Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тиҙәр. Хаҡтыр. Гүзәллек индустрияһында күптән үҙ урынын тапҡан, бихисап билдәле ҡатын-ҡыҙҙарҙың шәхси визажисы булған булдыҡлы милләттәшебеҙ Ева Вәхиди иһә күркәмлектең, матурлыҡтың башҡа серҙәре лә бар тип инандыра. Уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ.
1. Арығанлыҡ тояһығыҙ, эшегеҙ бер ниндәй ҙә ҡәнәғәтлек тойғоһо килтермәйме? Ә эшегеҙҙе алмаштырырға ҡыйыулығығыҙ етмәй... Мин һеҙҙе бик яҡшы аңлайым, сөнки үҙем тап ошондай хәлдә булдым. Ҡасандыр мине бөтөнләй икенсе кеше итеп беләләр ине. Әммә бер ваҡыт булмышымды илһамландырған, ҡыҙыҡлы тойолған шөғөл таптым, визажист булып киттем. Һөнәри оҫталыҡ килгәнсе, тәүге сиратта, үҙемдең тәбиғи матурлығымды тағы ла сағыуыраҡ итеп күрһәтергә өйрәндем. Быны байрам йә тантана һайын түгел, ә көн дә эшләргә кәрәклегенә төшөндөм. Башҡалар маҡтау һүҙҙәрен әйткәс, ҡанаттар үҫте. Эшемде яратып башҡарҙым, бар күңелемде һалдым, көс-ҡеүәтемде йәлләмәнем, һәм миңә уңыш килде. Шуға күрә ҡалыптарҙан арынырға һәм күңелегеҙгә ҡолаҡ һалырға саҡырам. Ҡыйыуыраҡ булығыҙ! Көндәрегеҙҙе күңел ятмаған эшкә бағышлағансы, алға, маҡсаттарығыҙға табан ынтылығыҙ! Тырыштарҙың һәр саҡ һөҙөмтәһе була!
2. Ҡатын-ҡыҙ матурлығы биҙәүестәр һәм буяуҙар талап итмәй, уны макияж менән боҙоу, йәшереү мөмкин түгел. Киреһенсә, дөрөҫ эшләнгән макияж гүзәл затты алиһә итергә һәләтле.
3. Америка шағиры, философы Ральф Уолдо Эмерсондың: “Матурлыҡты яратыу – зауыҡ. Матурлыҡ булдырыу – сәнғәт”, – тигән һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм. Һеҙ ҙә, гүзәл заттар, ошо хаҡта уйланһағыҙ ине.
4. Үҙен яратҡан, үҙенең ҡәҙерен белгән гүзәл зат бер ваҡытта ла көсөн теләһә ниндәй низағтарға, бәхәстәргә сарыфламай, сөнки уға нимәлер иҫбатларға кәрәкмәй ҙә. Уға береһен дә “урынына ултырытыу” талап ителмәй, сөнки былай ҙа барыһы ла үҙ урынында, уны хөрмәт итәләр һәм ҡәҙерләйҙәр. Иң мөһиме, уға һәр саҡ наҙлы ла, нәзәкәтле лә, аңлаусы һәм ҡабул итә белеүсе ҡатын-ҡыҙ булырға рөхсәт итәләр.
5. Бәғзе әйберҙәрҙең ҡиәфәте кәйефкә ҡарап үҙгәрә, шуға ла беҙ уларҙа тылсым һәм матурлыҡ күрәбеҙ. Әммә онотмағыҙ: ысынбарлыҡта тылсым һәм матурлыҡ фәҡәт үҙебеҙҙә”. Бөйөк ғәрәп философы һәм яҙыусыһы Джебран Хәлил әйткән ошо һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ ярылып ята. Шуға күрә үҙегеҙҙе яратығыҙ, хөрмәтле гүзәл заттар, һәр саҡ матур булығыҙ!