Йәмғиәт
5 Март 2021, 15:45

“Тормошомдоң һәр мәле үҙенсәлекле, ҡәҙерле”

Мин башҡорт һылыуы Азалия Венер ҡыҙы Рамаҙанова булам. Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй ауылында тыуып үҫтем. Үткән йыл Һәүәләй урта мәктәбен тамамланым. Бала саҡтан уҡ китаптар, гәзит-журналдар уҡырға яратам, донъялағы яңылыҡтар менән танышып барырға тырышам.

Мин башҡорт һылыуы Азалия Венер ҡыҙы Рамаҙанова булам. Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй ауылында тыуып үҫтем. Үткән йыл Һәүәләй урта мәктәбен тамамланым. Бала саҡтан уҡ китаптар, гәзит-журналдар уҡырға яратам, донъялағы яңылыҡтар менән танышып барырға тырышам. Мәктәптә спорт менән актив шөғөлләндем. Волейбол, баскетбол, саңғы, йүгереү буйынса ярыштарҙа һәр ваҡыт алдынғылыҡты бирмәнек. “Табын һылыуы-2019” республика конкурсында, үҙ районымдың данын яҡлап, беренсе урын алдым.


Бөгөнгө көндә БДУ-ның Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында беренсе курста белем алам. Бында ла һынатмайым, уҡыуҙан тыш спорт менән шөғөлләнәм, бейеү түңәрәгенә йөрөйөм, ирекмән эшен алып барам. Университет кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнашырға тырышам.


Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбән­дәге талап­тарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фото­һүрә­тегеҙ менән бергә үҙегеҙ­ҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫе­үегеҙ, ярат­ҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙа­ныш­тарығыҙ тура­һында хат яҙып ебәрегеҙ.


Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru


1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыу­сылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.


Финалға үтеүселәрҙе жюри ағза­лары баһалаясаҡ. Интернет киңлек­тәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинация­һын­да билдәләнәсәк.

Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙә­йәсәк.
Читайте нас