Йәмғиәт
5 Март 2021, 11:46

Тирегеҙ тиҙ ҡартаймаһын!

Йылдар үткән һайын тиренең һығылмалылығы юғала бара, ул дымды күберәк юғалтыуҙан кибә башлай. Һөҙөмтәлә ваҡ ҡына һырҙар барлыҡҡа килә, пигмент таптар килеп сыға, тиренең төҫө үҙгәрә. Ни хәл итәһең, был тәбиғи күренеш, һәм берәү ҙә унан “ҡасып” ҡотола алмай. Кемдәлер өлкәнәйеү билдәләре иртәрәк күренә башлай, кемдәлер – һуңыраҡ.

Йылдар үткән һайын тиренең һығылмалылығы юғала бара, ул дымды күберәк юғалтыуҙан кибә башлай. Һөҙөмтәлә ваҡ ҡына һырҙар барлыҡҡа килә, пигмент таптар килеп сыға, тиренең төҫө үҙгәрә. Ни хәл итәһең, был тәбиғи күренеш, һәм берәү ҙә унан “ҡасып” ҡотола алмай. Кемдәлер өлкәнәйеү билдәләре иртәрәк күренә башлай, кемдәлер – һуңыраҡ. Был генетикаға ла бәйле. Йөҙ һыҙаттарындағы өлкәнәйеү билдәләре мөмкин тиклем аҙыраҡ булһын тиһәң, йәшең 35 – 40-тан ашҡас, тирене тәрбиәләүгә иғтибарлыраҡ ҡарай башлайһың. Йәш саҡта нисектер үҙ яйы менән барған нәмәләргә хәҙер инде айырым ваҡыт бүлергә кәрәгә. Әйҙәгеҙ, тирене йәшәртер өсөн мөһим булған төп нәмәләргә иғтибар итеп китәйек.
1. Матурлыҡ буйынса ниндәй генә белгескә һорау бирһәң дә, һәр береһе, тирене тәрбиәләүҙәге төп ҡағиҙәләрҙең береһе – уны артыҡ ҡояш нурҙарынан һаҡлау, тип кәңәш итә. Ни өсөн тиһәң, ҡояш радиацияһы тире күҙәнәктәрендә әсеү (окисләнеү) процесы баш­ланыуға сәбәпсе. “Иреккә сыҡҡан” радикалдар коллаген епсәләренә һөжүм итә, шуға ла тире һығыл­малылығын тиҙ юғалта башлай. Ҡыш үтеп, яҙ ҡояшының тылсымлы тәүге нурҙары ағыла башлағас та, бит тиреһенә ошо нурҙарҙан һаҡ­лаған крем һөртөп йөрөргә кәрәк. Ҡояш йылыһы тамам һүрелгәнсе, яҡынса октябрь айына тиклем “күркәм йәш”тәге һәр ханымдың сумкаһында ошондай косметик сара ятырға тейеш.
2. С витамины – әсеү күренеш­тәренә ҡаршы торған иң көслө матдәләрҙең береһе. Ретинол да көслө, тик уны ҡулланыу йәшкә бәйле тыйылған осраҡтар бар. С витамины иһә бындай ҡаршылыҡ­тарҙан азат. Ул тиренең иң төптәге ҡатламдарына барып етеп, коллаген етештереүҙе көсәйтә, шуға ла тире нығынып, тартылып китә. Был мөғжизәле витаминды гиалурон кислотаһы менән бергә ҡул­ланғанда бигерәк тә шәп һөҙөм­тәләр бирә икән.
Шуға ла яратып һөрткән крем составында ошо ике матдә булғаны яҡшы. Кремдың гель рәүешендә булғаны иһә айырыуса шәп һанала. Ул еңел генә һеңә, витамин тире­нең төпкө ҡатламына уҡ үтеп инә.
3. Даими таҙартып тороу. Тирене скрабтар ярҙамында аҙна­һына бер-ике тапҡыр таҙартып торорға кәрәк. Ул ҡатҡан тире өлөш­сә­ләрен ҡырып, уны сафландыра, йомшарта, тимәк, крем­дағы, башҡа төрлө косме­тик тәрбиә сара­ла­рын­дағы файҙалы матдә­ләр­ҙең үҙләш­те­ре­ле­үен еңе­ләйтә, тиҙләтә.
4. Тирене дым­ландырыу. Әйт­кә­небеҙсә, йәш арта барған һайын тире дымды күберәк юғал­та. Шуға ла уға дымландырыусы кремдар һөртөп торорға кәрәк. Уларҙы инде тиренең ниндәй төргә (майлы, ҡоро, ҡатнаш) ҡарағанын белеп, ошоға ярашлы һайлау зарур.
5. Тирене “туйындырыу”. Ҡай­һы бер ханымдар, бары тик ҡоро ти­рене генә файҙалы матдәләр менән “туйындырып” торор кәрәк, тип уйлап яңылыша. Бындай крем да һәр төрҙәге тирегә ныҡ файҙалы. Уны тик дөрөҫ итеп һайлап, “үҙең­декен” табып алырға ғына кәрәк.
Мөһим кәңәш. Әгәр ҙә үҙегеҙгә тап килгән, яратып һөрткән крем составында витаминдар булмаһа, уны... өҫтәргә була. Мәҫәлән, капсула рәүешендәге Аевит витаминын һатып алып, уның бер бөр­төгөн генә кремға ҡушаһың да бит тиреһенә яғаһың. Бындай ҡат­нашманы йоҡларҙан ярты сәғәт алда һөртөү файҙалыраҡ.
Читайте нас