Шундай кешеләр була был донъяла: эшенә, тормошона, яҙмышына ҡарайһың да, тыуғанда уҡ һөнәрен белеп тыуған бит ул, тип ҡуяһың. Һөнәренә шул тиклем тап килһә лә килә икән ҡайһы берәүҙәр! Баҡалынан Фәймә Бүләкова ла бөтә асылы менән иҡтисадсылыр, моғайын. Ул айырым предприятие ғына түгел, ә тотош район иҡтисадына йоғонто яһарлыҡ эшмәкәрлеге менән таң ҡалдыра.
Фәймә Бүләкова Баҡалы районының Мостафа ауылында урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Омск ауыл хужалығы институтында иҡтисад факультетында уҡып сыға. Хеҙмәт юлының башында “Совет” колхозында өлкән иҡтисадсы, 20-се механизацияланған күсмә колоннала план-производство бүлеге начальнигы була. Йәш булһа ла, аҡыллы, төплө фекерле, яуаплы, хеҙмәттәштәренә ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуы менән айырылып тора. Шәп белгес кенә түгел, оҫта ойоштороусы ла ул. Иҡтисадсы булыу эшләгән предприятиеңдың етештереү күрһәткестәрен әйләндереп-тулғандырып ултырыу ғына түгел. Иҡтисадсы булыу – шул күрһәткестәрҙе анализлап, ниндәй етешһеҙлектәр бар, уларҙан нисек ҡотолорға, етештереүҙе нисек үҫтерергә икәнен асыҡлау, шул уҡ ваҡытта хужалыҡсыл да булыу, аҡланмаған сығымдарға юл ҡуймау һәм башҡа күп мәсьәләләр өҫтөндә баш ватыу ул. Айырыуса оҫта иҡтисад белгестәренең ҡарашы бик киң даирәләрҙе солғай һәм көрсөклө хәлдәрҙән сығарырлыҡ ҡулай юлдарҙы күрә.
Фәймә Сәлих ҡыҙы әңгәмәселәрен һәр ваҡыт иҫ киткес күп һандарҙы хәтерендә тотоуы менән хайран итә. Был уникаль һәләте уның белгес булараҡ баһаһын айырата арттыра. Ул, компьютер кеүек, үҙе яуап биргән даирәне бөтә күрһәткестәре менән байҡап, анализлап, һығымталар яһап ҡуя, төрлө яҡлап баһа бирә. Ҡайҙа эшләһә лә, производствоға ҡағылышлы ҡиммәтле тәҡдимдәр индерә, кәттә генә кәңәштәр әйтә, килеп тыуған ауыр хәлдәрҙән сығыу юлдарын таба.
Оҫта белгесте 1982 йылда Баҡалы район Советы башҡарма комитеты рәйесенең иҡтисад буйынса урынбаҫары итәләр. 1992 йылдан инде ул район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары була. Фәймә Сәлих ҡыҙы Баҡалы районының үҫеше өсөн күпте эшләй, мөһим тәҡдимдәр менән сығыш яһай. Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү цехтары реформа һөҙөмтәһендә “ирекле йөҙөүгә” сығып китә лә төрлөһө республиканың төрлө ҡалаһындағы етәкселеккә буйһона башлай. Һөйләшеүҙәр алып барыла, ләкин файҙаһы теймәй. Ошо ваҡыт Фәймә Сәлих ҡыҙы район Советы сессияһын йыйырға һәм бөтә подразделениеларҙың етәкселәрен саҡырырға була. Сессияға ҡарата район предприятиелары һәм ойошмаларының халыҡҡа тәғәйенләнгән продукцияһынан күргәҙмә ойошторалар. Мәҫәлән, Сельхозтехника металл изделиелар ҡуя, ағас комбинаты көнкүреш тауарҙарын күрһәтә. Һәр береһенең маҡтанырлыҡ урыны була. Көнкүреш йорто цехтарының да насар ғына эш барышын сағылдырған таблицалар элеп ҡуялар. Сессия барышында ла хәлде аңлаталар. Шулай, көнкүреш хеҙмәте тармаҡтарын бөтөнләй башҡа төрлө, халыҡҡа ҡулай булырлыҡ итеп үҙгәртеп ҡороу мөмкинлеге асыла.
80-се йылдарҙа магазиндарҙың кәштәләре бушап ҡала. Район ҡулланыусылар кооперацияһы йәмғиәте эшен партия район комитеты бюроһында ҡарарға хәл ителә. Комиссия рәйесе Фәймә Бүләкова, декабрь һалҡындары тороуға ҡарамаҫтан, бюроға тиклем бөтә ауылдарҙы йөрөп сыға, 100 магазинда була. Сөнки уның эш ҡағиҙәһе шулай: һөйләр йә ҡарар ҡабул итер алдынан бөтәһен үҙ күҙҙәре менән күрергә, урындағылар менән һөйләшергә, хәлде асыҡларға.
2000 йылдарҙа сауҙа нөктәләрен арттырыу, хеҙмәтләндереү тармағын яҡшыртыу өсөн Фәймә Бүләкова күп төрлө саралар күрелеүенә өлгәшә. Башҡа яҡтарҙың тәжрибәһен өйрәнеү өсөн арыу-талыу белмәй командировкаларға йөрөй. Ниндәй яҡшы нәмә күреп ҡайтһа, Баҡалы районында ла ҡулланыу өсөн бөтәһен эшләй. Бының һөҙөмтәләре бөгөн дә күҙ алдында: районда хеҙмәтләндереүҙә юғары мәҙәнилек, илтифатлы мөнәсәбәт хакимлыҡ итә.
Фәймә Сәлих ҡыҙы йәмәғәт эштәрен дә ҙур яуаплылыҡ менән атҡара. Утыҙ йылдан ашыу ул райондың ҡатын-ҡыҙҙар советына етәкселек итә. Нимәләр генә эшләмәй гүзәл заттарҙың тормошона йәм һәм йән өҫтәү өсөн! Конкурстар, бәйгеләр, фестивалдәр ойошторола. Район үҙәгендә лә, ауылдарҙа ла һаулыҡ төркөмдәре эшләй. Хәйриә акцияларын үткәргәндә лә йәмғиәт алдан йөрөй. Әле бына 8 Мартҡа ауылдарҙан һигеҙ команда волейбол буйынса беренселек өсөн көрәш алып барҙы. Урамдарҙы таҙартыу, йәшелләндереү, йәмләү, биҙәү менән дә шөғөлләнә ҡатын-ҡыҙҙар.
Хаҡлы ялға сыҡҡаны бирле Фәимә Бүләкова бөткөһөҙ дарманын һәм белемен тормош юлдашы Илья Тихонович менән бергә асҡан “Зоомир” магазины эшмәкәрлегенә һала. Нимә генә юҡ был кибеттә! Мал, йәнлек аҫраусыларға нимә кәрәк, бөтәһе бар, хатта ат сбруйы ла һатыла. Баҡсасыларға төрлө тауарҙар тәҡдим ителә. Хужабикә бик мауығып төрлө сәскә үҫентеләре үрсетә. Магазинда 50 төрлө петуния рассадаһы алырға була.
Ғаиләһе, балалары Фәймә Сәлих ҡыҙы өсөн, әлбиттә, алғы планда. Алиса Баҡалыла “Ғаилә” хеҙмәтендә эшләй, Алина Өфөлә адвокат. Ҡыҙҙарының Баҡалыға ҡайтҡанын һағынып көтөп ала әсәй менән атай. Ейәндәре Эрик армиянан ҡайтып, Өфө нефть техник университетында уҡый.
Фәймә Бүләкованың теләге шул: донъялар имен торһон, балалар тыныс йәшәһен. Бөтә эштәр гөрләп алға барыр, сөнки Фәймә Сәлих ҡыҙы кеүек ҡатындар көлдө лә гөл итә белә.