Йәмғиәт
5 Март 2021, 10:19

“Башбланкиздат” заман менән бергә атлай

Улар бөтә Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итә.

Өфө ҡалаһында эшләп килгән “Башбланкиздат” предприя­тиеһының исеме лә, эшмәкәр­леге лә күптәргә яҡшы таныш, сөнки бында барлыҡ кәрәкле эш ҡағыҙҙары, бланктар, тер­кәү алып барыу өсөн журналдар, кенәгәләр, танытмалар һәм башҡа төр баҫма продукция етештерелә. Бөгөн пред­приятиеларға һәм ойошма­ларға, эшҡыуарҙарға һәм ябай халыҡҡа тәҡдим ителгән продукция төрө 8-9 мең дана менән иҫәпләнә. “Башбланкиздат” республиканың һәм Рәсәйҙең, атап әйткәндә, Һамар, Силәбе, Төмән, Ульяновск, Мәскәү өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Себер тарафтары, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙың сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, ауыл хужалығы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа тармаҡтарға ҡараған эре компаниялары һәм ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итә.


Бай тарихлы предприятие


“Башбланкиздат” 1932 йылда “Союзучетиздат” исеме аҫтында барлыҡҡа килә, артабан төрлө атамалар менән йөрөтөлә. Предприятие эшмәкәрлеге осоронда төрлө мәлдәрҙе кисерә. 2008 йылда иҡтисади йәһәттән көрсөк кисергән ойошманы йәш, тәүәккәл етәксе Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы Әлибаева үҙ ҡулдарына ала. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын уңышлы тамамлаған, студент йылдарында уҡ “Баш­ҡорт­остан энциклопедияһы” нәшриә­тен­дә эш башлап, полиграфия өлкә­һен ныҡлы ғына өйрәнгән ханымға эште яйға һалып ебәреү ауыр булмай. Быға тиклем яуаплы вазифаларҙа, етди ойошмаларҙа эшләп туплаған тәжрибәһе лә ярҙам итмәй ҡалмай. Республи­каның Үҙәк дәүләт тарих архи­вындағы хеҙмәте эшлекле ҡағыҙ­ҙарға етди ҡарарға, тәфсирле мөнәсәбәттә булырға өйрәтә. Өфө ҡалаһының Совет районы хаки­миә­тендә эшләгәнендә, Ә.-З. Вәлиди исемендәге Республика милли китапханаһында кадрҙар бүлеге начальнигы, Башҡортостан Рес­публикаһы буйынса Рәсәй милке идаралығында (“Росимущество”) кадрҙар, эштәр идаралығы, отчет һәм контроль бүлеге начальнигы булғанында ул үҙен яуаплы, теүәл, тәүәккәл дәүләт хеҙмәткәре итеп таныта. Шуға күрә эш менән сы­нығыу алған, кешеләр менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнгән, идара итеү алымдарын ярайһы уҡ яҡшы үҙләштергән Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы үҙ иңенә һалынған яңы бурысты – “Башбланкиздат” предприя­тие­һының директоры вазифаһын да һис икеләнеүһеҙ ҡабул итә.
Эш башлағандан алып бөгөн­гә­сә уның иң ҙур ярҙамсылары, терәк һәм таяныстары – беренсе урынбаҫары Азамат Факил улы Әхмәтов, тормош юлдашы Таһир Сәлимйән улы менән һөйөклө әсә­һе Тәнзилә Усман ҡыҙы. Әйткәндәй, әсәһе – бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған хөрмәтле уҡытыусы, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы. Улдары – Өфө медицина колледжы студенты Азат та уҡыуынан буш ваҡыттарында ихлас ярҙам итә.


Иң мөһиме – кешеләр


Һәр етәксенең көсө, эшенең ырамлы, уң барыуының нигеҙе – берҙәм, татыу коллективта. “Баш­бланкиздат”тың эшмәкәрлеге ме­нән яҡындан танышыу барышында күптәр, “эшебеҙ оҡшай, унан да бигерәк коллективыбыҙ һәйбәт, беҙ бер ғаилә кеүек”, тип белдерҙе. Улар бер тауыштан етәкселәре Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙын, талапсан, әммә шул тиклем кешелекле, изге күңелле, тип билдәләне. Ул шулай уҡ полиграфия эшмәкәрлеген бар нескәлегендә үҙләштергән белгес һәм етәксе булараҡ та хөрмәт ҡаҙанған.
Башлыса ҡатын-ҡыҙҙарҙан тор­ған предприятиела бер нисә генә бөртөк ир-егет бар. Шуларҙың иң ҙур стажлыһы – ошо эшкә 25 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған Александр Анатольевич Бондарь. Ул – күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу буйынса баш белгес.
Ленин урамындағы сауҙа нөк­тә­һендә һатыу эштәре буйынса менеджер Галина Петровна Кулагина һәр клиентты ихлас ҡаршы ала. Бында көн дауамында кеше өҙөлмәй. Республиканың төрлө райондарынан, баш ҡала ойошмаларынан һәм учреждениеларынан кәрәкле бланктар, эш ҡағыҙ­ҙары һорап мөрәжәғәт итеп кенә торалар. Заказдар телефон буйынса ла ҡабул ителә.
Етештереү бүлеге етәксеһе Зөлфиә Ҡәйепованы Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы “минең уң ҡулым” тип атай. Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң үҙе өсөн өр-яңы өлкәне үҙләш­тергән Зөлфиә Ишмырҙа ҡыҙы Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан производство цехындағы барлыҡ эш процесы өсөн яуаплы. “Эшем оҡшай, яратып башҡарам. Продукция өлгөләр буйынса етештерелә. Бәләкәй генә кенәгә йәки бланк булһынмы, йәки ҡалын-ҡалын журналдармы – барыһын да күңе­лебеҙҙе биреп башҡарабыҙ, төп­ләйбеҙ, елемгә ултыртабыҙ, тыш­лай­быҙ. Күп эштәр махсус ҡора­малдар ярҙамында башҡарылһа ла, кешенең ижади ҡарашынан, эшкә теләгенән күп нәмә тора”, – ти бүлек етәксеһе.
Шуныһы ҡыуаныслы: предприятиела йәштәр ҙә ҡанат нығыта, ки­лешеү нигеҙендә студенттар ҙа эшләп ала. Уларҙың күптәре ошонда тәжрибә туплап, артабан төрлө урындарҙа хеҙмәт карьераһы яһай. Әлеге көндә тәжрибәле апай-ағайҙары янында эшкә өйрәнгән Азалина Ишкина – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты. “Миңә иң оҡшағаны – коллек­тив­тағы мөхит, шуға күрә уҡыуҙан буш ваҡытта эшкә барғым килеп кенә тора”, – ти тырыш ҡыҙ.
Хеҙмәткәрҙәр менән бер рәттән клиенттарҙың да ҡәҙерен беләләр бында. “Беҙҙең өсөн ваҡ-төйәк заказ юҡ, хатта бер-икешәр данала бланктар эшләп биреүҙе һорау­сылар була. Бер кемдең дә үте­несен кире ҡаҡмайбыҙ. Шуға күрә эш күләме лә етерлек”, – ти етәксе һәм хеҙмәткәрҙәр. Үҙгәртеп ҡороу, унан һуңғы иҡтисади көрсөк осор­ҙарында күп кенә урындарҙа бындай предприятиелар юҡҡа сыҡ­ҡан. Ҙур типографиялар, ҡеүәтле полиграфия комбинаттары бланктар, кенәгәләр баҫыу менән бу­лы­шыуҙы хуп күрмәй. Ә бит эшмә­кәрлектә ябай ғына теркәү журнал­дары, танытмалар, ваҡ-төйәк эш ҡа­ғыҙҙары һәр ойошмаға, пред­приятиеға, хатта ҙур компанияларға ла кәрәк. Шуға күрә “Башбланкиздат” менән хеҙмәттәшлек итеүселәр бөтә илгә таралған, тип әйтергә була.
Ашығыс заказдар булғанда йәки ҡапыл эш күләме артып китһә, етәкселек тә, хеҙмәткәрҙәр ҙә ваҡыт менән иҫәпләшмәй. “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан, сара башланырға бер көн ҡалғас, ҙур ғына заказ килеп төштө. Таңғы дүрткә тиклем эшләп, бар кәрәкле ҡағыҙҙарҙы ваҡытында өлгөрттөк”, – ти хеҙмәткәрҙәр.


Һынылышлы йыл һындырмаған


Былтырғы йыл тотош кешелек һәм донъя иҡтисады өсөн бик һы­нылышлы осор булды. Коронавирус зәхмәтенең шауҡымы ҡағыл­маған бер тармаҡ та ҡалманы.
– Пандемия беҙҙең эшмәкәр­леккә лә арыу уҡ зыян яһаны. Эшкә сығыу тыйылыу сәбәпле, апрель – июнь айҙарында етештереүҙе туҡта­тыр­ға мәжбүр булдыҡ, заказдар ҡабул итә алманыҡ. Артабан эшмәкәр­лекте яйға һалыу, һалымдарҙы, биналар өсөн ҡуртым, хеҙмәт­кәрҙәргә эш хаҡын түләү өсөн байтаҡ аҡса, тупланған бол китте. Һөҙөмтәлә биш сауҙа нөктәһенең өсәүһен (Аксаков, Красин һәм Тыныслыҡ урамдарында) ябырға мәжбүр булдыҡ. Йыл аҙағына ҡарай ғына аҙыраҡ хәл-торош яҡшырып, эшмәкәрлекте яйлап, яңынан аяҡҡа баҫа алдыҡ. Иң мөһиме – ошо ауыр ваҡытты юғалтыуҙарһыҙ үттек. Иҡтисади йәһәттән ҡатмарлы ғына осор кисереүгә ҡарамаҫтан, бер кем дә эштән китмәне. Бының өсөн, әлбиттә, коллективыма ҙур рәхмәтлемен, – ти директор.
Мәктәп йылдарындағы пионер, комсомол ойошмаларының йоғон­тоһо, староста, отряд рәйесе булыу Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙының холҡон йәш саҡтан нығыта, теүәллеккә өйрәтә. План төҙөү, һәр эшкә аныҡ маҡсат һәм һөҙөмтәне күҙаллап тотоноу – шул ваҡыттан ҡалған матур ғәҙәте.
– Уңышлы булыу өсөн тәүә­к­кәллек кәрәк, – ти етәксе ханым. – Эш һорап килгән кешеләргә үҙебеҙ етештергән продукция менән сауҙа итергә тәҡдим яһайбыҙ. Юҡ, минән булмай, аҡса эшенән ҡурҡам, тип ҡоттары оса. Аҡсанан ҡурҡҡас, ул нисек байы­һын? Туғыҙ меңгә яҡын төрлө тауар исемлеген ятлап алыу ҙа ифрат ҡыйын тойола беҙҙә һатыу итеүсегә.
Етди предприятие етәксеһе өсөн иҡтисади тотороҡлолоҡ, яҡшы ки­лемгә эйә булыу – әлбиттә, бик мөһим. Шунһыҙ һин бөгөнгө шарттарҙа уңышҡа өлгәшә лә, үҫешә лә алмайһың. Әммә аҡса эшләү менән мауығып, эргәңдә барған тормошто күрмәү, йәшәү матурлығын тоймау, рухи ҡиммәттәрҙе һанламау һис тә дөрөҫ түгел, тигән ҡарашта етәксе. Шуға күрә Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы һәр төрлө милли байрамдарҙа, сараларҙа бағыусы булып сығыш яһай, милли матбуғатҡа ярҙам итә, инвалидтар ойошмаларынан ҡабул ителгән заказдарға ла айырым ҡараш булдырған.
Атаһы – шағир Ҡадир Әлибайҙың мираҫын һаҡ­лауҙы ла үҙенең изге бурысы тип һанай ул. Ун йылдан ашыу ауылдаштарын, элекке уҡытыусыларын, хаҡлы ялдағы ололарҙы милли баҫмаларға яҙҙырыуы, “Баш­ҡортостан”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Киске Өфө”, “Йәншишмә” кеүек баҫмаларға, “Ҡурай” телеканалына ярҙам итеүе – былар барыһы ла уның күңел киңлеге, рухиәткә тоғролоғо тураһында һөйләй.
Бөгөн бында шәжәрәләр, үҙ­нәшер ысулы менән китаптар, методик ҡулланмалар, буклеттар, башҡортса асылмалар, афишалар, календарҙар һәм башҡаларҙы баҫтырып алырға мөмкин. Пред­приятиеның сауҙа нөктәләре Өфө ҡалаһының үҙәгендә – Ленин урамында һәм Черниковка биҫтә­һендә урынлашҡан. Улар 9.00–18.00 сәғәттәрҙә эшләй. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8 (347) 272-59-21, 272-40-03, 8-937-337-26-63 (Ленин урамы, 28), 8-927-236-26-80, 236-26-80 (Ульяновтар урамы, 50), 8-927-339-70-83 (етештереү бүле­ге). Предприятиеның сайты: Blankirf.ru / Электрон адресы: bashblankizdat@mail.ru
Реклама.
Читайте нас