Йәмғиәт
3 Март 2021, 19:15

"Үҙ даирәңдә профессионал булыу зарур"

З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Ҡатын-ҡыҙ һәм сәйәсәт” фәнни-ижтимағи форумы үтте, ул Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналды.

Быйыл февралдә республикабыҙҙың абруйлы матбуғат баҫмаларының береһе – “Ватандаш” журналы сыға башлауға 25 йыл булды.
Ошо айҡанлы З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Ҡатын-ҡыҙ һәм сәйәсәт” фәнни-ижтимағи форумы үтте, ул Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналды. Сарала республиканың сәйәси, ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан билдәле гүзәл зат вәкилдәре, быға тиклем һәм бөгөн дә депутат йөгөн тартҡан Эльвира Айытҡолова, Сәлиә Мырҙабаева, Гөлфиә Иҙелбаева кеүек шәхестәр, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының өлкән класс уҡыусылары һ.б. ҡатнашты.
Форумда ҡатын-ҡыҙҙарҙың заман сәйәсәтендәге, йәмәғәт тормошондағы өлөшө, эш үҙенсәлектәренең, биләгән вазифаларҙың гүзәл заттың холоҡ-фиғелендә сағылышы, эшлеклелек, талапсанлыҡ кеүек сифаттарҙың наҙлылыҡ, изгелек кеүек төшөнсәләр менән берләшеүе кеүек темаларға һөйләшеү булды.
“Ватандаш” журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәшиҙә Мәһәҙиева республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда ҡатнашҡан билдәле ҡатын-ҡыҙҙарға туҡталып үтте. Мәҫәлән, билдәле яҡташыбыҙ, инженер‑архитектор, дәүләт эшмәкәре Мәстүрә Низам ҡыҙы Сәхәүетдинова Башҡорт АССР-ында ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүге халыҡ комиссары булған. Ул – 1936 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы. Асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, республика тормошонда сағыу эҙ ҡалдырған шәхес Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң тыуған ауылында комсомол ячейкаһы ойошторған, махсус тәғәйенләнешле отрядтар составында ҡорал тотоп ауыл учреждениеларын, келәттәрҙе һаҡлауҙа ҡатнашҡан. Тәүге артелдәрҙе һәм коммуналарҙы, ҡатын-ҡыҙҙар советтарын булдырған.
1936 йылда Мәскәүҙә В.В. Куйбышев исемендәге РККА Хәрби инженерҙар академияһын тамамлап, инженер‑архитектор һөнәрен алған. Артабан «Башпроект» проекттар планлаштырыу тресының баш архитекторы, идарасы урынбаҫары булып эшләгән. 1937 йылдан Башҡорт АССР-ының коммуналь хужалығы халыҡ комиссары вазифаһын башҡарған, унан Халыҡ комиссарҙары советы ҡарамағындағы фәнни‑техник советтың рәйесе, Халыҡ комисарҙары советы рәйесе урынбаҫары, Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе вазифаларын үтәгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эвакуацияланған предприятиеларҙы урынлаштырыу эшенә етәкселек иткән. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 2 - 4‑се саҡырылыш депутаты итеп һайланған.
Әлбиттә, һәр заманда власть даирәләрендә ҡатын-ҡыҙҙар булған. Совет осоронда депутат итеп төрлө райондарҙан халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртырлыҡ төрлө һөнәр эйәләре һайланған. Яңы осорҙа иһә сәйәсәттә фиҙакәр эшмәкәрлеге менән билдәле шәхестәр бихисап. Улар араһында Рәсәй Федерация Советында Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙ сенатор, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова, философия фәндәре докторы, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина, йүгереү буйынса 18 тапҡыр донъя чемпионы Рима Баталова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Рима Үтәшева һәм башҡалар бар.
Тәжрибәле сәйәсмән һәм етәксе Эльвира Айытҡолованың форумдағы сығышы күберәк сарала ҡатнашҡан үҫмерҙәргә арналды.
"Республикалағы ҡатын-ҡыҙҙар бик әүҙем: ниндәй генә проблемалар, мәсьәләләр булмаһын, көтөп тормайҙар, берләшәләр ҙә эшләй башлайҙар. Әйтергә кәрәк, әле барған “Айыҡ ауыл” конкурсын алға әйҙәүселәр ҙә – тап гүзәл заттар. Сәйәсәттә, әлбиттә, был эш – ир-аттыҡы, быныһы – ҡатын-ҡыҙҙыҡы тигән бүленеш юҡ. Был өлкәгә килеп эләккән кеше һөнәри оҫталығын, булмышын, ваҡытын тулыһынса сәйәсәткә, дәүләт хеҙмәтенә бағышлай, хатта ҡайһы осраҡта ваҡыттың шәхси ынтылыуҙарға, ғаиләңә лә етмәй китеүе ихтимал. Икенсе яҡтан, сәйәсәт – башҡаларға ярҙам итеү тигән һүҙ. Әгәр ҙә һеҙ йәмәғәтселекте борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләргә әҙер һәм бының өсөн көсөгөҙҙө, дәрт-дарманығыҙҙы йәлләмәйһегеҙ икән, барыһы ла килеп сығасаҡ.
Өсөнсөнән, сәйәсәткә осраҡлы килеп булмайҙыр ул. Бала саҡтан бәғзе кешеләр үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ ала: кемдер класс старостаһы була, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, һәр саҡ алдынғы сафта була. Артабан ошо уҡ әүҙемлек студент тормошона күсә, һөнәри тармаҡта ла сағыла. Тирә-йүндәге хәлдәргә битараф ҡала алмау, кешеләрҙең йәшәйешен яҡшыртырға ынтылыу – сәйәсәттәге төп талаптар. Тормош иҫ киткес ҙур тиҙлек менән алға елә, өйрәнәһе ғәмәлдәр күп, әммә барыһына ла өлгөрөргә тырышырға кәрәк. Маҡсатлы, яуаплы булығыҙ, юғалып ҡалмағыҙ", – тип һөйләне сығышында Эльвира Ринат ҡыҙы.
Рәсәй Дәүләт Думаһының ике саҡырылыш депутаты булған Сәлиә Мырҙабаева иһә һөнәри оҫталыҡ - уңыш нигеҙе тип билдәләй. Уны республикала билдәле табип, абруйлы етәксе тип кенә түгел, ә заманында әсәлекте, балалыҡты яҡлау буйынса бихисап фиҙакәр эштәр башҡарған шәхес итеп тә беләләр.
"Бәғзе кешеләр сәйәсәтте лозунгтар һәм юғары һүҙҙәр сығанағы тип билдәләй. Был тармаҡҡа эләгеү өсөн иң тәүҙә үҙ даирәңдә профессионал булыу зарур. Һөнәри яҡтан фиҙакәр, кешеләр менән эшләгән, уларҙың ихтыяждарын белгән һәм аңлаған шәхес сәйәсәттә лә аныҡ файҙа килтерә ала, урынлы, кәрәкле, ваҡытлы закондар эшләүҙә ҡатнаша", - ти Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.
Форум артабан сәйәсәт кеүек етди теманан лирик тулҡындарға күсте: “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, шағирә Гөлназ Ҡотоева шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Быйыл мәктәпте тамамлап, оло тормош юлына баҫырға әҙерләнгән балалар өсөн был осрашыу, һис шикһеҙ, фәһемле, әһәмиәтле булды.
Фотолар “Ватандаш” журналы архивынан.
Читайте нас