Йәмғиәт
26 Февраль 2021, 13:05

Исеменә күрә булһын есеме

Республика конкурсында ҡатнашҡан ауылдар һаны йылдан-йыл арта.

Быйыл айыҡлыҡ хәрәкәтен пропагандалаған мәртәбәле бәйгенең республика этабына Күгәрсен районының Исем ауылы ла сыҡты.

Был төбәк – күп милләтле. Урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш, мордва, немец, украин милләте вәкилдәре бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын ихтирам итеп, үҙ-ара татыулыҡта йәшәй.


Халыҡ айыҡлыҡ яҡлы


Ауыл хакимиәте башлығы Юлиә Хренова әйтеүенсә, “Айыҡ ауыл-2020” бәйгеһендә ҡатнашырға булып, ауыл халҡын йыйғас, барыһы ла бер тауыштан ризалыҡ белдер­гән. Әле “Айыҡ ауыл” сиктәрендә унда һәр төрлө мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелеп тора. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән хеҙмәт­кәрҙәр ҙә был бәйгегә үҙ өлөштәрен индермәй ҡалмай, мәктәп, хужа­лыҡ­тар менән берлектә халыҡ ара­һында аңлатыу эштәре алып бара, йөкмәткеле әңгәмәләр ойоштора.
Мәҫәлән, сираттағы сара “Тәүә­кән” йәмғиәтенең Исем бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре менән үтте. Фельдшер Рәзилә Байғазаҡова эскелек, наркомания, тәмәке тартыу кеүек социаль сирҙәрҙең эҙемтәләре, һаулыҡ өсөн кире йоғонтоһо, сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында һөйләне, айыҡлыҡ хәрәкәтенә дәррәү ҡушылырға өндәне.
– Һуңғы йылдарҙа халыҡ, ысынлап та, үҙ һаулығына иғтибарлы. Бөтөнләй эскән кешеләр юҡ тип әйтеп булмаһа ла, спиртлы эсем­лек­тәр менән мауыҡҡандар әллә ни күп түгел, бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ундайҙар менән даими эшләйбеҙ, айыҡлыҡ хәрәкәтенә ҡушылырға өндәйбеҙ, – ти Рәзилә Дәүләтбай ҡыҙы.


Йолаларҙа – милләт асылы


Бынан тыш, халыҡ йолаларын, кәсептәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү йүнәлеше буйынса ла әүҙем эш алып барыла.

Әле бына яңыраҡ ҡына ауыл­дың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кис ултырыуға йыйылып, ағинәйҙәр ҡо­рон булдырыу тураһында фекер алышты. Исемдә ете милләт вәки­ле йәшәһә лә, ерле халыҡ баш­ҡорт­тар иҫәпләнә. Ата-бабалары­быҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәт­тәре, кәсептәрен тергеҙеү сиктәрен­дә йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Кис ултырыу – элек-электән килгән йола. Унда ҡатын-ҡыҙҙар йыйылышып, ауыл хәбәрҙәрен һөйләшеп, төрлө ҡул эштәре нескәлектәрен өйрәнгәндәр, милли ризыҡтарҙан табын әҙерләп, уйын-көлкө менән күңел асҡандар. Йәш-елкенсәк йыйылғанда иһә улар үҙҙәренә бирнәлек, бүләклек әҙерләгән: ҡулъяулыҡ, таҫтамал сиккән, селтәр бәйләгән, сәйлән теҙгән, шәл бәйләгән.
Исем ауылы инәйҙәре кис ултырыуҙы әруахтар рухына, ил-йорт именлегенә аят бағышлауҙан башланы. Бөтәһе лә оҙон ҡышҡы кистәрҙә эшләгән ҡул эштәрен, сәйгә тәм-том тотоп килгән. “Айыҡ ауыл-2020” республика бәйгеһенең йомғаҡлау өлөшө яҡынайғанда ауылда башҡарылған һәм башҡа­рыласаҡ эштәрҙе барлап, алда тағы ла ниндәй бурыс-маҡсаттар тороуын күҙалланы, халыҡ араһын­да аңлатыу эштәрен даими алып барыу, милли асылыбыҙға ҡайтыу, йәмәғәтселек араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, үҙ ми­ҫалдарында, үҙ өлгөләрендә йәш быуынды тәрбиәләүҙең ни тиклем дә мөһим һәм әһәмиәтле булыуын, артабан да ошо юҫыҡта һөҙөмтәле генә эшләргә кәрәклеген билдәләне.


Шәл оҫталары ла бар бында


Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән ҡул эштәренә маһир. Исем ауылы ла алтын ҡуллы, егәрле хужабикәләре менән ғорурлана.

Шәл оҫтаһы Фәрҙиә Хәмит ҡыҙы Ихсанованы ғына алайыҡ. 1992 йылдан балалар баҡсаһында аш­наҡсы булып эшләгән апай ғаилә, йорт мәшәҡәттәре араһында күҙҙең яуын алырҙай матур мамыҡ шәл­дәр, ойоҡ-бейәләйҙәр, ултыр­ғыс япмалары бәйләй.
– Нуҡай ҡыҙы мин. Атайым Хәмит Әхмәтгәрәй улы менән әсә­йем Гөлфара Ғибәт ҡыҙының ғаи­лә­һендә бишенсе төпсөк бала булып донъяға килгәнмен. Бала саҡ­тан атай-әсәй наҙын күреп, уларҙың әйткән-өйрәткәнен һеңде­реп, көслө рухлы булып үҫтек. Ҡул эштәренә лә, аш-һыу серҙәренә лә өйрәт­те­ләр бәләкәйҙән.
Тормош иптәшем менән өс ир ба­лаға ғүмер һәм тәрбиә бирҙек. Оло улыбыҙ Рөстәм район дауаха­наһында теш технигы булып эшләй, киленебеҙ менән өс бала үҫтерәләр. Рифатыбыҙ – район хакимиәтендә экономист, төпсөк улыбыҙ Рәфис Стәрлетамаҡ ҡа­лаһында киленебеҙ Гөлнур ме­нән бергә ашығыс ярҙам фельдшеры булып эшләй.
28 йылдан ашыу ашнаҡсы булып эшләйем, буш ваҡыттарымда ҡул эштәре менән булышам, – ти Фәрҙиә апай.

Өйҙә лә, эштә лә усаҡ эргәһендә бөтөрөлөү, әлбиттә, еңел түгел. Шулай ҙа яратҡан эш – ярты бәхет, тиҙәр бит. Уның бешергән тәмле аштарын, ҡоймаҡ-бәлештәрен, тәм-томдарын балалар яратып ашай. Ә ҡул эштәре менән ул бала саҡтан шөғөлләнә. Әсәнән күргән – тун бес­кән тигәндәй, бәйләм серҙәренә ул әсәһе ярҙамында төшөнә. Йөрәк йылыһын һалып, күңел биреп башҡарған эштәрен күрше төбәк­тәр­ҙән дә һорап килеүселәр байтаҡ. Ауылдаштары, туған-тыумасаларын да мамыҡтай күпереп торған шәлъяулыҡтар менән ҡыуандырып тора. Ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ, бигерәк тә ауыл ерендә. Шулай ҙа ул барыһына ла өлгөрә. Баҡсаһын да үҫтерә, ҡош-ҡорт та аҫрай. Йәйгеһен уларҙың ишек алды күҙҙең яуын алырлыҡ гөлбаҡсаға әүерелә. Ауылда нин­дәй генә саралар үткәрелмәһен – Фәрҙиә апай һәр ваҡыт майҙан уртаһында.
Алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рүзәлиә апай Ғәлимо­ва­ның эштәре лә маҡтауға лайыҡ. Ул – Буҫтыбай ауылынан. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Карам Мөхәммәтғәзиз улы менән Әлифә Вәлиәхмәт ҡыҙының ғаиләһендә етенсе (төпсөк) бала булып донъя­ға килгән. Мәктәптән һуң Мәләүез ҡалаһында һөнәрселек училище­һын тамамлап, “Исем” совхозының үҙәк ашханаһына эшкә барған. 1990 йылда Яңауыл ауылы егете Илшат Ғабдулла улы Ғәлимов менән сәстәрен сәскә бәйләй.
– Ике бала үҫтерҙек. Ҡыҙыбыҙ Гөлфиә Салауат ҡалаһында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй,ейәнсәрем Зилиә 1-се клас­ҡа уҡырға барҙы. Айҙар улыбыҙ ҙа Ләйсән киленебеҙ менән Салауатта төпләнде, ейәнебеҙ Морат балалар баҡсаһына йөрөй.
Ғаиләбеҙ ишле булғас, әсәйебеҙ беҙҙе бала саҡтан эшкә ныҡлап өй­рәтте. Үҙебеҙҙе белгәне бирле ҡулыбыҙға энә тотоп, шәл бәйлә­нек. Яратҡан шөғөлөмдө әле лә ташламаным. Мин бәйләгән шәл­дәр­ҙе Себерҙә лә, Мәскәүҙә лә, Өфөлә лә, хатта Төркмәнстанда ла ябыналар. Туғандарыма ла бү­ләккә бәйләйем. Киленемә лә шәл яптым, – ти Рүзәлиә апай.
Шәлдән тыш, алтын ҡуллы хужабикә ултырғыс япмалары ла бәйләй, балаҫтар эшләй, бешере­нергә лә ярата.


Дөрләп янһын усаҡтар


2015 йылда реконструкциялан­ған күп функциялы ауыл клубы йәше-ҡарты өсөн һәр саҡ асыҡ. Бында “Домисолька” балалар вокаль төркөмө, “Зоренька” үҫмерҙәр вокаль төркөмө, “Сударушка” өл­кән­дәр вокаль төркөмө, “Аманат” бейеү ансамбле (етәксеһе – Илгиз Ниғәмәтуллин), “Оҫта ҡулдар” түңәрәге, “Йәнгүзәл” башҡорт фольклоры түңәрәге һәм шахмат-шашка, бильярд клубы эшләп килә.
Ә Исем урта мәктәбендә 186 бала уҡый. Хеҙмәткәрҙәр һаны – 22, өс уҡытыусы “Мәғариф отличнигы” исеменә лайыҡ, мәктәп директоры Ринат Көсөкбаев иһә Башҡортостандың иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы булып та­ныл­ған. “Ауыл мәктәбенә йәш бел­гестәр ҡайтыуы ла ҡыуаныслы, Снежанна Буранбаева, Юлиә Вә­лишиналар әле уңышлы эшләп йөрөй, тимәк, ауылыбыҙҙың килә­сәге бар”, – ти Юлиә Таһир ҡыҙы.
“Алтын балыҡ” балалар баҡсаһы (мөдире – Әлфиә Көсөкбаева) хеҙмәткәрҙәре балаларҙы милли юҫыҡта тәрбиәләүгә айырыуса ҙур өлөш индерә. Төрлө байрамдар, үҙен­сәлекле саралар даими үткә­ре­леп тора, республика, район ки­мә­лендәге бәйгеләрҙә лә әүҙем ҡатнашалар.


Берҙәмлектә – көс


– Ауылыбыҙ оло юл буйында урынлашыуы халыҡ өсөн дә ҡулай. Мораҡҡа ла, Иҫәнғол яҡтарына ла юл асыҡ. Беҙҙә кешеләр башлыса малсылыҡ, ҡошсолоҡ иҫәбенә донъя көтә. Ишле-ишле һыйыр малы, йылҡы, кәзә-һарыҡ көткән­дәр, өйрәк-ҡаҙ үрсеткәндәр, мул итеп баҡса үҫтергәндәр күп. Ҡул эш­тәренән шәл бәйләү, тегеү, сигеү киң таралған. Бәйләм тотмаған ҡатын-ҡыҙ юҡтыр ауылда, барыһы ла оҫта. Алтын ҡуллы ағай-ола­тайҙар ҙа күп беҙҙә.
Ауыл биләмәһендә элек-электән һәр йәһәттән бөтмөр, егәрле халыҡ йәшәй. Баҙар шарттарына яраҡла­шып, улар ҙа башҡа төбәктәр һы­маҡ шәхси хужалыҡтарын үҫтереп, төп килем сығанағына әүерел­дерҙе.
– Малсылыҡ менән шөғөлләнгән кешеләр һөт тапшырып, әҙ булһа ла килем ала алһын өсөн Магнитогорск һөт комбинаты ҡабул итеү пунктын асты. Хеҙмәткә яраҡлы­ларҙың ҡайһылары “Тәүәкән” йәм­ғиәтенең Исем бүлексәһендә, һөт-тауар фермаһы, машина-трактор оҫтаханаһында, ашханала эшләй. Почта, Һаҡлыҡ банкы бүлексәһе, биш магазин бар. Шәхси эшҡы­уар­ҙар Э. Сәлихова, Н. Клочек, А. Ейән­суриндар – ауыл биләмәһендә үт­кән сараларҙың даими бағыусы­лары.
2019 йылда урындағы башлан­ғыс­тарға булышлыҡ итеү програм­маһы буйынса ротор косилкаһы, 2020 йылда МТЗ-82.1 тракторы алдыҡ. Былтыр шулай уҡ дәүләт программаһында ҡатнашып, янғын һүндереү цистерналы булдыҡ. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә балалар өсөн уйын майҙансығы ҡуйылды, – тип бәйән итә ауыл хакимиәте башлығы Юлиә Хренова. – Ошондай һөҙөмтәле эштәрҙең башында, әлбиттә, ауыл халҡының берҙәмлеге тора. Үҙ төйәге өсөн янып йәшәгән кешеләр булғанда, ауыл да сәскә атасаҡ.
Экологик өмәләрҙә, төҙөклән­дереү эштәрендә бөтәһе лә әүҙем ҡатнаша. Үҙҙәре йәшәгән йорт ишек алдын ғына түгел, эргә-тирә­һен дә тәртиптә тоталар. “Һаумы­һығыҙ, ауылдаштар!” байрамына әҙерләнгәндә лә дәррәү күтәрелеп, ауылыбыҙҙы гөл баҡсаһы кеүек матурлап ҡуйҙылар. Ағас ултыр­тыу­ҙа ла беҙҙең төбәктә әүҙем ҡатнаштылар, Оло Эйек йылғаһы буйын таҙалағанда ла беҙҙекеләр алдан йөрөнө. “Айыҡ ауыл-2020” бәйгеһен дә тейешле кимәлдә үткәреп, данлы исемебеҙҙе лайыҡ­лы яҡларбыҙ тип ышанам.
Еңеү мөһим түгел, ҡатнашыу мө­һим, тиһәләр ҙә, исемдәрҙең ын­­ты­лышы көслө булыуы һоҡлан­дыра.

Беҙҙән иһә теләк шул: “Айыҡ ауыл-2020” республика бәйгеһендә ҡатнашҡан ауылдар рәтен исемдәр ҙә тулыландырып, айыҡлыҡ хәрә­кәтенә ҡушылған икән, ошо хаҡ юлдан башҡа тайпылмаһын ине.
Күгәрсен районы.
Читайте нас