Йәмғиәт
2 Март 2021, 06:14

Милләттең киләсәге – айыҡлыҡта

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ойошторған эксперт комиссияһы ултырышында “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусылар үҙ проекттарын яҡлай башланы. Был эш 5 мартҡа тиклем дауам итәсәк.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ойошторған эксперт комиссияһы ултырышында “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусылар үҙ проекттарын яҡлай башланы. Был эш 5 мартҡа тиклем дауам итәсәк.


Билдәле булыуынса, конкурс республикала 2011 йылдан 2014 йылға саҡлы үткә­релгәйне. 2019 йылдың июлен­дә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уны ҡабаттан тергеҙҙе.


“Айыҡ ауыл-2020” конкурсына былтыр августа старт би­релгәйне. Декабргә хәтлем муниципаль этап үткәрелде, унда 54 райондан да ҡатнаштылар. Һөҙөмтәлә республика этабына 54 ауыл сыҡты, йәғни һәр райондан – берешәр. Икенсе этапта бәйгеселәр үҙҙәрендә спорт һәм мәҙәни саралар ойош­торҙо, уларға Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты ағзалары ла саҡырылды. Конкурс барышында республикала махсус “ҡы­ҙыу бәйләнеш”тәр, алыҫ райондарға табиптарҙың, белгес­тәрҙең сәфәрҙәре ойошторолдо.


Ҡағиҙәгә ярашлы, быйыл 25 февралдән 5 мартҡа тиклем республика этабында ҡатна­шыусылар эксперт комиссияһы алдында үҙ проекттарын яҡлай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйе­се, Башҡортостандың Дәү­ләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, филология фән­дәре кандидаты Эльвира Айыт­ҡолова етәкселек иткән комис­сияның тәүге ултырышына Әл­шәй, Архангел, Асҡын, Ауыр­ғазы, Балтас, Бәләбәй, Бала­ҡатай райондары вәкил­дәре килде. Улар ошо конкурста әүҙем ҡат­нашыу маҡсатында үҙ төбәк­тәрендә үткәрелгән эшмәкәр­лек­тәре тура­һында һөйләне, үткәрел­гән сараларҙы видеосюжеттар һәм башҡа күргәҙмә әсбаптар менән раҫлай барҙы. Төрлө профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәренән торған коммиссия ағзаларынан уларға һорауҙар ҙа байтаҡ булды.

– Әле һеҙ күрһәткән видеоклипта фәҡәт оло йәштәгеләр генә күренә, айыҡ тормошҡа йәш-елкенсәкте лә йәлеп итеү буйынса ниндәйҙер эш баш­ҡарыламы? – тип һораны Һаулыҡ һаҡлау ми­нистрлығы вәкиле. Әлшәй районы Ташлы ауылы делегацияһына был һорауға ентекле яуап тоторға тура килде.


Халыҡ һаны буйынса ауылдар төрлөсә булғанлыҡтан, баһаны ғәҙел итеү маҡсатында, конкурс йомғаҡтары түбәндәге категория­ларға бүленеп ҡарала: халҡы өс мең кешенән ашыу булған ҙур ауылдар, бер меңдән алып өс мең­гә саҡлы кеше йәшәгәндәр, 200-ҙән алып бер меңгә ҡәҙәр бул­ған­дары, халыҡ һаны 200-ҙән аҙы­раҡтар. Шулай итеп, дүрт категория буйынса 12 еңеүсе асыҡ­ланасаҡ. Уларға республика Хөкүмәте дипломдары, шулай уҡ Башҡортос­тандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министр­лығының, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт ко­митетының ауылдарҙы төҙөк­ләндереү буйынса програм­маһына инергә хоҡуҡ биргән сертификаттары тап­шыры­ласаҡ.


Был сертификаттар тү­бәндәге категорияларға бүленә: беренсе урын өсөн – биш миллион һум; икенсегә – өс миллион һум; өсөнсө урынға – ике миллион һум. Тимәк, 2020 йылдағы еңеүселәрҙең дөйөм приз фонды 40 миллион һум тәшкил итәсәк.

Читайте нас