Йәмғиәт
2 Март 2021, 12:45

Юл йөрөү ваҡытлыса сикләнә

Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында быйыл йәй һәм көҙ айҙарында дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарында йөрөүҙе ваҡытлыса сикләү тураһындағы ҡағиҙәләр раҫланды.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында 2021 йылдың йәй һәм көҙ айҙарында дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарында йөрөүҙе ваҡытлыса сикләү тураһындағы ҡағиҙәләр раҫланды.
Яҙғы сикләү быйылғы 1 апрелдән алып 30 апрелдә тиклем ғәмәлдә буласаҡ, уның маҡсаты – яуым-төшөм күп булған осорҙа юлдарҙың техник торошон һаҡлау. Яҙғы миҙгелдәге сикләү ҡала-ара автобус хәрәкәттәренә, аҙыҡ-түлек һәм дарыу, орлоҡ, йорт хайуандары, почта ташыған автомобилдәргә ҡағылмай.
Йәйге осорҙағы сикләү асфальт һәм бетон түшәлгән юлдарҙы ауыр йөк машиналары йөрөгән саҡта боҙолоуҙан һаҡлау маҡсатында индерелә, ул 1 июндән 31 авгусҡа саҡлы һауа температураһы 32 градустан артып киткән саҡта ғәмәлгә ашырыласаҡ.
Фото: bashinform.ru.
Читайте нас