Хәҙер йәше лә, ҡарты ла социаль селтәрҙәрҙә “ултыра”. Өлкәнерәк быуын “Бәйләнештә”не үҙ итһә, йәшерәктәр – “Инстаграм”ға ылыға, үҫмерҙәр иһә “Тик-ток” тип иҫтәре китә. Алдан әйтеүебеҙсә, унда күптәр ваҡытты күңел өсөн үткәрһә, өлгөрҙәр иһә аҡса эшләй, бизнесын үҫтерә. Меңәрләгән яҙылыусылар йыйған блогерҙар араһында үҙебеҙҙең милләттәштәр ҙә артты һуңғы йылдарҙа. Улар бында аҡса эшләүҙән тыш, туған телебеҙҙе популярлаштырыу менән дә була. Бөгөн шундай әүҙем, дәртле ҡыҙҙарҙың береһе менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул – Әбйәлил ҡыҙы Рәлиә Йәһүҙина (Рәлиә Королек).
– Үҙең хаҡында һөйлә әле, Рәлиә.
– Мин Әбйәлил районының Атауҙы ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуғанмын. Әсәйем башланғыс кластар уҡытыусыһы, атайым физкультура, тарих, йәмғиәт фәндәрен уҡыта торғайны, военрук та булды. Шуға күрә миңә лә уҡытыусы булыу маңлайыма яҙылған булғандыр. Әммә был еңел генә бирелмәне.
Тыуған ауылымда 11-се класты тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегенә уҡырға инергә ниәтләнем. Бюджет урынға үтә алмағас, төшөнкөлөккә бирелеп, башҡа унда барып та тормайым тип үҙемә һүҙ биреп ҡайтып киттем. Шунан Сибай ҡалаһындағы педагогия колледжының информатика бүлегенә индем һәм өс йылдан ҡыҙыл дипломлы булдым. Тик юғары белем дә алырға кәрәк ине. Шуға күрә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына башҡорт һәм инглиз теле бүлегенә инергә ниәтләнем. Әммә колледждағы инглиз теле уҡытыусым Мәстүрә Ҡазыхан ҡыҙы Ғибәҙуллина илһамландырып ебәргәс, тоттом да инглиз теле факультетына документтарымды тапшырҙым. Һөҙөмтәлә, уҡырға инеп, юғары белемле булдым. Уҡып йөрөгәндә буласаҡ тормош иптәшем менән таныштым, кейәүгә сыҡтым. Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында хеҙмәт юлын башланым, инглиз теленән уҡыта инем. Ике йыл эшләгәндән һуң декрет ялына киттем. Ирем – юрист. Ике ул үҫтерәбеҙ: Инсанға – биш, Назарға ике йәш.
– Һинең яңыраҡ башҡорт телен үҫтереү өсөн ун мең һумлыҡ грант отҡаныңды ишеттек. Был нисегерәк килеп сыҡты?
– Был грант тураһындағы мәғлүмәтте миңә бер нисә кеше ебәрҙе. Тәүгеләрҙән булып “Серле Хәстрүш” (социаль селтәрҙә башҡорт телендәге иң ҙур төркөмдәрҙе алып барыусының псевдонимы). “Заявка бир, бәлки, еңерһең, һин булдыраһың”, тип ҡанатландырҙы.
Беренсе айҙа сроктар үтеп киткән ине. Икенсе айҙа иһә ниәтләнем һәм тәүәккәлләнем. Ә былай үҙ-үҙемә ышаныу көсө ҙур булды, сөнки биш йыл эсендә яҡшы ғына тәжрибә тупланған ине. Ғариза тултыра башлағас, эштәремде, үҙемдең проекттарымды үҙем баһалап етмәгәнемде аңланым. Әҙерләп бөткәс, “мин былай афарин икән” тип уйлап ҡуйҙым хатта (йылмая).
– Ниндәй хеҙмәттәрең өсөн лайыҡ булдың?
– Бай ғына тәжрибә тупланған, тинем бит. Иң тәүгеләрҙән булып “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Кәрлә турғай” тигән төркөм булдырғайным. Әхирәтем Урания Шаммасова эштәремде күреп, дәрт өҫтәне, мине ҡеүәтләп проектыма ҡушылды. Ике админ булып төркөмдө алып бара башланыҡ. Ул көндән-көн ҙурайҙы, башҡорт оҫтабикәләрен, ҡул эштәре менән булышҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы туплаған урынға әйләнде. Уларҙы бер ергә йыйып, өмәләр уйлап сығарҙыҡ. “Сәйләнле ырғаҡ” тип аталған өмәләр үтте, бәйләү буйынса марафондар һәм конкурстар ойошторҙоҡ.
Бәғзеләре, видео кәрәк, тигәс, оҫталыҡ видеодәрестәре төшөрөп ҡараным. Уныһы ла килеп сыҡты. Видеоларҙы “Ютуб”та теркәп барғас, унда үҙенән-үҙе канал барлыҡҡа килде (әлеге көндә 1700-гә яҡын яҙылыусым бар).
Бәйләүҙән тыш, эпоксид ыҫмала тигән материал менән ҡыҙыҡһынып, башҡорт халҡына хас, милли колорит менән биҙәүестәр эшләй башланым.
Яйлап Инстаграмға күстем. 2013 йылда унда теркәлдем, 2015 йылдарҙан был киңлектә ныҡлап “ултыра” башланым. Минең яҙған постар кешегә оҡшаны, күберәк яҙ, тип ҡанатландырҙылар. Бала саҡ хәтирәләренә таянып “Кесерткән турғайы” тигән аккаунт барлыҡҡа килтерҙем. Унда бер ултырып уҡырлыҡ хикәйәләр яҙып барам.
Унан һуң әсәй булараҡ, балаларымдың ҡыҙыҡтарын көн һайын туплап һалыр өсөн “Инсан һәм Назар” тигән аккаунт барлыҡҡа килтерҙем.
Видеоларға килгәндә, былтыр ноябрҙә “Башфонд” үткәргән Башҡорт вайндары конкурсында ҡатнашыу форсаты тейҙе. Бүләктәре сифатлы ине. Тик саҡ ҡына ныҡышмалыраҡ булырға кәрәк булғандыр, еңә алманым. Әммә яңы көс табып, артабан ынтылдым.
Шуларҙың бөтәһенә бергә баһа бирелгәндер. Иң мөһиме, мин уларҙы ниндәйҙер маҡсат менән башҡарманым, ни бары күңелем талап иткәнде эшләнем. Бөгөнгә инде маҡсатыма өлгәштем: күңел менән бергә, туған телем – башҡорт телен популярлаштырыу менән булам.
– Билдәле булыуынса, Инстаграмда күп яҙылыусылары булған кешеләр һәйбәт кенә аҡса ла эшләй. Һин был кимәлгә еттеңме?
– Миңә иң мөһиме танылыу яулау, артабан иһә ниндәй эш башҡарһам да, ыңғай барыр тигән уйҙамын. Маҡсатым аҡса эшләү түгел, әлегә Инстаграмдан әллә ни аҡса алам тип әйтә алмайым. Үрҙә әйткәнсә, тәүҙә күңелем өсөн эшләйем бит. Финанс яҡтан ирем ғаиләбеҙҙе тәьмин итә. Ул миңә ныҡлы терәк, матди яҡтан бигерәк тә.
Әле яҙылыусыларым бик күп түгел (биш меңдән ашты), ә бында улар һанына ҡарап түләнә. Ваҡ-төйәк рекламаға заказдар килә башланы. Яңы таныла башлаған ваҡ магазиндар, кафелар, шәхси эшҡыуарҙар мөрәжәғәт итә. Шулай уҡ биҙәүестәремде һатып та әҙерәк аҡса эшләйем. Тырышһаң, булдырып була. Ғаиләм булғас, ваҡытым самалыраҡ.
– Күп кенә башҡорт блогерҙары блогтарын бер башҡортса, бер русса алып бара. Һинеке нисек? Был йәһәттән эш бик еңел түгел икәнлеген аңлайым.
– Тәүге көндән үк блогты ниндәй телдә алып барырға тигән һорау йыш ҡына борсоно мине. Ихласлап башҡортса ғына яҙа башлайым да, телде белмәгәндәр аңламауҙары тураһында яҙһалар, руссаға күсә инем. Бер ваҡыт ҙур текстарҙы ике телдә лә яҙа башланым. Әммә был эште икеләтә арттырҙы, ике тапҡыр күберәк ваҡыт талап итте.
Ноябрь айында Башҡорт телен һаҡлау фонды иғлан иткән видеолар тураһындағы конкурстан һуң төп көстө башҡорт теленә бүлә башланым. Аңламағандар өсөн субтитрҙар өҫтәнем. Ниһайәт, “Тик-ток”та төрки халыҡтар һәм башҡалар ҙа мине ҡарап комментарийҙар яҙып ҡалдыра башланы. Бигерәк тә ҡырғыҙҙар һәм ҡаҙаҡтар.
Башҡорт телендә генә яҙыу үҙ-үҙеңде сикләү менән бер, аудиторияң кәмей, тип тә әйттеләр. Өс телдә алып бар, тип кәңәш биргәндәре бар. Киләсәктә, бәлки, шулай булыр, әммә бөгөн мин быға әҙер түгел.
Ә, ғөмүмән, башҡорт блогерҙары артты, Аллаға шөкөр. Уларҙы ҡарайым, һоҡланам, өлгө алам. Араларында таныштарым да күбәйгәндән-күбәйә. “БАШИНста” проектынан һуң беҙ бөтәбеҙ бер команда кеүек.
– Кемдер, блогер булыуы еңел, видео төшөрөп тик ултыраһың, ти. Икенселәр оялыуын еңә алмай. Һинең кисерештәрең ниндәй?
– Оялыуға килгәндә, мине бәләкәйҙән үҙемде сәхнәлә тоторға өйрәттеләр. Театр аҙналыҡтары ярҙам итте, ораторҙар конкурстарында ҡатнаштым, төрлө сараларҙа бейей, йырлай инем, йыш ҡына алып барыусы булырға ла тура килде. Тартыныу һәр саҡ бар ул, ләкин ул тойғоно еңеп, кеше алдында сығыш яһарға өйрәнәм. Башта “сториз” төшөрөргә оялдым, буянмай сыҡмай инем. Хәҙер нисектер үҙемде иркенерәк тоям. Тура эфирҙарҙа башҡаларҙы ла өйрәтеп маташам хатта (йылмая).
– Ә яҡындарың, ғаиләң был шөғөлөңә ҡаршы түгелме? Нисек кенә булмаһын, блогерҙар тормоштарының ҙур ғына өлөшөн кешегә күрһәтә, күп нәмәне асыҡтан-асыҡ эшләй бит.
– Әсәйем тәүҙә ҡаршы булды, балаларҙы күрһәтмә, күҙ тейә, ти торғайны. Тора-бара уңыштарымды, миңә бының ҡыуаныс килтергәнен күреп, “афарин, дауам ит” тип ҡеүәтләй башланы. Апайым менән ирем ыңғай ҡарашта. Иң мөһиме, ирем ҡаршы түгел. Ул киреһенсә: “Билдәле блогерҙар балаларын да күрһәтә, үҙҙәре лә уңышлы – барыһы ла яҡшы булыр”, – тине. Һәм бер шәп кенә блогерҙан: “Мин рөхсәт итмәһәм, балама күҙ теймәй ул”, – тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, тынысландым. Аллаға шөкөр, былай яҡшы барыһы ла.
Тормошто асыҡтан-асыҡ күрһәтеүгә килгәндә, социаль селтәргә артыҡ бер нимә лә һалмайым ул мин. Күптәр кеүек, теш йыуғанымды, ашап ултырғанымды төшөрмәйем, нисектер дистанция һаҡлайым. Ә бына эске донъям шар асыҡ. Бәлки, был үтә яҡшы ла түгелдер, былай үҙемә оҡшай. Ресурстарымды, энергиямды һаҡлап тоторға тырышам.
– Һинең вайндарың ҡыҙыҡ, тап беҙҙең халыҡҡа тура килеп тора. Быны һинең ҡараусың булараҡ әйтәм. Ҡайҙан килә идеялар, илһам?
– Идеялар башҡа шып итеп килеп төшә. Шунда уҡ яҙып, теркәп алам. Бер туған апайым да минең менеджер кеүек: идеялар ташлай, сюжеттар уйлаша, кәңәштәр бирә. Ул блогер түгел, шуға күрә яҙылыусыларым күҙлегенән ҡарап кире йәки ыңғай яҡтарымды баһалай.
– Хәҙер “Тик-ток” та популяр. Унда ла “бармын” тип ысҡындырҙың...
– Эйе, “Тик-ток” бар. Видеоларымды унда ла һалам. Инстаграмдан айырмалы рәүештә, ул платформа һине үҙе алға алып бара, башҡаларға тәҡдим итә. Аудитория йыя, рекомендациялар һелтәй. Алдан әйтеүемсә, мине унда ҡырғыҙ һәм ҡаҙаҡтар ҙа ҡарай. Субтитрҙарым өсөн һәр саҡ рәхмәт яҙып торалар.
– Декрет ялы тамамланғас, эшкә сығаһыңмы? Ғөмүмән, ниндәй пландар менән йәшәйһең?
– Декреттан һуң эштән китермен тип уйлап йөрөйөм, ысынлап та. Ғинуар айында үҙмәшғүл булараҡ теркәлдем. Уҡытыусы булып эшләү миңә оҡшай, ул – ижади эш. Әммә был ғына миңә етмәй кеүек. Ә бәләкәй балалар, ҙур өй менән бер нәмәгә лә өлгөрмәҫмен. Пландарға килгәндә, улар бик үк ҙурҙан түгел. Яҡшылап хыялланырға өйрәнмәнем әле. Булғанына шөкөр итеп, ҡыуанып, рәхмәтле булып үҙ яйыма йәшәп ятам.
– Уңыштар һиңә, Рәлиә! Күп яҙылыусылар һәм матур ижади эш теләйбеҙ!