Йәмғиәт
27 Февраль 2021, 11:30

Һыуыҡтарҙы рух ныҡлығы еңә!

Бөрйән районы, сатлама һыуыҡтар тороуға ҡарамаҫтан, халыҡты күпләп туплай. Ошо саралар хаҡында - хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов.

Бөрйән районында, миҙгеленә ҡарап, күмәк халыҡ ҡатнашлығында төрлө саралар йыш ойошторола. Улар тураһында район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә тәьҫораттары менән уртаҡлашып тора.
"Бөгөн беҙҙә ҙур байрам – Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылын асыуға арналған тантаналы сара үтте, – тип яҙҙы ул ошо көндәрҙә. – Быйылғы йылдың шулай тип нарыҡланыуы юҡҡа түгел: һаулыҡ – иң ҙур байлығыбыҙ. Шулай уҡ ошо сара барышында "Айыҡ ауыл" район конкурсына йомғаҡ яһалды. Өсөнсө урынды – Исламбай һәм Яңы Монасип, икенсене – Иҫке Монасип, ә беренселекте Брәтәк ауылы яуланы. Хәҙер еңеүселәребеҙ республика кимәлендә үткән "Айыҡ ауыл" конкурсында район исеменән сығыш яһаясаҡ".
Ғәзиз Миңләхмәт улы Бөрйәндә күптән түгел, сатлама һыуыҡтар тороуға ҡарамаҫтан, гөрләп уҙған ҡышҡы ат ярыштарына бәйле фекерҙәре менән дә уртаҡлашты. Арҙаҡлы яҡташтары Исмәғил Ғәбитов башлап ебәргән был сара быйыл 52-се тапҡыр үткәрелде. Унда бөрйәндәр генә түгел, башҡа яҡтарҙан да күпләп киләләр, ихлас ҡатнашалар. Бөгөн иһә Бөрйәндәге "Башһырт" экология-этнография үҙәгендә "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" бара.
Байрам тигәндән, тап бөгөн Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манаповтың тыуған көнө. "Башҡортостан" гәзитен һәр саҡ уҡып барған, баҫмабыҙҙы районда таратыуға ҙур иғтибар биргән Ғәзиз Миңләхмәт улын үҙ сиратыбыҙҙа күркәм ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, тынғыһыҙ эшендә тик уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Фото: Булат Тимерғәлиев.
Читайте нас