Бөгөн Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының коллегия ултырышы үтә. Сарала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов белдереүенсә, уларҙың сайтын 2020 йылда 77,4 миллион тапҡыр ҡарағандар.
Был 2019 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда 48 процентҡа күберәк. Бигерәк тә әүҙемлек апрель айында юғары булған: был осор коронавирус пандемияһы башланып торған мәлгә тура килә. Мәғлүмәт агентлығының аудиторияһы ла 7,7 процентҡа артҡан: был йылына 11 миллион уникаль ҡулланыусы тигән һүҙ.
Дөйөм алғанда, Рунет аудиторияһы 5,1 процентҡа артҡан, ә “Башинформ” агентлығы матбуғат саралары араһында лидер булып ҡала, шулай уҡ агентлыҡ мәғлүмәттәрен республиканан инеп уҡыусылар һаны буйынса ла.
Ауиторияның йәшенә килгәндә, ул 24-тән башлана. Был “Башинформ” агентлығы төрлө йәштәге социаль әүҙем төркөмдәрҙең мәғлүмәти ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә, көнүҙәк талаптарға яуап бирә, тигән һүҙ.
“Башинформ”дың социаль селтәрҙәге төркөмдәре контентын 387 миллиондан ашыу тапҡыр ҡарағандар, уларға яҙылыусыларҙың дөйөм һаны 488 мең кеше тәшкил итә.
Быға тиклем “Медиалогия” компанияһы төҙөгән рейтинг буйынса 2020 йылда “Башинформ” агентлығы мәғлүмәттәре республикалағы иң йыш ҡулланылғандарҙан булып тора ине. Лидер позицияһын агентлыҡ һуңғы йылдарҙа башҡа киң мәғлүмәт сараларына биргәне юҡ: Башҡортостандың медиаресурстар рейтингында ул 2019, 2018, 2017 йылдарҙа ла беренсе урында булған.