Быйыл Өфөлә ҡаланың үҙәк урамдарын төҙөкләндереү буйынса ҙур проект башлана. Уның һөҙөмтәһендә Әй - Бейек - Эшсе хәбәрселәр транспорт коридоры барлыҡҡа киләсәк. Ул баш ҡаланың географик үҙәген Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһе менән тоташтырыу мөмкинлеген бирәсәк. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Транспорт сәғәте” ултырышында һөйләшеү булды.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең юлдар төҙөү һәм ремонтлау буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Константин Паппе белдереүенсә, 2021 йылда Эшсе хәбәрселәр урамы, ә 2022 йылда – Бейек һәм Ураҡсин урамдарында эштәр башланасаҡ. Проекттар экспертиза үткән, әле кәрәкле финанслау ала. Бынан тыш, быйыл Әй урамының Салауат Юлаев проспектынан Менделеев урамына тиклемге километрлыҡ участкаһынан проектлай башлаясаҡтар.
Яңы урамдар ҡаланың транспорт инфраструктураһында киңлек бәйләнештәрен нығытыу мөмкинлеге бирәсәк һәм, Радий Хәбиров белдереүенсә, өфөләр өсөн ысын мәғәнәһендә “йәшәү юлы”на әйләнәсәк.
Быйыл башланасаҡ тағы бер проект – Зинин ауылы янында Өфөнө Көньяҡтан урау юлында тимер юлдары аша юл үткәргес төҙөү.
- Беҙҙең проекттарҙың мәғәнәһе ябай, һәм бының өсөн күпме ҡаршылыҡтарҙы үтергә кәрәклеге мөһим түгел. Әгәр эш һөҙөмтәһе халыҡтың ваҡытын, нервыларын һаҡларға ярҙам итәсәк икән – барыһы ла эшләнәсәк, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы быйыл Өфөнөң Комсомол һәм Революция урамдарындағы ремонтты тамамларға ҡушҡаны тураһында ла хәтергә төшөрҙө.
Радий Хәбиров бөгөнгө "Транспорт сәғәте"ндә ҡаралған мәсьәләләр тураһында социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы. Уның белдереүенсә, ошоноң ише кешеләрҙең ваҡытын һәм нервыһын һаҡлаусы юлды ул Красногорск ҡалаһында эшләгән саҡта төҙөткән. Өфөләге проекттың маҡсаты ла – халыҡтың тормошон мөмкин тиклем еңелләштереү.
“Планлаштырылған ошо транспорт артерияһын кешеләрҙең “йәшәү юлы” тип атай башлағанын ишеттем. Трасса Әй урамы янында Салауат Юлаев проспекты менән Менделеев урамы араһында башланып, Эшсе хәбәрселәр, Бейек, Академик Ураҡсин урамдарына дауам итәсәк. Киләһе йылда эштәрҙе бөтәсәкбеҙ.
Быйыл ҡаланың төп урамдарының береһен – Революция урамын да тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Аңлайым, хәрәкәтте ойоштороуҙа проблемалар буласаҡ. Тик уны әллә ҡасан ремонтлау кәрәк ине” тип яҙҙы Радий Фәрит улы һәм башҡа юл проекттары тураһында мәғлүмәттәр менән дә уртаҡлашты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.