡатын-ҡыҙҙың һаулығы һәм уны ғүмер дауамында һаҡлау серҙәре тураһында Республика клиник перинаталь үҙәге акушер-гинекологы Динар Ғабдрахимов һәйләне. Йәш ата-әсәләр һәм буласаҡ әсәләр өсөн сабыйҙарҙың тәүге йылына арналған лекция бик файҙалы булды.
Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.