Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында V “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы республиканың иң әүҙем гүзәл заттарын йыйҙы. Был ҙур сара граждандар йәмғиәте институттары эшен әүҙемләштереү, халыҡтың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен күтәреү һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмәғәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәһен баһалау маҡсатында уҙғарыла.
Республикала ҙур танылыу алған “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” проектының авторы һәм етәксеһе – “Башҡортостан Республикаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы” ҡатын-ҡыҙ статусын үҫтереүҙе ойоштороу һәм йәмғиәттә уның ролен әүҙемләштереү йәмәғәт төбәк ойошмаһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһаринаның сара юғары кимәлдә үтһен һәм йәмғиәтебеҙҙе үҫтереүгә, киләсәк быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индергән һәр бер ҡатын-ҡыҙ лайыҡлы баһаһын алһын өсөн бар көсөн һалыуын билдәләмәй мөмкин түгел.
V “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсы былтыр 1 ноябрҙә старт алғайны. Ул ике этапта уҙҙы – муниципаль һәм республика кимәлендә. Йәғни беренсе тур район һәм ҡалаларҙа үтте, муниципаль этапта еңгәндәр республика кимәлендә ҡатнашыу хоҡуғын алды. Конкурста ҡатнашырға теләк белдереп, 500-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ғариза биргән.
V “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсы сиктәрендә, Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина менән Татарстандан Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының урындағы бүлексәһе – Бөгөлмә районы ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмаһы рәйесе Марина Солдатова хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ ҡатын-ҡыҙ мәнфәғәтен тормошҡа ашырыу, статусын күтәреү, тиң хоҡуҡлылыҡты тәьмин итеү, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу өсөн шарттар тыуҙырыу, милли һәм рухи аңды үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен таратыу, йолаларҙы һаҡлау һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл иткәндә хеҙмәттәшлекте маҡсат итеп ҡуя.
– Ошондай сараға саҡырғандарына рәхмәтлебеҙ. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан беҙҙең өсөн ҙур бүләк булды. Үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөүебеҙ ҙә ҡыуандыра. Килешеү төрлө телле халыҡтарҙың мәҙәниәте, ижады менән уртаҡлашыу мөмкинлеге бирә, – тине Татарстандан килгән ҡунаҡ Марина Солдатова.
Сараның тантаналы өлөшө тамаша залында уҙҙы. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың конкурста ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ҡунаҡтарҙы тәбрикләү һүҙен еткерҙе.
Ошо сараны биш йыл дауамында йөрәгендә йөрөткән, республикабыҙҙың һәр бер башҡорт ҡатын-ҡыҙының яҙмышы өсөн борсолған Гөлнур Ҡолһаринаның сығышы ҡыҫҡа, әммә тулҡынландырғыс булды.
– Донъя ҡатын-ҡыҙ ҡулында, ти халыҡ аҡылы. Ысынлап та дәүләтебеҙҙең бөгөнгө һәм киләсәк хәле күп осраҡта беҙҙән – ҡатын-ҡыҙҙарҙан тора. Гүзәл заттар бөтә өлкәлә лә үҙ һөнәре оҫтаһы ғына түгел, улар дәүләтебеҙҙең бөтә ижтимағи-сәйәси хәрәкәтендә ҡатнашыусы ла. Уларҙың өлгөлө миҫалында йәштәребеҙ, милләт киләсәге тәрбиәләнә, – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы тәбрикләү телмәрендә.
Конкурста еңеүселәр “Уңышлы һәм өлгөлө балалар үҫтергән күп балалы әсә”, “Ҡатын-ҡыҙ – мәҙәниәт эшмәкәре”, “Ҡатын-ҡыҙ – лидер”, “Йәштәр хәрәкәте лидеры”, “Ҡатын-ҡыҙ – педагог”, “Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә”, “Бизнес-леди” кеүек ун төрлө номинацияла бүләкләнде. Бер йүнәлеш тә ситтә ҡалманы, заман гүзәл заттарының бөгөнгө эшмәкәрлеге тейешле баһаланды. Һәр береһенә диплом, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Гөлнур Ҡолһарина Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының төп наградаһын – Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалын милләтебеҙҙең, йәмғиәтебеҙҙең үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм гүзәл заттарыбыҙға тапшырҙы. Атап әйткәндә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, педагогия фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, филология фәндәре докторы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре Әлфиә Йосопова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Леонора Ҡыуатова, Салауат Юлаев ордены кавалеры Бибисара Мөхәмәтдинова, Бөрө ҡалаһынан эшҡыуар, бағыусылыҡ менән әүҙем шөғөлләнгән, “Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһында намыҫлы хеҙмәте өсөн” билдәһе менән наградланған Людмила Күгебаева, Әбйәлил районының Халыҡ балаҫ йорто етәксеһе, “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған Зөлфирә Мәхийәнова, республикалағы “Азербайжан халҡының дуҫлыҡ йорто” йәмғиәте етәксеһе, ирекмән Рана Ибрагимова, дуҫлыҡ ебен нығытыуға өлөш индергән Башҡортостан Республикаһының баш раввинының тормош иптәше Хана Кричевская, Октябрьский ҡалаһынан балаларға башҡорт телен уҡытҡан хеҙмәт ветераны Римма Насирова, Сибай ҡалаһынан барлыҡ ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған хеҙмәт ветераны, әүҙем йәмәғәтсе Венера Йәнбәкова, Әбйәлил районынан ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен үҫтереүгә, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен һаҡлауға тос өлөш индергән Иҙиә Ғәлимова, Ҡырмыҫҡалы районынан “Илһөйәр” татар фольклор ансамбле етәксеһе Хәлисә Әхмәтшина, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ишембай районының почетлы гражданы Мәрйәм Солтанова Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының төп наградаһы менән бүләкләнде. Әйткәндәй, Мәрйәм Солтанова һүҙ алып: “Барлыҡ конкурсанттар исеменән рәхмәт белдерәм. Был сара – йөкмәткеле ғәмәлдәре менән айырылып торған проекттарҙың береһе”, – тип сараны юғары баһаланы.
Ысынлап та сараның халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, йолаларын үҫтереүгә тос өлөш индереүен билдәләмәү мөмкин түгел. Был юлы ла унда милли биҙәүестәр, кейем, ҡул эштәре, башҡорт аш-һыуын етештергән оҫталарҙың ҙур күргәҙмәһе ойошторолдо.
Гөлнур ҠОЛҺАРИНА, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы:
– Быйыл конкурс бишенсе тапҡыр уҙғарыла, беҙҙең бәләкәй юбилейыбыҙ. Ҡатнашыусыларҙың географияһы, һаны йылдан-йыл артыуы ҡыуаныслы, ойоштороуҙа ярҙам итергә теләгәндәр арта бара, һәм ҡатнашыусылар ҙа. Йыл һайын Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән делегация килә, быйыл БДБ илдәренән дә барҙар. Төп маҡсат – йәмәғәтселеккә әүҙем, булдыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы, күп балалы әсәләрҙе, ижтимағи-сәйәси эшмәкәрҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы әүҙемселәрен күрһәтеү. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте киләһе йылда конкурсты Бөтә Рәсәй кимәлендәге сара итергә ниәтләнә.
Илгиз СОЛТАНМОРАТОВ, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры:
– Йылдан-йыл “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының географияһы киңәйә. Был юлы күрше төбәктәрҙән дә килгән ҡунаҡтар булды. Конкурсанттарҙың бәҫе, дәрәжәһе арта. Сараны төрлө яҡлап хуплауҙары, грант алыуҙары, ярҙам итеүҙәре – ошоға асыҡ дәлил. Киләсәктә лә ул республикабыҙҙың иң сағыу сараларының береһе булып ҡалыр, тип уйлайым. Уны Рәсәйҙә лә, башҡа төбәктәрҙә лә миҫал итеп күрһәтәләр.
Зилиә БӘХТИЕВА, “Ҡатын-ҡыҙ – мәҙәниәт эшмәкәре” номинацияһында еңеүсе:
– Конкурсты биш йыл дауамында күҙәтәм. 2017 йылда әсәйем ҡатнашып, миҙал алғайны. Унан һуң ныҡлап әҙерләнә башланым һәм ике номинацияла – “Ҡатын-ҡыҙ – мәҙәниәт эшмәкәре”ндә һәм “Йәш йәмәғәтсе”лә ҡатнашырға йөрьәт иттем. Награда артабан ижад итеүгә көс бирә.