Алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль фондтың Күҙәтеү советы “Сомострой” йәмғиәтенең объекттарын төҙөп бөтөү тураһында ҡарар ҡабул иткән.
"Күҙәтеү советының 25 февралдә үткән ултырышы һөҙөмтәләре буйынса ҡарауға сығарылған һигеҙ объектты төҙөп бөтөү ҡарары ҡабул ителде. Улар Ульяновск, Иркутск өлкәләрендә һәм Башҡортостанда урынлашҡан", – тине Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин.
Алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү саралары өсөн бер миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Уларҙың 874 миллион һумы - фонд мөлкәтенән, 184 миллион һумы төбәктәр бюджетынан алынасаҡ.
"Фонд механизмдарын ҡулланыу арҡаһында 707 граждандың хоҡуғы тергеҙеләсәк, ә йорттар төҙөлөп бөтәсәк", – тине алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау фонды генераль директоры Константин Тимофеев.
Шулай итеп, федераль фонд ҡатнашлығында Өфө ҡалаһындағы ике объект төҙөлөп бөтәсәк. Уның төҙөүсеһе “Сомострой” яуаплылығы сикләгән йәмғиәте булған. Барлығы 276 алданған өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙеләсәк.
Билдәле булыуынса, был ойошма баш ҡаланың Октябрь районында урынлашҡан Урман техникумы урамындағы ике йортто төҙөй башлаған. 1-се литер 85 процентҡа әҙер, унда 137 өлөшсө иҫәпләнә һәм 2-се литер 60 процентҡа әҙер, унда - 139 өлөшсө. Төҙөүсе ойошма йорттарҙы өлөшсөлөргә алты айҙан ашыу ваҡыт тапшырмаған өсөн был ике объект проблемалы объекттар реестрына индерелгән. Арбитраж суд ҡарары менән төҙөүсе ойошма банкрот тип танылған, әле конкурс процедураһы асылған.