Йәмғиәт
2 Март 2021, 06:23

Изгелек бүләк итәләр

“Ысыҡҡай” яратҡан урынға әйләнгән.

Ҡыҙы ауырыу булып тыуғас, ҡатын юғалып ҡалмаған, үҙе кеүек ата-әсәләрҙе берләштергән яңы ойошма асҡан.


Хоҙай Тәғәлә әҙәм балаһына күтәрә алған тиклем һынауҙар ебәрә, тиҙәр. Учалы ҡалаһында йәшәгән Регина һәм Руслан Абзаловтар ҙа был һынауҙы иңгә-иң терәп, бергә үтә. Улар ике ҡыҙ тәрбиәләй. Баш балалары Арина 1-се лицейҙа белем ала, яҡшы өлгәшә, спорт менән шөғөлләнә, бейергә ярата, өйҙә лә әсәһенең уң ҡулы – һеңлеһен ҡараша, төрлө эштәрҙә булыша.
Абзаловтарҙың икенсе ҡыҙҙары егерме алты аҙналыҡ ҡына булып тыуа. Табиптар, сабый етлекмәгән, йәшәй алмаҫ тиһә лә, әсә кеше быға ышанмай.
– Хоҙай Тәғәлә ҡыҙымды миңә күр­һәткәс, уға ғүмер ҙә бирәсәк, тип инан­дым. Етенсе көнөндә үк тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға ғариза яҙҙым. Тәүге көндәре ауыр булды. Бер ай эсендә сәсем ағарҙы хатта. Тик яҡшы нәмәләр тураһында уйларға тырыштым. Әлбиттә, яҡындарым ныҡ ярҙам итте, – тип хәтирәләргә бирелә Регина.
Бер йыл буйы Абзаловтар төрлө дауаханалар тупһаһын тапай. Рианаға бер йәш тулғас, ишетеү һәләте насар булыу сәбәпле, IV дәрәжә инвалидлыҡ бирәләр.
Әсә балаһы менән ҡалалағы реабилитация үҙәгенә бара. Тырыш, мәрхәмәтле, белемле хеҙмәткәрҙәр тупланған, Учалыла ғына түгел, унан ситтә лә йәшәгән “үҙенсәлекле” балаларҙың үҙ ғаиләһенә, өмөттәрен юғалта башлаған ата-әсәләрҙең терәгенә әйләнгән “Ысыҡҡай” уларҙы бик йылы ҡабул итә.
– Реабилитация үҙәгендә сәләмәт­лектәре ҡаҡшаған, нервы системаһы, терәк-хәрәкәт аппараты, ишетеү-күреү ағзалары ауырыуҙары, тыумыштан килгән сирҙәр менән яфаланған ба­лаларға ярҙам күрһәтелә. “Ысыҡҡай” беҙҙең дә яратҡан йортобоҙға әйләнде.
Бында мин үҙем кеүек бала­ларының сәләмәтлеге өсөн көрәшкән башҡа ҡатындар менән таныштым. Яйлап аралаша башланыҡ, бер-беребеҙгә терәк булырға тырыштыҡ. Беҙҙе балаларыбыҙ йәмғиәттә социаль яраҡлашһын, уларға кәмһетеп ҡарамаһындар, тиң күрһендәр тигән маҡсат берләштерҙе, – ти Регина.
2016 йылда Учалыла “үҙенсәлекле” балаларҙың ата-әсәләре башланғысы менән инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә әхлаҡи һәм психологик ярҙам күрһәтеү маҡсатында Учалы инвалидтар ойошмаһы ҡарамағында “Изгелек бүләк ит” беренсел ойошмаһы асыла. 2019 йылдың авгусында ойошма юридик статус алып, айырым эшмәкәрлек башлай. Һәр ҡайҙа әүҙем, энергияһы ташып торған Регина Абзалованы уның рәйесе итеп һайлайҙар.
– “Үҙенсәлекле” баланың донъяға килеүе – һәр ғаилә өсөн ҙур һынау. Кемдер юғалып ҡала, күңел төшөн­көлөгөнә бирелә, кемдер, киреһенсә, ҡәҙерле кешеһе үҙен кәм тоймаһын, өйҙә бикләнеп ултырмаһын, тормо­шоноң һәр мәле сағыу үтһен өсөн тырыша башлай.
Ойошма менән балаларыбыҙ өсөн төрлө саралар уҙғарабыҙ, бер генә байрам да, бер генә тантаналы ваҡиғаны ла ҡалдырмайбыҙ. Балалар бер-береһе менән таныша, аралаша. Әлбиттә, бер үҙем бер нимәгә лә өлгәшә алмаҫ инем. Балалары өсөн йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙер Дилбәр Әхмәҙиева, Елена Сәйғәфәрова, Гөлшат Ҡунаҡбаева, Гүзәл Шәрипова, Альбина Хәмбәлиева, Рәмилә Әһлиуллина, Гөлшат Әхмәтова, Альбина Мозағафарова һәм башҡа әсәйҙәр – иң әүҙем ағзалар, төп терәгем.
– Мине был эшкә дәртләндергән һәм әле лә кәңәштәре менән ярҙам итеп торған “Әсә йөрәге” төбәк ойош­маһы рәйесе Гөлшат Ибраһимоваға ҙур рәхмәт, – ти Регина.
Регина Данил ҡыҙының ғаиләһендә лә барыһы ла әүҙемдәр. Абзаловтар “Йәш ғаилә”, “Атай барыһын да булдыра”, “Гүзәлкәй” конкурстарында ҡатнашып, уңыш яулаған. Сәйәхәт итергә, спорт менән шөғөлләнергә, тәбиғәт ҡосағында булырға яраталар. Гел алға ынтылған Регина ситтән тороп юғары уҡыу йортон тамамлаған, талантлы ҡатындың ҡулынан бөтә нәмә килә.
Былтыр йәй “Изгелек бүләк ит” ойош­маһы Рәсәй Президенты грантына эйә була. “Сикләүҙәрһеҙ тормош” проектын тормошҡа ашырыу өсөн уларға 308 мең һум аҡса бүленә. Был суммаға компьютерҙар, оргтехника, махсус музыка аппаратураһы – микрофондар, колонкалар, тауыш картаһы, микшер пульты һәм башҡалар һатып алына.
– Сәләмәтлеге буйынса мөмкин­лектәре сикләнгән балалар араһында ла һәләтле, ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһарға теләгәндәр күп. Беҙҙең проект­тың төп маҡсаты – тап шундай бала­ларҙы эстрада вокалына, хорео­графияға өйрәтеү, заманса музыкаль-компьютер технологияларын ҡулла­нып, башҡарыу оҫталығын камиллаштырыу. Проектҡа балалар ғына түгел, уларҙың ата-әсәләре лә, ирекмәндәр, һәммәһе ике йөҙҙән ашыу кеше йәлеп ителгән.
Инклюзив концерт бригадаһы төҙөп, балаларҙың йырҙары туплан­ған диск сығарырға ниәтләйбеҙ. Поектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән партнерыбыҙ “Bakshai Star” тауыш яҙҙырыу студияһына рәхмәтебеҙ сикһеҙ, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлаша Регина Данил ҡыҙы.
Регина Абзалова музыкаль һөнәргә эйә, балаларҙы вокалға ул һәм студия аранжировкалаусыһы Илнур Ҡәләмов өйрәтә. Хореография буйынса ла дә­рестәр алып барыла. Студияла ҡала­нан ғына түгел, райондың Уральск, Илсе, Сәфәр, Ҡобағош ауылдарынан талантлы балалар шөғөлләнә.

Грант аҡсаһының бер өлөшө сәхнә кейемдәре алыуға йүнәлтелгән. Пандемия арҡаһында сикләүҙәр бөтө­рөл­һә, балалар район сәхнәләрендә концерт менән сығыш яһарға йыйына.
Әлбиттә, ойошманы бағыусылар, район хакимиәте лә хәстәренән айырмай. Күптән түгел “Изгелек бүләк ит” ҡыйыҡлы булған. Хакимиәт уларға 93 квадрат метр майҙанды тәшкил иткән, бар уңайлыҡтары булған бина бүлгән. Бөгөн унда бағыусылар, ата-әсәләр тырышлығы менән ремонт эштәре башҡарыла.
– Бина ике ҙур һәм бер нисә бәләкәй бүлмәләрҙән тора. Киләсәктә ҡоролмалар, тренажерҙар урынлаштырып, спорт залы итеп файҙа­ла­нырға ла була. Бының өсөн йәнә бе­рәй грант программаһында ҡатна­шырға күҙаллайбыҙ, – тип киләсәккә пландары менән бүлеште ойошма рәйесе.

Учалыларҙың тәжрибәһен башҡа урындарҙа ла ҡулланһындар ине, сөнки “үҙенсәлекле” балаларҙың һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнһә лә, хыялдары, теләктәре, хоҡуҡтары сикләнмәгән.


Учалы ҡалаһы.
Читайте нас