Йәмғиәт
5 Март 2021, 10:46

Үҙәнбаштар килендән уңды

“Тыл ныҡ булғас, эштә лә, өйҙә лә күңел тыныс”

Ҡатын-ҡыҙ эшкә бер тотонһа, ҡулында ут уйната. Белорет районы Үҙәнбаш ауылында йәшәгән Рита Әсфәндиева ла – ошондай ханымдарҙың береһе. Уны ауылдың ҡото, йәме тип әйтһәк тә, үҙәнбаштар беҙҙең менән килешер. Шуғалыр ҙа Рита Әхтәм ҡыҙын инде бишенсе тапҡыр Шығай ауыл Советына депутат итеп һайлағандар.


Рита Әсфәндиева сығышы менән Тирләндән, бала сағы Үҙән ауылында үткән. Мәктәптән һуң Бөрө ҡалаһында сауҙа һөнәри училищеһында һатыусыға уҡыған. Ул заманда ҡулына диплом алған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса эшкә урынлаштырғандар. Рита Әсфәндиеваны Шығай ауылына магазин мөдире итеп эшкә ебә­рәләр. Ошонда ул икенсе яртыһын – Наил Ибраһим улын осрата. Күп тә үтмәй йәштәр ғаилә ҡора. Шулай итеп, Рита Әхтәм ҡыҙы иренең ауылына – Үҙәнбашҡа килен булып төшкән.
Үҙәнбашта ла уны магазин, ОРС-тың келәте, район базаһы магазины мөдире кеүек яуаплы вазифаларға тәғәйенләйҙәр. Шәхси эшҡыуарлыҡ тамыр йәйгәс, ул шул саҡта районда билдәле сауҙа­гәрҙәрҙең береһе Ғәлиә Бого­дерованың ауылдағы магазины мөдире вазифаһында эшләй. Ә инде 2008 йылда, тормош дилбе­гәһен үҙ ҡулына алып, шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотона – ауылда магазин аса.
Тәүҙә ихаталарында асылған бәләкәй магазинда һата башлай. Ауылдаштарына аҙыҡ-түлек, көн­күреш һәм хужалыҡ тауарҙары тәҡдим итә. Артабан нығынып, Үҙәнбаш һәм Үткәл ауылдарында магазиндар аса.
Намыҫлы хеҙмәте менән халыҡ араһында абруй ҡаҙанған ҡатынды 90-сы йылдарҙа уҡ Шығай ауыл советына депутат итеп һайлайҙар. Ул ауылдаштарының ышанысын аҡлай – йәмәғәт эшен бар күңелен һалып атҡара, ярҙам һорап килгән һәр бер кешегә хәленән килгәнсә ярҙам итә. Күптәргә ерҙәрен, өйҙәрен хосусилаштырырға бу­лышлыҡ иткән. Ҡалаға барғанда ла ауылдаштары әйтеп ебәргән йомоштарҙы үтәп ҡайтҡан.

Рита Әсфәндиева мәктәп тормошонан да ситтә ҡалмай, төрлө мәҙәни саралар унһыҙ үтмәй, бағыусы булып та сығыш яһай. Ололар көнө, Бөйөк Еңеү байрамы ваҡытында ветерандарҙы ҡотларға ла ваҡыт таба.
– Эште бөтә күңелеңде һалып башҡарһаң, бөтә уй-ниәттәрең дә тормошҡа аша, ауырлыҡтарҙы ла һиҙмәйһең. Үҙәндә урыҫ телендә һөйләшеп үҫтем, Шығайға эшкә килгәс, башҡортса һөйләшергә өйрәттеләр, – ти Рита Әхтәм ҡыҙы.
Оло йөрәкле ҡатындың яҡшы­лыҡтарын күреп торған ауыл­даштарының ҡайһы берҙәре: “Һинең кеүек бөтәһе лә “Мать Тереза” түгел бит”, – тип шелтәләп тә ала үҙен.
Коронавирус ваҡытында ла ул үҙенең сауҙа нөктәләрендә аҙыҡ-түлеккә хаҡты арттырмаған. “Әйбер арзан булһа, халыҡ магазинға яҡшы йөрөй һәм тауар ҙа яңырып тора. Элек уҡыған, кооператив техникумы бөткән һатыусылар менән эшләүе еңел”, – ти тәжрибәле хеҙ­мәткәр. Әйткәндәй, Рита ханымға 56 йәш булһа, уның 40 йылын сауҙа тармағына бағышлаған.
Был ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашыр­ғанда ғаиләңдә һине аңлап, бар эштәреңде хуплап торған ке­шенең булыуы мөһим. Был йәһәт­тән Рита Әхтәм ҡыҙы уңа – Наил Ибраһим улы менән 40 йылға яҡын матур донъя көтәләр. “Яҡшы ир эләкте, эсмәй ҙә, тартмай ҙа. Тыл ныҡ булғас, эштә лә, өйҙә лә күңел тыныс. Балалар ҙа мөхәббәтле мөхиттә үҫте”, – ти бәхетле ҡатын.
Әсфәндиевтарҙың татыу ғаилә­һендә өс бала буй еткерә. Улдары Вадим менән Эдуард тикшереү изоляторында эшләй, хәҙер үҙҙәре лә ғаиләле. Ҡыҙҙары Роксана Өфөлә уҡый.
Әлбиттә, депутат булараҡ Рита Әхтәм ҡыҙын Үҙәнбаш ауылы мәсьәләләре борсой. Беҙҙең менән осрашҡанда ла ул быйыл Урын­дағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, ауыл урамдарына яҡтыртыу ҡора­малдарын ҡуйҙырырға тыры­шыу­ҙары хаҡында һөйләне. “Ауыл яңы клубҡа, балалар майҙан­сығына, яҡшы юлдарға мохтаж”, – ти ул.
Был оло йөрәкле ҡатынға ҡара­йым да, Хоҙай уны халыҡ менән эшләү, мохтаждарға ярҙам итеү, кеше ҡайғыһына ла, шатлығына ла битараф ҡалмау өсөн ярат­ҡандыр, күрәһең, тигән фекергә киләм. Рита Әхтәм ҡыҙы йылдар дауамында ошо тәғәйен­ләнештән ситкә тайпылмай, гүзәл затҡа бирелгән матурлыҡты үҙенә туп­лап, күңел йылыһын башҡаларға таратып йәшәй. Ә бит ҡатын-ҡыҙҙың, әсәнең бөйөклөгө ошо сифаттарҙан башлана ла.
Читайте нас