Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Өфөлә йәмәғәт транспорты буйынса ла фекерен әйтте. Был шул иҫәптән “ПАЗ”дарға бәйле ине.
– Йыл аҙағына тиклем Өфөлә “пазиктар” ҡалмаҫҡа тейеш. “ПАЗ” һәйбәт машина, тик ҡала өсөн түгел. Шуға күрә әүҙем рәүештә яңы ҙур автобустар алабыҙ. Илдә автопаркты алмаштырыу эше бара, беҙгә лә унда өлгөрөп ҡалырға кәрәк, – тине ул.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе белдереүенсә, әле һаман ташыусылар ҡулаҡсаһыҙ түләүҙе алырға баш тарта тигән ялыуҙар килә. Был йәһәттән дә тикшереүҙәр башланасаҡ.
– Федераль ҡунуниәткә ярашлы, 2019 йылдың 1 июленән алып транспортта контроль-касса техникаһы булырға тейеш. Пандемия арҡаһында яуаплылыҡ бер йылға кисектерелде. Беҙ республикала үҙ иркебеҙ менән йыл аҙағына тиклем тикшереүҙәр үткәрмәй торҙоҡ. Хәҙер кешеләрҙе ташыу элекке кимәлгә ҡайтты. Башҡа һөйләшеүҙәр булмаясаҡ, – тине Радий Хәбиров һәм бөгөн-иртәгәнән тикшереүҙәр башларға ҡушты.