Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Учалы ҡалаһының балалар ижады йортонда гүзәл зат вәкилдәрен тәбрикләнеләр.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҙҙың тәүге байрамы менән район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов, ҡала хакимиәте башлығы Илмир Ғәзизов ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Залда төрлө һөнәр оҫталары, хеҙмәт алдынғылары, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар йыйылғайны.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән Учалы коррекцион мәктәп-интернатының педагог-психологы Гөлнара Сәйфуллина фиҙакәр хеҙмәте өсөн Рәсәй Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Ҡалалағы 15-се балалар баҡсаһының шеф-ашнаҡсыһы Роза Вәдитова Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Шулай уҡ 5-се мәктәптең шеф-ашнаҡсыһы Юлиә Мөрсәлимоваға, Мансур ауылынан Гөлнара Мөхәмәҙиеваға, Рысай мәктәбенән Сулпан Хәлиловаға ла ошо ведомствоның Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Бынан тыш, Учалының утыҙлап уңған ҡатын-ҡыҙына район Советының һәм хакимиәтенең, ҡалаһы хакимиәтенең Почет грамоталары бирелде.
Байрам сараһын “Уралтау”, “Ҡалҡан”, “Ҡойон” бейеү ансамлдәренең, Учалы филармонияһы артистарының сығышы биҙәне. Әйткәндәй, был көндә сәхнәлә тик ир-ат сығыш яһаны.
Фото: Учалы хакимиәте сайты.