Йыйындың Октябрьский ҡалаһында үткәрелеүе унда торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү, сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса ҙур тәжрибә тупланыуы менән бәйле. Коллегияла ҡатнашыусылар контейнерҙар ҡуйылған майҙансыҡтарҙы һәм “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәләрен ҡараны.
"Октябрьский ҡалаһында беҙ яҡшы миҫал күрҙек: хакимиәт төҙөкләндереү эшен контролдә тота, подрядсының һәр аҙымы заказсы менән килешеп яһала", – тине республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова. Ул ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың төп үҙенсәлеген билдәләне – төҙөкләндереү ооъекттарын һәм эшен халыҡ үҙе һайлай. Былтырғы эшмәкәрлек буйынса, отчет докладында тармаҡтың күрһәткестәре лә килтерелде: үҙәкләштерелгән һыу системаһынан халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү - 96,3 процент, торлаҡ фондын бөтә төр уңайлыҡтар менән йыһазландырыу 69,5 процент тәшкил итә.