Йәмғиәт
5 Март 2021, 09:19

Лилиә кеүектәр күберәк булһа...

Лилиә менән Фәүзән Әһлетдиновтар Баҡалы районының Мостафа ауылында йәшәй. Күп булһа бер йыл элек кенә икеһе ике предприятиела хеҙмәт итә, ҡоро эш хаҡына ғына йәшәй торғайнылар. Әммә мөмкинлектәре, һәләттәре ҙурыраҡ маҡсаттарға тотонорлоҡ икәнен белә йәштәр. Бигерәк тә Лилиә үҙ эшен асыу теләге менән яна.

Лилиә менән Фәүзән Әһлетдиновтар Баҡалы районының Мостафа ауылында йәшәй. Күп булһа бер йыл элек кенә икеһе ике предприятиела хеҙмәт итә, ҡоро эш хаҡына ғына йәшәй торғайнылар. Әммә мөмкинлектәре, һәләттәре ҙурыраҡ маҡсаттарға тотонорлоҡ икәнен белә йәштәр. Бигерәк тә Лилиә үҙ эшен асыу теләге менән яна.


Тәүәккәл ҡатын булып сыға Лилиә, тота ла крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштороп ебәрә. Былтыр була был хәл. Хужалыҡты асҡас, Лилиә Хөкүмәттән ярҙам алыу программаһында ҡатнашырға ҡарар итә. Проектты яҡлау мәшәҡәте йөклөлөгөнөң туғыҙынсы айына тура килә. “Проектты яҡлап та сыҡтым, бала табыу йортона ла киттем”, – тип һөйләй мажаралы көн тураһында сая ҡатын.


Шулай итеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә хужалыҡты үҫтерерлек аҡса ла алына, бала ла донъяға килә. Улдарына Булат тип исем ҡушалар. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа тигәндәре ошо булалыр. Тырыш­лыҡ, уңғанлыҡ һәм муллыҡ, туҡлыҡ бер тирәлә йөрөй бит ул. Булат та үҫеп етер, ата-әсәһенә терәк-ярҙамсы булыр, бәлки, уларҙың эштәрен яңы кимәлгә күтәреп дауам итер. Һөт-май ниндәй заманда ла кәрәк тә баһа. Хәйер, дүрт айлыҡ Булат берҙән-бер бала түгел, уның Ева исемле туғыҙ йәшлек апаһы, йәш тә өс айлыҡ Тимур ағаһы бар.


Ғаилә башлығы Фәүзән байтаҡ йылдар “Шишмә” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәтендә ферма мөдире булғас, был йүнәлештәге эш тәртибен яҡшы белә. Ә Лилиә Рифер ҡыҙы МТС-та иҡтисадсы, шуға ауыл хужалығы техникаһы буйынса белемле, тәжрибәле. Хөкүмәттең эш башлаусы фермерҙарға ярҙам итеү программаһынан килгән аҡсаға 25 баш ҡара-сыбар тоҡомло һөтлө һыйырҙар һатып алғандар. Малға аҙыҡ та хәстәрләргә кәрәк, шуға техникаһыҙ алға барып булмай. Шулай итеп, “Беларусь” тракторы, сапҡыс, сүмесле тағылма һәм башҡа төрлө техника алалар.


Әле хужалыҡта көн һайын 80 литр һөт һауыла. Ҡаймаҡ, эремсек, ҡатыҡ, ҡуйыртылған һөт эшләп, ра­йон үҙәгенә, Туймазыға алып ба­рып һаталар. Хужалыҡта ике эшсе: Илнар Сәхипгәрәев – мал ҡа­раусы, Гөлнара Шәрипова – һауынсы.


Шулай ҙа береһенән-береһе бәләкәй балалар, күкрәк сабыйы менән был тиклем оло эшкә тотоноу, уны алып барыу, моғайын, еңел түгелдер. Ярай ата-әсәләре ярҙамлаша, балаларҙы ҡараша. Лилиә барлыҡ эштәрҙе ойоштороу, иҫәп-хисап алып барыу, пландар төҙөү, тауар һатыуҙы яйға һалыу, кәрәк-яраҡты һатып алыу, техниканы ҡарау кеүек эштәр менән булһа, Фәүзән малды тәрбиәләү, ашатыу, һуғарыу торошо, ҡура­ларҙы ҡарау, ветеринар менән хеҙмәттәшлек итеү, мал аҙығы, аҙыҡ өҫтәмәләре алып ҡайтыу һәм башҡа бөткөһөҙ күп мәшә­ҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алған. Ана, яҙ етә, мал аҙығы сәсеү мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк буласаҡ.

Донъя йөгөн бергәләп тартһаң ғына, эштәр алға барғанын икеһе лә яҡшы аңлай. Ә хыялдар, ниәттәр, пландар ҙур. Мал һанын арттырып, күберәк һөт етештерергә йыйыналар. Һауылғанды һөтләтә түгел, эшкәртеп һатыу күпкә отош­ло булғанға нәҡ шул йүнәлешкә лә көс һаласаҡтар. Сырҙарға ихтыяж ҙур. Бигерәк тә экологик таҙа һөттән, зарарлы ҡушымталар өҫтәмәйенсә әҙерләнгәнде һатып алырға теләй хәҙер күптәр. Өлгөр Лилиә сыр бешереү курсында уҡып та алған. Әле яйлап ҡына, әҙләп кенә төрлө сырҙар яһап ҡарай, тәжрибә һәм оҫталыҡ туплай.


Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, Әһлетдинов­тарҙың да тырышлығы өмөт иткән һөҙөмтәләренә өлгәштерер.
Читайте нас