Йәмғиәт
26 Февраль 2021, 11:52

“Туризмды үҫтереү мөмкинлектәрҙе арттырасаҡ”

Маҡсат – яңы эш урындары булдырыу.

Белорет районына юл төшкәндә Ишле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнис Данъянов менән осраштыҡ. Былтыр ул муниципаль һайлауҙан һуң ҡайтанан ауыл биләмәһе башлығы итеп һайланды. Ҡайтанан тим, сөнки Фәнис Рәшит улы 2012–2018 йылдарҙа был вазифала эшләгәйне. Шул саҡта уҡ үҙен булдыҡлы етәксе итеп күрһәтеп өлгөрҙө һәм урындағы халыҡтың ихтирамын яуланы.


Ишле ауыл биләмәһенә Ишле, Кәртәле-Запань, Кәртәле, Ҡоҙашман, Ялан, Олойылға, Баҫҡан станциялары, Тихий Ключ, Ҡарағаййорт ауылдары ҡарай. Биләмә үҙәге – Ишле ауылы Белорет ҡалаһынан – 69, Өфө – Белорет юлынан ун саҡрым алыҫлыҡта ята. Ауылға ХХ быуат башында Инйәр урман дачаһы урмандарын һаҡлау һәм күҙәтеү өсөн кардон булараҡ нигеҙ һалынған. Һуңынан Белорет металлургия комбинатына тар колеялы тимер юл төҙөүгә бәйле үҫешкән. Ул заманда Ишле Инйәр һәм Туҡан ауылдары йүнәлешендә үҙәк станцияға әйләнә.


– Фәнис Рәшит улы, һеҙ етәк­се булған йылдарҙа күп эш­тәрҙе бойомға ашырғанһығыҙ. Ике йыл­дан һуң яңынан ошо уҡ урын­ға килгәс, ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ?

– Ул осорҙа күп эштәрҙе теүәл­ләнек. 2014 йылда Айгөл Данъя­нованың крәҫтиән (фермер) хужа­лығы аҡсаһына Ишле ауылында мәҙәниәт йорто бинаһын сафҡа ин­дерҙек. “Берҙәм Рәсәй” партия­һы­ның “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса Олойылға ауылы мәктә­бенең ҡыйығын алыштырҙыҡ. Ошо уҡ программаға ярашлы Йылға аръя­ғы урамына 350-400 метр оҙон­лоғондағы һыу үткәргес һуҙҙыҡ.
Урындағы башланғыстарға бу­лышлыҡ итеү программаһында еңеп, Олойылға мәктәбе тәҙрә­лә­рен яңырттыҡ, ошонда уҡ хужа­һыҙ ҡалған электр селтәренең баға­наларын алыштырҙыҡ. Әйтергә кә­рәк, электр селтәрен махсус ойошма балансына оҙаҡ тапшыра ал­ма­ныҡ һәм был мәсьәлә хәл ител­мәй килде. Әммә 2019 йылда рес­пуб­лика етәксеһе итеп Радий Хә­биров һайланғас, беҙҙең мөрә­жәғәт буйынса ноябрҙә уны “Ҡала электр селтәре”нә тапшыр­ҙылар. Шулай итеп, бер ҙур мәсьәлә хәл ителде. Һуң­ғы ике йылда ла муни­ципаль берәмектәргә ярҙам итеү маҡ­сатында ойошторолған про­грам­маларҙа ҡатнашыу мөмкин­ле­ге булған, әммә улар ҡулланылмаған.
Өҫтәп шуны ла әйтергә теләйем, урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү программаһы – яҡшы проект. Алда билдәләүемсә, ауылдар өсөн ҙур ярҙам сығанағы булып тора, күп эштәр башҡарырға мөмкин. Быйыл унда ҡатнашып, Олойылға ауылы зыяратын төҙөкләндереүгә ғариза бирәбеҙ.

Былтыр Олойылға ауылы халҡы беренсе тапҡыр “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашты, район буйынса икенсе урын алды. Халыҡ әүҙем булды, күп спорт ярыштары үткә­релде, эскелеккә ҡаршы көрәш алып барылды. Был сара үтһә лә, ул башланғысты дауам итәбеҙ. Быйыл Ҡарағаййорт халҡы ҡатна­шырға теләк белдерҙе.
“Айыҡ ауыл” конкурсы – файҙалы сара, тип иҫәпләйбеҙ, бик күп социаль проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеген бирә.


– “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты һеҙгә ҡағылдымы?

– Беҙҙә өс фельдшер-акушер­лыҡ пункты эшләй. Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Ишле ауылында модулле ФАП төҙөләсәк. Уның өсөн ер әҙер. Олойылғала һәм Ҡарағаййортта тыуым тотороҡло, ә бына Ишлелә әлегә хәлдәр ҡыуанырлыҡ түгел.


– Бөгөн Ишле ауыл биләмә­һенә ҡараған ауылдарҙы ниндәй мәсьәләләр борсой?

– Төп мәсьәлә – эшһеҙлек, шуға ла яңы эш урындарын асыуға булышлыҡ итеү – беҙҙең бурыс. Әле ауыл билә­мәһендә етеште­реүсе бер предприятие ла юҡ тиерлек. Урында бары өс кеше генә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ҡалғандар ситтән килгәндәр, беҙҙә теркәлмәйенсә эшләй.

Белорет районы урман эсендә ултырһа ла, ауылдарҙағы ваҡ ағас эшкәртеүселәргә ярҙам юҡ. Әгәр ҙә һәр ауылда эшҡыуарҙарға ағас бирһәләр, яңы эш урындары ла булыр ине. Ул саҡта ауыл билә­мәһе хакимиәттәре шөғөлдәре булған кешеләрҙе контролдә тота аласаҡ. Әле һалым йыйыу юҡ, сөнки күпселектә теркәлмәгән, ситтән килгән кешеләр эшләй. Тикшереү органдары намыҫлы эшҡыуарҙарҙы ғына тикшерә, ә ошондай документһыҙ эшмәкәрлек алып барғандар ситтә ҡала.


– Ауылда үҙ шөғөлөңдө асыр өсөн ниндәй сифаттар кәрәк?

– Ынтылыш һәм ныҡышмаллыҡ. Бер көндә генә бер нәмә лә килеп сыҡмай. Барыһы ла инештән башлана. Мәҫәлән, мал тотам тиһәң, уны көнөн дә, төнөн дә ҡарарға кәрәк.
Район башлығы Андрей Иваню­та туризмды үҫтереү йүнә­лешенә айырыуса иғтибар бирә. Ысынлап та, ошо тармаҡты алға ебәрһәк, ярҙамсы хужалыҡтар ҙа, малы ла, ҡош-ҡорто ла кәрәк буласаҡ. Туристарҙы күпләп йәлеп иткән һайын, урындағы халыҡ уларға үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлекте, төрлө сувенирҙарҙы һата һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтә аласаҡ.
Ишле ауылында өс ағалы-ҡустылы Федотовтар “Марьино” ял базаһын асты. Рим Мөхәмәҙиевтең крәҫтиән (фермер) хужалығы дүрт йыл самаһы һөт, ҡаймаҡ, эремсек һата. Субсидия алыуға өлгәштеләр һәм ул ярҙамға ауыл хужалығы техникаһын яңырттылар. Әгәр туристар ағымы ҙур булһа, уға ла артабан үҫеү мөмкинлеге тыуыр ине. Мәскәүҙән Алексей Провальский Яланға күсеп килеп, юҡҡа сыҡҡан ауылда һигеҙ йорт төҙөнө, әле унда электр уты ла юҡ. Шулай ҙа туристар ял итергә килә. Йәйге­һен ғаилә ялы өсөн дә уңайлы.
Кәртәле-Запандә Вәсләм Ғәлимов йылҡы үрсетә. Улар ҙа туристик йүнәлеште үҫтерергә уйлай. Әле бинаға мохтаждар, шул мәсьәләне хәл итергә кәрәк.
Ғөмүмән, бөгөн радио-телевизор эшләп торһа ла, интернет селтәре үҫешһә лә, күптәргә файҙалы мәғлүмәт барып етмәй, сөнки улар гәзит алдырмай. Гәзит бит үҙе – белешмә сығанағы.


– Ауылда йәштәр ҡаламы?

– Бының өсөн улар урында белем алып, ошо ерлеккә берегеп үҫергә тейеш. Тыуған еренән бәлә­кәйҙән айырылып, ситкә сығып киткән кешене кире ҡайтарыу мөм­кин түгел тиерлек. Балалар тыуған ауылында белем алһын өсөн шарттар һәм кадрҙар кәрәк. Мәҫәлән, беҙҙә ике дөйөм белем биреү мәктәбе бар. Шулай булһа ла күптәр балаларын унда уҡытмай, гимназия-интернаттарға бирә, сөнки халыҡ уҡытыусыларҙың эше­нән ҡәнәғәт түгел. Күп педагогтар пенсия йәшендә, ә кадрҙарҙы үҫтереү өсөн йәштәрҙе эшкә алырға кәрәк. Йәштәр ҡайтһын өсөн уларға дәрес сәғәттәре етерлек бирелергә тейеш, шул саҡта ғына уларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ хеҙмәт хаҡы буласаҡ. Бәләкәй хеҙмәт хаҡына кем килһен?!

Тағы ла бер борсоған мәсьәлә бар – ауыл мәктәптәрендә өҫтәмә белем алыу өсөн шарттар юҡ, йәғни уҡыусылар түңәрәктәргә, фа­культативтарға йөрөй алмай, музыкаль яҡтан да үҫтереп булмай.


– Республика етәкселеге урындарҙа эш асыуға, инвестициялар йәлеп итеүгә айырыуса иғтибар бирә. Был йүнәлештә һеҙҙең биләмәгә ҡағылышлы ыңғай хәбәрҙәр бармы?

– Олойылға, Ҡарағаййорт халҡы “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәтендә эшләй, шуға ла ундағы социаль хәл тотороҡло. Ишле ауылынан ҡайһы берәүҙәр вахта ысулы менән ситкә йөрөй, күпселекте пенсио­нерҙар тәшкил итә. Ауылдағы йорттарҙың яртыһын тиерлек Магнитогорск ҡалаһынан кешеләр дача итеп һатып алған.
Эйе, беҙҙә лә ыңғай үҙгәрештәр көтөлә. Мәҫәлән, Олойылға ауылында фабрика төҙөргә йыйыналар. Суран ятҡылығынан флюорит сығара башланылар, әгәр руданы Олойылғала байыҡтырһалар, ха­лыҡҡа эш буласаҡ. Әле үк күптәр карь­ерға йәлеп ителде, шул иҫәп­тән Ишленән – ете, Олойылғанан өс кеше рәсми теркәлеп эшләй.


– Олойылға ауылында ике ҡатлы йорттар бар. Унда йәшә­гәндәрҙе йылылыҡ өсөн түләү мәсьәләһе борсомаймы?

– Эйе, ике ҡатлы ете йорт, мәк­тәп һәм балалар баҡсаһы кеүек социаль объекттар “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәтенә ҡараған ҡаҙан­лыҡтан йылытыла. Йылылыҡ өсөн бик ҡиммәт хаҡ килә, сөнки ҡаҙан­лыҡ осһоҙ булмаған мазут яғыулыҡ менән эшләй. Рәсәй тимер юлдары был ҡаҙанлыҡты беҙгә бушлай бирергә теләй, сөнки быйыл улар үҙҙәре электр уты менән йылытыу системаһына күсә, был ҡаҙан­лыҡтан баш тарта.
Килеп тыуған мәсьәләне хәл итер өсөн модулле газ ҡаҙанлығы урын­лаштырырға кәрәк. Ул да хәл итерлек мәсьәлә тип иҫәпләйем, сөнки беҙҙең Оло­йылға, Ишле ауылдары аша Белорет – Туҡан газ үткәргесе үтә. Әгәр уға тоташһаҡ, был йортта йә­шәгәндәрҙең хәлен яҡшыртыр ине.
Әле унда фатирҙарын хосуси­лаштырғандар ғына йылылыҡ өсөн түләй, ә социаль яллау буйынса торғандар иҫәпләшмәй тиерлек. Беҙ уларҙы бер нисек тә торлаҡтан сығара алмайбыҙ. Ҡайһы берҙә­ренең бурыстары бик күп йыйылып киткән. Был йорттар ҡасандыр “Рәсәй тимер юлдары” өсөн төҙөл­гән, һуңынан предприятие уны ауыл биләмәһе балансына тап­шырҙы. Әгәр “Рәсәй тимер юлдары” ҡаҙанлыҡтың эшмәкәрлеген туҡ­татһа, нисек уны йылытырға, тигән көнүҙәк мәсьәлә килеп тыуасаҡ. Әйтергә кәрәк, предприятие был хаҡта күптән беҙҙе иҫкәртеп килә.


– Ысынлап та, һеҙҙең алда ҙур бурыстар тора. Үҙегеҙ әйтеп үтеүегеҙсә, ынтылыш һәм ныҡышмалыҡ булһа, маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин. Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, уңыштар теләйбеҙ.

Читайте нас