Йәмғиәт
4 Март 2021, 13:00

"Шул тиклем ҡанатланып ҡайттыҡ!"

"Бындай концертты әллә ҡасандан күргән юҡ ине", - ти улар.

Бөгөн Өфөләге "Торатау" конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы гүзәл зат вәкилдәре өсөн тантаналы сара үткәрелде. Унда республиканың һәм ҡалаһы һәм районынан 400-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ саҡырылғайны. Алдан әйтеүебеҙсә, улар үҙ ҡала һәм райондарында, предприятие һәм коллективтарында алдынғылар рәтендә.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Сараға килгән гүзәл зат вәкилдәре бик ҡәнәғәт ҡалды.
– Көн бер ни тиклем болотло кеүек булһа ла, Конгресс-холл янына килеү менән кәйеф күтәрелеп китте. Хәрби кейемдәге йәш кадеттар тыштан уҡ йылмайып ҡаршы алып тора, ҡыҙыл келәмдәрҙән үҙебеҙҙе йондоҙ итеп хис итеп атлап инеү менән сәскәләр гөлләмәһе килтереп тотторҙолар. Бындағы мөхит шундай тантаналы һәм матур. Шунда уҡ байрам кәйефе барлыҡҡа килде, ысынлап та, илебеҙгә яҙ килә, ул тап ошо байрамдан башлана бит, – тине республика Прокуратураһы вәкиле Наталья Рәхмәтуллина.
Уның һүҙҙәренә республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Фәниә Нафиҡова ла ҡушылды.
– Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ошо тиклем юғары кимәлдә ойошторолған матур сарала тәүге тапҡыр ҡатнашыуым. Һәр ҡатын-ҡыҙ һоҡланыуға, уның эшен һәм булмышын танып, ҡабул итеүгә, яратылыуға мохтаж. Был сара күптәребеҙ өсөн илһам сығанағы булып торасаҡ. Һуңғы йылдарҙа власта ҡатын-ҡыҙ артты, был - яҡшы күренеш. Беҙ бит яуаплыраҡ, намыҫ менән эшләйбеҙ, ҡарарҙарҙы уйлап ҡабул итәбеҙ, – тине ул.
“Чернобыль” инвалидтары ойошмаһы вәкиле Гүзәлиә Михеева концертҡа һоҡланыуын йәшерә алманы.
– Шул тиклем кәйефем күтәрелде. Ойоштороу кимәле бар яҡтан да юғары. Ныҡ ҡәнәғәт ҡалдым. Ә ул концерт! Яратҡан йырсыларым Айҙар Ғәлимов, Фәдис Ғәниев, Әнүәр Нурғәлиев, Гөлназ Асаева булды. Йәштәр һәм балалар ҙа ныҡ ҡыуандырҙы. Ошондай байрам, унда мине лә баһалап саҡырғандары өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәт. Артабан эшләүгә ныҡ ҡанатланып ҡайтам, – тине ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Читайте нас