Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2021, 17:45

"Ағас ташыу" операцияһы башлана

Яҙмалағы кәңәштәрҙе үтәгәндәргә рейд ваҡытында ҡыйынлыҡтар тыумаясаҡ.

Башҡортостанда “Ағас ташыу” оператив-иҫкәртеү операцияһы башлана.
Сара республиканың Урман хужалығы министрлығы, Төбәк юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, Үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника торошон техник яҡтан күҙәтеү буйынса дәүләт инспекциялары менән берлектә үткәреләсәк. Ул 1 марттан 2 апрелгә тиклем дауам итәсәк.
Сараның маҡсаты – ағас эшкәртеү өлкәһендә закон боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү, “ҡара урмансылар”ға ҡаршы көрәш.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡмаһын өсөн, ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән йүнселдәргә документтарҙы алдан хәстәрләргә кәрәк. Ағасты Рәсәйҙән ситтән алғанда, йә сығарғанда килешеүҙәрҙе Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында теркәү, электрон ҡултамғаларҙы хәстәрләү мөһим. Бының өсөн Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталынан файҙаланырға була.
Ағас һатыусылар һәм һатып алыусыларға тағы бер иҫкәртеү: ағас әйләнешенә ҡағылған барлыҡ килешеүҙәр ҙә декларация үтергә тейеш.
Был кәңәштәрҙе үтәгәндәргә рейд ваҡытында ҡыйынлыҡтар тыумаясаҡ.
Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы сайты.
Читайте нас: