Йәмғиәт
1 Март 2021, 10:02

Рухлы ла, көслө лә улар

Мөхәббәтле ғаиләлә балалар бәхетле була.

Өфөлә матур, татыу йәшәгән башҡорт ғаиләләре күп. Улар милләт яҙмышы, киләсәге өсөн битараф түгел, шуға ла балаларын да ошо рухи мөхиттә тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бирә. Ә бит бының өсөн күп тә кәрәкмәй: өйҙә туған телдә һөйләшергә, милли йолаларға иғтибарлы булырға. Зәлиә менән Ансар Сәлиховтарҙың тормош рәүеше ошо йәһәттән күптәргә өлгө.



Санкт-Петербургтағы осрашыу


Улар икеһе лә Өфөлә тыуған. Зәлиә менән Ансар Сәлиховтарҙың йәшләй генә баш ҡалаға килеп төпләнгән ата-әсәләре, булмыштарына тоғро ҡалып, уларҙың икеһен дә Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына уҡырға биргән. Ҡыҙыҡ бит ул яҙмыш тигәндәрең: Зәлиә менән Ансар гимназияла VII класҡа тиклем бер класта уҡый, һуңынан профилле йүнәлештәр һайлауға бәйле айырым белем алалар. Мәктәпте тамамлағас Зәлиә Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетына уҡырға инә, ә Ансар Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение институтында белем ала. Йәмәғәт тормошонда, төрлө олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашҡан IV курс студенты Зәлиәгә 2004 йылда БДУ-ның студенттар профсоюзы Санкт-Петербургка юллама бирә. Ошо сәйәхәт ваҡытында ул класташы Ансарҙы осрата, һәм улар дуҫлашып китә. Йәштәр бер йылдан һуң ғаилә ҡора.


Балаларын башҡортса уҡыталар


Сәлиховтар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Улар ҙа балаларын үҙҙәре уҡыған гимназияға алып барған.

– Өлкән улыбыҙ Арыҫлан VII класҡа тиклем Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында белем алды. Икенсе йүнәлешкә өҫтөнлөк биреүенә бәйле, Республика инженер лицей-интернатына уҡырға күсте, әле IX класта уҡый. Ҡыҙҙарыбыҙ Йәсмин менән Әҙилә 20-се гимназияла II һәм I класта белем ала. Үҙебеҙ ошо белем усағын тамамлағас, ундағы традициялар менән яҡшы танышбыҙ. Гимназияла балалар татыу, тәрбиәле, ата-әсәләр ҙә бер ғаилә кеүек аралашып тора, төрлө саралар даими уҙғарыла. Шуға ла һис бер икеләнеүһеҙ балаларыбыҙҙы унда уҡырға бирҙек. Беҙҙең өсөн уларҙың иҫән-һау уҡыуы мөһим, ата-әсәләр иһә һәр яҡлап уҡытыусыларға ярҙам итергә тырыша. Зөлфиә Басир ҡыҙы Ғәлийәнова директор булып килгәс, гимназия яңы һулыш алды, олимпиадалар йүнәлешенә, белем сифатына иғтибар ҙур, – ти Зәлиә Муллайән ҡыҙы.
Сәлиховтар элекке уҡытыусыларын да онотмай, улар менән тығыҙ бәйләнеш тота. Мәҫәлән, яңыраҡ беренсе уҡытыусылары – Фәниә Шөғәйеп ҡыҙы Сынбулатованы тыуған көнө менән ҡотлағандар. Әйткәндәй, Фәниә Сынбулатова беренсе класс өсөн “Әлиф­ба”ны яҙған, уның методикаһы буйынса гимназияла әле лә уҡытыу дауам итә. “Ҡыҙым Йәсмин тәжрибәле уҡытыусы Гөлнара Гәрәй ҡыҙы Сәлиховала белем ала. Уның уҡытыу алымы оҡшай, ул балаларға шәхес итеп ҡарай, йомшаҡ һәм көслө яҡтарын тойоп, аңлап тора. Әҙилә иһә Зөһрә Ильяс ҡыҙы Ҡаҙыханованың класында белем ала. Улыбыҙ Арыҫлан да ошо уҡытыусыла уҡығас, уның тураһында ла тик ыңғай фекерҙәбеҙ. Шуға күрә лә Әҙиләне лә уға бирергә тырыштыҡ”, – ти Зәлиә Муллайән ҡыҙы.
Өлкәндәр тәрбиәһенең өлөшө ҙур


Зәлиә Муллайән ҡыҙы – иҡтисад өлкәһендә, Ансар Әсхәт улы төҙөлөш тармағында эшләй. Улар буш ваҡыттарын балаларына, ата-әсәһенә бүлергә тырыша. Ял ваҡытында тау шыуырға, конькиҙа йөрөргә яраталар. Былтыр Арыҫлан йәйге каникулда атаһына төҙөлөштә ярҙам иткән. Ҡыҙҙар аш-һыу бүлмәһенән сығышмай, ҡамыр менән булышырға ярата.
Ғаилә тәрбиәһендә олатай-өләсәйҙәрҙең өлөшө лә ҙур. Ансарҙың ата-әсәһе йома көндө үк ейән-ейәнсәрҙәрен үҙҙәренә алып ҡайта. Улар менән тау шыуырға баралар, мунса инәләр. Әсхәт Варис улы гармунда оҫта уйнай, ә Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы ҡумыҙҙа сиртә. Улар ейән-ейәнсәрҙәрен бейергә, башҡортса матур һөйләшергә өйрәтә. Балалар олатай менән өләсәй һөйөүен татып, иркәләнеп кенә үҫә. Зәлиәнең әсәһе Зәкирә Ғәней ҡыҙы Вәлиуллина – оҫта баҡсасы, ҡош-ҡорт тота. Шуға ла балалар был өләсәйҙәрендә ҡунаҡта булғанда йорт хужалығы эштәренә төшөнгән. Былтыр йәй карантин ваҡытында улар унда рәхәтләнеп баҡсасылыҡ серҙәренә өйрәнгән. “Аллаға шөкөр, бергә татыу йәшәйбеҙ. Өс бала ул бер йоҙроҡ кеүек. Уларҙы күҙәтеп ултырыуы ғына ни тора, һәр береһенең үҙ фекере бар. Балалар бер-береһен ҡарап, уйнап үҫә”, – ти әсә.
Ансар Әсхәт улының әсәһе Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙынан да ғаиләлә уртаҡ тел табып, килешеп йәшәүҙең серҙәре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.

“Беҙ башҡа бихисап ғаиләләр кеүек ябай, ҡәҙимге тормош менән йәшәйбеҙ. Улыбыҙға ла, ҡыҙыбыҙға ла ярҙам итәбеҙ. Ике ейәнсәребеҙ һәм өс ейәнебеҙ бар, уларҙың бөтәһе лә беҙҙең өсөн тиң, яҡын һәм һәр береһен өҙөлөп яратабыҙ. Балаларыбыҙ уларҙы спортҡа, бейеүгә йәлеп итә, беҙ ҙә кәңәштәр биреп торабыҙ. Ял көндәрендә бишәүһен дә үҙебеҙгә саҡырып, ҡышын саңғыла йөрөйбөҙ, йәйен Ағиҙелгә һыу инергә алып барабыҙ. Каникулда Баймаҡ районына ҡайтабыҙ, Талҡаҫ күленә, Ирәмәл тауына сәйәхәткә алып сығабыҙ. Һәр береһенең тыуған көндәрендә концерттар ойоштороп, йырлатабыҙ, бейетәбеҙ. Бындай аралашыу уларҙы яҡынайта, туғанлыҡ ептәрен көсәйтә, дуҫлаштыра. Шулай уҡ килендең һәм кейәүҙең туғандары менән яҡшы мөнәсәбәттә йәшәйбеҙ. Килендең ата-әсәһе менән бер-беребеҙҙе электән белә инек, балалар бер баҡсаға йөрөнө, бер мәктәптә уҡыны, аҙаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар булып ҡуйҙыҡ”, – ти Гөлсимә ханым.


Гимназия тормошонда әүҙемдәр


– Туған телемде беләм, һөйләшәм, китаптар уҡырға, спектаклдәр ҡарарға яратам. Атай-әсәйҙәребеҙ башҡорт мәктәбендә уҡытҡанға мең рәхмәтлебеҙ. Беҙҙе уҡы­тыу­сыларыбыҙ тиң күрҙе, шәхес итеп тәрбиә­ләне. Ул саҡта Хисам Салауат улы Хәй­бул­лин гимназия директоры булды, үҙе тарихтан уҡытты. Уның бер ваҡытта ла ҡысҡырғанын, тауыш күтәргәнен ишетмәнек, – ти бер һүҙҙән Сәлиховтар ғаиләһе.
Ысынлап та, Зәлиә Муллайән ҡыҙы – гимназия тормошонда иң әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләрҙең береһе. Ҡыҙҙары Йәсмин уҡыған класта ата-әсәләр советы рәйесе, шулай уҡ гимназияның да ата-әсәләр советы ағзаһы.
– Сәлиховтар бик әүҙем, тәртипле, өлгөлө ғаилә. Һәр саҡ төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, үҙҙәре лә ойоштороу эштәренә тос өлөш индерә. Балалары яҡшы уҡый, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Ансар Әсхәт улының әсәһе Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы ла класс тормошо менән ҡыҙыҡһынып тора. Улар ейәнсәрҙәренә тормош һабаҡтары бирә, тәрбиәгә өйрәтә, – ти класс етәксеһе Гөлнара Гәрәй ҡыҙы.
Сәлиховтар ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Әле яңыраҡ Зәлиә Муллайән ҡыҙы менән Ансар Әсхәт улы мобиль класс ойоштороуҙа ярҙам иткән. Мобиль класс дәрестә ноутбуктар ҡулланып, төрлө платформалар төҙөү, программаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеген бирә. Дәрестән һуң театрҙарға, музейҙарға барыуҙы ойоштороу ҙа Сәлиховтар ғаиләһенән тыш үтмәй, улар – был йүнәлештә лә үҙҙәре башлап йөрөүсе.
– Сәлиховтар ысынында минең уң ҡулым булып тора. Барлыҡ һорауҙар менән дә Зәлиә Муллайән ҡыҙына мөрәжәғәт итәбеҙ. Уларҙы башҡа ата-әсәләргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ, – ти Гөлнара Гәрәй ҡыҙы.
Гимназия тормошо буйынса Сәлихов­тарҙың үҙ фәлсәфәһе лә бар.

– Мәктәп кешене ғүмер буйы оҙатып килә икән, тигән һығымтаға килдем. Үҙебеҙ ун йыл уҡыныҡ, хәҙер балаларыбыҙ белем ала, һуңынан ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе алып киләсәкбеҙ. Ошо гимназия тураһында яҡшы хәтирәләр генә алып сыҡҡан балаларыбыҙ ҙа үҙҙәренең балаларын бында алып килһен ине, тип теләйбеҙ. Аҡыллы ата-әсә белем усағы эшенә бер ваҡытта ла насарлыҡ теләмәй, киреһенсә, уҡытыусылар коллективы, балалар һәм ата-әсәләр менән бер йоҙроҡҡа тупланып, уға үҫергә булышлыҡ итә. Киләсәктә лә ата-әсәләр ошо рухта, мөнәсәбәттә аралашыуын дауам итер, тип ышанам, – ти Зәлиә Муллайән ҡыҙы.
Ысынлап та, был һүҙҙәрҙә тәрән мәғәнә ята. Бергә һәм бер ғаилә булып йәшәгәндә генә, беҙҙе бер кем дә еңә һәм һындыра алмаясаҡ. Ғаилә тигән дәүләттең нигеҙенең ныҡлығы ла нәҡ ошо тормош ҡағиҙәһенә таяна бит. Сәлиховтар кеүек берҙәм һәм бергә булайыҡ.

Читайте нас