Йәмғиәт
3 Март 2021, 11:00

Өкөңә урманға барып килергә кәрәкме?

Ул уҫал дүрт аяҡлы дуҫтарҙы ла тәғәйен урынға алып барырға риза.

Такси хеҙмәтенә бала менән алып барыу буйынса мөрәжәғәт иткәндә, ҡайһы бер водителдәр ҡырҡа баш тарта. Был осраҡта йорт хайуандары тураһында әйтеп тороу ҙа крәкмәй.
Ниһайәт, был йәһәттән республикала ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр бар. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында йәшәгән Дмиртий Стрельников ҡайһы бер граждандарға эт, бесәй, ҡош кеүек йорт хайуандарын баҡсаға йәки ветеринар клиникаға алып барыуы ҡыйын булыуы – күп водителдәр ундай пассажирҙарҙы алыуҙан баш тартыуы мәсьәләһенә иғтибар иткән. Шуға ла егет ошондай хайуандарҙы ташыуҙа ярҙам итергә булған, хатта ауырыу һәм тынғыһыҙ, яһил дүрт аяҡлы дуҫтарҙы тәғәйен урынға алып барырға риза.
Егет хаҡты ғәҙәттәге такси хеҙмәтендәге кеүек ала, әммә йыйылған аҡсаны мәрхәмәтлеккә йүнәлтә. Асыҡлап әйткәндә, хайуандар приютына аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыуға тотона.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас