Яҙ байрамын һәр ҡатын-ҡыҙ көтөп ала. Бәләкәстәр, йәштәр, ололар өсөн был байрам ниндәйҙер күңел тантанаһы, яҡты кәйеф һәм матурлыҡ тойғоһо ла. Был көндә гүзәл заттарҙың барыһы ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ. Шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән бәләкәй ҡыҙҙар ҙа.
Баймаҡ районында икенсе тапҡыр кескәй принцессалар өсөн бик матур байрам үтә. Быйыл да был сара бәләкәй матурҡайҙарға һәм уларҙың ата-әсәһенә байрам кәйефе һәм күңел йылыһы бүләк итте. Райондың хакимиәт башлығы Фәнис Әминев был хаҡта үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә былай тип яҙҙы:
"Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн "Бәләкәй принцессалар балын" уҙғарыу йолаһы 2019 йылдан алып үткәрелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уларҙы үткәреү инициативаһы менән сыҡҡайны. Бөгөн РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән бергә балаларҙы һәм әсәләрҙе етеп килгән 8 Март байрамы менән тәбрикләнек. Ҡыйынлаҡтарға ҡарамайынса, йөҙөгөҙҙән йылмайыу, күңелегеҙҙән дәрт бер ваҡытта ла китмәһен. Һеҙгә һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, бәхеттәрҙең мөлдөрәмә тулыһын, тормоштоң мул һәм бәрәкәтлеһен теләйем".
Фото: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.