Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2021, 22:30

“Республика илдәге иң уңайлы төбәк булырға тейеш”

Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге проблемаларҙы хәл итеү буйынса кәңәшмә үтте.

1 мартта Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге ағымдағы проблемаларҙы хәл итеү буйынса кәңәшмә үтте.
Сара видеобәйләнеш форматында Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә уҙғарылды. Кәңәшмәләге беренсе мәсьәлә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйылған урындарҙы сығып ҡарау булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 24 февралдә Андрей Назаров шәхсән үҙе инспекция менән Өфөләге ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйылған майҙансыҡтарға сыҡты. Уның белдереүенсә, контейнерҙарҙың тулыуы, төбәк операторы тарафынан ташыу графигын боҙоу, япма юҡлығы кеүек ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтары теркәлгән.
"Был майҙансыҡтар менән яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәгәндәр генә түгел, яңы төҙөлөш менән мәшғүлдәр ҙә, ойошмалар ҙа файҙалана. Контейнерҙар һаны иһә норматив талаптан кәмерәк. Барыһы ла асыҡ. Район хакимиәте тарафынан контроль һәм майҙансыҡ мониторингы юҡ. Аныҡ йорт ихатаһында ғына түгел, тотош республикала был эште атҡарырға ҡуштым", – тине Премьер-министр.
Ошо уҡ көндә муниципаль хакимиәттәр башлыҡтары тарафынан коммуналь ҡалдыҡтар йыйылған урындар, уларҙың “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар-Башҡортостан” мәғлүмәттәр системаһына ярашлылығы ҡаралды. Дөйөм алғанда, был йәһәттән төбәк операторҙарының эше ҡәнәғәтләнерлек тип баһаланды. Әммә шул уҡ ваҡытта ҙур габаритлы ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн майҙансыҡтарҙың, бункерҙарҙың, уларға илтеү юлдарының булмауына бәйле иҫкәрмәләр етерлек. Өҫтәүенә графикта өҙөклөктәр ҙә бар.
Сарала ҡалдыҡтарҙы ҡапсыҡһыҙ йыйыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Бөгөн республикала 365 тораҡ пунктында сүп-сар ошондай юл менән сығарыла.
"2016 йылда Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү ҡағиҙәләренә ярашлы, майҙансыҡтарҙа – контейнерҙарҙа, бункерҙарҙа һәм ҡапсыҡтарҙа ғына ҡалдыҡтар йыйылырға мөмкин. Төбәк операторҙарының ҡапсыҡтарҙа йыйыуы һәм ихаталар буйлап йөрөүе үҙмәшғүллек булып тора. Хакимиәт башлыҡтарына төбәк операторҙары менән берлектә элек ҡалдыҡтарҙы ҡапсыҡтарҙа йыйыу ойошторолған тораҡтарҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу урындарын булдырыу буйынса саралар планын (юл картаһы) эшләргә һәм раҫларға тәҡдим итәм. Планда – ошо ысулға күсеү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү, кәрәкһә, контейнер майҙансыҡтары урындарын килешеү буйынса граждандар йыйылышын үткәреү", – тине республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров.
Бынан тыш, күп фатирлы йорттарҙағы ғәмәлдәге һәм ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуға ҡамасаулаған, бысраҡ һәм инфекция сығанағы булған сүп үткәргестәр тураһында ла һөйләшеү булды.
"Хатта иң йыраҡтағы тораҡ пунктында ла барыһы ла – ҡалдыҡтарҙы ташыуҙан алып яҡындағы биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә тиклем – идеаль ойошторолорға тейеш. Дөйөм мәсьәлә – илдәге иң уңайлы төбәкте төҙөү", – тине Андрей Назаров.
Фото: республика Хөкүмәте.
Читайте нас: