Йәмғиәт
27 Февраль 2021, 15:50

Яңы үҙәк мартта төҙөлөп бөтәсәк

Радий Хәбиров белдереүенсә, ул Башҡортостандың иҡтисадын һәм социаль тармағын үҫтереүҙең ҡеүәтле ресурсы буласаҡ.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәге бинаһын төҙөү майҙансығында ла булды.
Заманса өс ҡатлы корпустың майҙаны 6000 квадрат метр тәшкил итә, ул алдынғы тиҙ технологиялар буйынса төҙөлә. 27 февралгә ҡарата бында конструкциялар монтажын тамамлайҙар, шулай уҡ эске коммуникациялар үткәрелеп бөткән тиерлек.
Төҙөүселәр тупраҡты нығытҡан, бинаның нигеҙен, стеналарын күтәргән, инженер селтәрҙәре – һыу, электр, йылылыҡ үткәргән. Эштәр графикка ярашлы бара. Ҡыйыҡты, фасадтарҙы, витражды монтажлау ҙә оҙаҡламай тамамланасаҡ. Объектты быйыл мартта төҙөп бөтөргә йыйыналар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса, Мәскәү өлкәһенең халыҡ мөрәжәғәттәре һәм уларға аналитика тәжрибәһен тормошҡа ашырыу йәһәтенән пилот төбәктәрҙең береһе булды. Беҙҙә Республика менән идара итеү үҙәге 2020 йылдың 19 ноябрендә Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы нигеҙендә эшләй башланы.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, яңы бинала республиканың Үҫеш корпорацияһы ла урынлашасаҡ. Был инвесторҙарға бизнесын эшләтеп ебәреү өсөн барлыҡ кәрәкле һәм көнүҙәк мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бирәсәк.
– Төҙөүселәр бик тиҙ эшләй. Беҙҙең өсөн был - конструкцияһы буйынса ҡатмарлы объекттар булдырыуҙың ҡыҙыҡлы тәжрибәһе, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, Республика менән идара итеү үҙәге – төбәктең һанлы үҙгәрешенең мөһим этабы. Ул даими нигеҙҙә күп һанлы мәғлүмәтте эшкәртеү һәм анализлау мөмкинлеге бирәсәк. Был Башҡортостандың иҡтисадын, социаль тармағын үҫтереүҙең ҡеүәтле ресурсы буласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас