"Изгелек йәйғоро" ирекмәндәр хәрәкәте социаль селтәрҙә 12 йәшлек малайға өйөнә ҡайтырға ярҙам кәрәклеге хаҡында белдерә. Эш шунда: Ваня Стәрлетамаҡ ҡалаһынан, ул әле балалар йортонда.
Ирекмәндәр билдәләүенсә, малай әсәһе менән генә көн күргән. Фатирҙарында йәшәү өсөн шарттар насар булғанлыҡтан, уны ваҡытлыса балалар йортона урынлаштырғандар. Фотоларҙан күренеүенсә, уларҙың йыуыныу бүлмәһе, бәҙрәфтәре бөтөнләй сафтан сыҡҡан.
"Әле Ваня балалар йортонда һәм уның әсәһе янына бик ҡайтҡыһы килә. Шарттар булмау сәбәпле уларҙы айырғандар. Малай май айына тиклем балалар йортонда ваҡытлыса йәшәп тора ала. Һуңынан инде әсәһен улына хоҡуҡтарынан мәхрүм итеп, Ваняның бөтөнләйгә бында ҡалыуы ихтимал", - тип яҙған Регина Бирғолова.
Ирекмәндәр билдәләүенсә, әсәй кеше эскесе түгел, эшләп йөрөй. Тик хеҙмәт хаҡы бик аҙ (14 мең), ул тәҙрә алыштырғанда алған кредитҡа һәм ашауға саҡ-саҡ етеп тора икән. Ваняның өйгә бик ҡайтҡыһы килә, шуға ла ул битараф түгелдәргә әсәһенә ярҙам күрһәтеүҙе үтенеп һорап мөрәжәғәт иткән.
Әгәр ҙә теләүселәр булһа, "Изгелек йәйғоро" (Радуга добра) ирекмәндәр хәрәкәте менән бәйләнешкә сығырға була.
Фото "Изгелек йәйғоро"нан.