Ниһайәт, өс тәүлек үткәндән һуң Әлшәй районының Шафран ауылында һыу менән тәьмин итеү тергеҙелде.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 23 февралдән алып 300-ҙән ашыу кеше йәшәгән был ауыл эсәр һыуһыҙ ҡалғайны. Бөгөн иһә район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ремонттың тамамланыуы һәм һыуҙың бирелеүе тураһында хәбәр итте.
Быға тиклем, 24 февралдә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шафран ауылындағы хәл буйынса ашығыс ултырыш үткәргәйне. Насостың боҙолоуы сәбәпле һыу биреү туҡталған. Яңыһын 25 февралдә тоташтырырға тейеш булһалар ҙа, ҡорамалдың сифатһыҙлығына бәйле, эш тағы бер тәүлеккә һуҙылды. Муниципалитет башлығы белдереүенсә, бөгөн 17.00 сәғәттән алып ауыл кешеләренең барыһында ла һыу бар.
Башҡортостан Башлығы Радий хәбиров Дамир Мостафинға республика прокуратураһы менән берлектә сифатһыҙ ҡорамал һатып алыу осрағын тикшерергә һәм ремонтланған һыу үткәргестең эшмәкәрлеген контролдә тоторға ҡушты.
– Мин һеҙгә бушҡа ғына вице-премьер Борис Беляевты ебәрмәгәйнем, сөнки ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәт килә ине. Бының кеүек хәлдәр тураһында миңә оператив рәүештә хәбәр итеүегеҙҙе һорайым, айырыуса беҙҙең ярҙам кәрәк булған саҡта. Кешеләр өсәр көн һыуһыҙ ултырырға тейеш түгел, – тине Радий Хәбиров. – Ауылда һыу үткәргес селтәрҙәренең нисек эшләүе тураһында кис тағы бер тапҡыр әйтерһегеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.