Бөгөн ата-әсәләрҙән бер төркөм Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһына барып, аш-һыу сифатын тикшерҙе, белем усағының етәкселегенә кәңәш-үтенестәрен еткерҙе.
"Балалар беҙҙең ашханала нимә менән туҡлана, шуларҙың барыһын да өҫтәлгә ҡуйҙыҡ, – тине мәғариф учреждениеһы директоры Зөлфиә Ғәлийәнова. – Әле һәр кластан берәр ата-әсәне саҡырырға тырыштыҡ. Хәйер, әгәр ҡыҙыҡһынһағыҙ, теләгән көндә килеп меню менән таныша алаһығыҙ. Аш-һыу тәмле лә, туҡлыҡлы ла".
Гимназияның 1-се ”В” класы уҡытыусыһы Айгөл Кәлиева һөйләүенсә, башланғыс класс уҡыусыларының барыһына ла көнөнә бер тапҡыр бушлай ҡайнар аш бирелә, бәләкәстәр бутҡа, аш, бүтән ризыҡ төрҙәре менән яратып туҡлана.
Ысынлап та, борсаҡ ашы ашап туйғыһыҙ ине, макарон менән кәтлит тә телде йоторлоҡ тәмле бешерелгән. Ҡыҫҡаһы, витаминдарға бай аш-һыу әҙерләүҙе ойошторғаны өсөн гимназия етәкселегенә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.