Йәмғиәт
5 Март 2021, 10:54

Учалы тегенселәре һынауҙарға бирешмәй

Ярты быуатлыҡ данлы тарихы булған фабриканың киләсәге өмөтлө.

Был предприятиела күпселек ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәт итеүе уның тышынан уҡ күренеп торған кеүек. Фабрика эргәһенә төрлө төҫтәге, ыҡсым ғына автомобилдәр теҙелгән. Йәй иһә уның алды гөл-сәскәгә күмелә. Былтыр биләмәгә арт-объект – бетон ҡатыш тимерҙән эшләнгән теген машинкаһы һыны ҡуйылған, әлеге мәлдә бинаның тышын сағыу төҫтәге заман материалы менән көпләү эштәре тамамланыу өҫтөндә. Цехтарҙың эсе таҙа, йылы, тәҙрә төптәрен гүзәл зат хәстәрләп үҫтергән гөлдәр биҙәй.


Заказдар етерлек


Предприятиеға 1971 йылда нигеҙ һалына. Таусылар ҡалаһы йылдам темптар менән үҫешә баш­лағас, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәш­ғүл­леген тәьмин итеү маҡсатында, тегеү фабри­каһы асыу тураһында мөһим ҡарар ҡабул ителә.
Ярты быуат эсендә ауыр­лыҡ­тарҙы ла күп күрә фабрика, уны банкрот тип иғлан иткән саҡтар ҙа була, һатырға ла уйлайҙар. Шу­ға ҡарамаҫтан, заман һынауҙарын лайыҡлы үтә Учалы тегенселәре.
Предприятие менән егерме йыл, 1979 йылдан алып эшләп, ҙур тәжрибә туплаған, был өлкәнең бар нескәлектәрен белгән талапсан, эшлекле директор, БР-ҙың атҡаҙан­ған еңел сәнәғәт хеҙмәткәре Фәйрүзә Степаненко етәкселек итә.
Хеҙмәт процесын дөрөҫ ойоштора белеү, заман ағышынан артта ҡалмау, коллектив­тың тырышлығы арҡаһында бөгөн Өфө эш ке­йеме комбинаты ҡарамағындағы “Учалы тегеү фабрикаһы” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәте Урал аръяғы еңел сәнәғәт тарма­ғында иң эре һәм ҡеүәтле предприя­тие­лар­ҙан иҫәпләнә, йылдан-йыл үҫешә, яңы эш урындары булдырыла. 2014 йылда 200 урын­ға иҫәпләнгән яңы тегеү цехы ла асыла.

Әлеге мәлдә фабрикала 700-гә яҡын кеше эшләй, уларҙың 95 проценты – ҡатын-ҡыҙ, 90 хеҙмәткәр декрет ялында.
Заказдар күп, бөгөн фабрика өс йөҙҙән ашыу төр изделие тегә. Урындағы предприятие-ойошма­ларҙың барыһы ла тиерлек йылдар дауамында һыналған, ышаныслы Учалы тегенселәре хеҙмәте менән ҡуллана. Эре заказсылар араһында “Рәсәй тимер юлдары”, “Роснефть”, “Башнефть”, “Газнефть”, “Трансгаз” компаниялары, “Росгвардия” хеҙмәте бар.
– Хәҙерге формаларға, эш ке­йемдәренә талаптар ҡаты. Улар хеҙмәткәрҙе һауа торошоноң үҙ­гәреп тороуынан, зарарлы еҫтәр­ҙән, матдәләрҙән, бөжәктәрҙән һ.б. һаҡларға һәм шул уҡ ваҡытта еңел дә, уңайлы ла булырға тейеш. Заказсылар замандан ҡалышмай, эш кейеме моделдәрен даими камиллаштырырға ынтыла.
Мәҫәлән, бөгөн беҙ Рәсәй тимер юлдары компанияһы өсөн яңы төр туҡыманан, яңы модель буйынса тегелгән кейем өлгөләрен әҙер­ләйбеҙ. Ошо көндәрҙә тендер ойоштороласаҡ. Әгәр ҙә беҙҙең өлгөләргә өҫтөнлөк бирелһә, икенсе ярты йыллыҡтан ҙур заказ буйынса эш башлаясаҡбыҙ, – ти Фәйрүзә Ғәйдәни ҡыҙы.
Әлбиттә, ҡатмарлы кейем тегеү өсөн заманса ҡорамалдар, яңы технологиялар ҡулланып эш итер кәрәк. Фабрика уларҙы даими яңыртып тора. Һуңғы өс йылда ғына 62 миллион һумлыҡ 142 берәмек ҡорамал һатып алынған.
Хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын күтәреүгә лә ҙур иғтибар бүленә.
Былтыр көҙ фабриканың 112 хеҙмәткәре “Демография” милли проектына ярашлы һөнәри әҙерлек һәм квалификация күтәреү курстары үткән.

Өс ай дауамында белем алыусылар автомат тегеү машиналарын хеҙмәтләндереү йәһәтенән белемен, оҫталығын камиллаш­тырған, юғары етештереүсәнлек серҙәренә төшөнгән, менеджмент йүнәлештәрен өйрәнгән, финанс һәм һанлы технологиялар буйынса грамоталылығын арттырған.


Барыһы ла хеҙмәткәрҙең үҙенән тора


Һөҙөмтәле эш өсөн фабрикала бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Ауылдарҙан йөрөп эшлә­гәндәргә автобус та бүленгән.

Иманғол ауылында йәшәгән Гүзәлиә Та­жет­динова – алты бала әсәһе, ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, тормош иптәше йәшләй мәрхүм була.

– Фабрикаһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым, балаларымды аяҡҡа баҫтырыуы бик ауыр булыр ине. Хеҙмәт ха­ҡы ме­нән ҡәнәғәтмен, төрлө социаль ярҙам да даими күрһәтелә. Эш гра­фигы ла бик уңайлы, ауылы­быҙҙан автобус менән килеп алалар, эштән һуң алып ҡайталар. Коллек­тивыбыҙ татыу, бер ғаиләгә әйләнеп бөткәнбеҙ, – ти ете йыл тегенсе-оператор булып эшләүсе алдынғы хеҙмәткәр.
Фабрикала Учалынан ғына түгел, күрше райондарҙан да вахта ысулы менән килеп эшләүселәр бар. Өфө эш кейеме комбинаты ситтән килгән хеҙмәткәрҙәр өсөн дөйөм ятаҡ төҙөтә.
Рәзилә Ишбаева Бөрйән районы Мәһәҙей ауылында йәшәй. Өфөлә тегенсе һөнәренә уҡый. Өйҙә заказдар буйынса ла эшләп ала. Былтыр ноябрҙә Учалы тегеү фабри­каһына эшкә урынлаша.
– Өйрәнеп киткәнсе тәжрибәле остаз бер­кеттеләр. Эш процесы автомат­лаш­тырылған, шуға күрә компьютерҙы яҡшы белеү ҙә кәрәк. Беренсе өс айҙа стипендия тү­ләнде. Ҡыҫҡа ҡына ваҡыт эсендә коллективҡа өйрәнеп тә киттем. 15 көн эшләйем, 15 көн ял итәм. Ятаҡ­та йәшәр өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған: иркен аш-һыу бүл­мәһе, душ инеү, ял итеү урындары ла бар. Кер йыуыу өсөн махсус урында автомат машиналар ҡу­йылған, һыуытҡыс, микро­тулҡынлы мейес, телевизор ҙа хәстәрләнгән. Өҫтәүенә, юлға киткән сығымдар ҙа ҡаплана. Эш хаҡы ҡәнә­ғәтләнерлек, хеҙмәт күләменә ҡарап түләнә. Күпме көс түгәһең, шунса аҡса алаһың. Барыһы ла үҙеңдән тора, – ти хеҙмәткәр.


Талаптар теүәл үтәлгәс, эштә тотҡарлыҡ юҡ


Билдәле, бар донъяны хәүефкә һалған коронавирус инфекцияһы эре сәнәғәт предприятиелары эш­мәкәрлегенә йоғонто яһамай ҡал­маны. Ә Учалы тегеү фабрикаһы пандемияның ҡыҙған ваҡытында ла хеҙмәтен бер көнгә лә туҡтатманы.
– Предприятиебыҙҙа эшләүсе­ләр­ҙең күбеһе – ҡатын-ҡыҙ. Бай­тағы – ғаиләлә берҙән-бер аҡса эшләүсе, ҡайһы берәү­ҙә­ренең ире төрлө сәбәп менән эшһеҙ ҡалған. Әгәр пандемия ваҡытында фабрика туҡтап ҡалһа, күҙ алдына килтерегеҙ, ул ғаиләләр менән нимә булыр ине?
Икенсенән, ниндәйҙер арала эшләмәһәк, заказсыларыбыҙҙы ла юғалтыр инек. Ҡорамалдарҙы ла оҙаҡ ваҡытҡа туҡтатырға ярамай, – ти предприятие директоры.
Шуны ла билдәләп үтеү мөһим: фабрикала яҙғы пандемия ваҡы­тында бер генә кеше лә ауыры­маған, инфекция йоҡтормаған. Былар барыһы ла – хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәү һөҙөмтәһе.
Ағымдағы йылдың май айында битлектәр етештереү маҡсатында яңы линия сафҡа ингән. Панде­мияның иң ҡоторған мәлендә сменаһына 60 мең битлек сығарып, күпме яҡташтарын аяуһыҙ сирҙән һаҡлап алып ҡалды икән Учалы тегенселәре! Улай ғына түгел, ауыр осорҙа фабрика Учалы үҙәк дауаханаһы, “Урал” шифаханаларына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә – “ҡыҙыл зона”ла көрәшеүсе табиптарҙы махсус кейемдәр менән тәьмин итә.


Һәр ҡайҙа ла әүҙемдәр


Предприятие ҡала-райондың йәмәғәт тормошонда, төрлө мәҙәни, спорт сараларының уртаһында ҡайнай. Фабрикала профсоюз ко­митеты актив эшләй. Ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙың ялын, буш ваҡытын фай­ҙалы итеп ойош­тороуҙы, сәләмәт­леген нығытыуҙы, балала­рын, ғаиләләрен хәстәрләүҙе тәү маҡсат итеп алған ойошма. Фәйрүзә Ғәй­дәни ҡыҙы үҙе әсәй, өләсәй була­раҡ та был мәсьәләгә етди ҡарай.
– Ҡатын-ҡыҙ – ғаилә тотҡаһы, ата-әсәләр йыйылышына, байрам­дарға, башҡа сара­ларға ла, ғәҙәттә, әсәйҙәр йөрөй, балалары ауырып китһә, әсә кеше больничныйға сыға. Коллективыбыҙ тулыһынса тиерлек ҡатын-ҡыҙҙарҙан торғас, беҙ был хәлгә аңлап ҡарайбыҙ. Предприятие иҫәбенә шифа­ханаға курсовкалар, йәйге осорҙа балаларға ял лагерҙарына путевкалар, байрам­дарҙа бүләктәр хәстәрләргә тыры­шабыҙ. Шулай ҙа был бик аҙ, фабрика иҫәбенә генә беҙ һәр кемдең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмай­быҙ. Дәүләтебеҙ ғаилә сәйәсәтенә иғтибарын тағы ла нығыраҡ арттыр­һа ине, – тигән теләген белдерҙе етәксе.
Һуңғы йылдарҙа әле ул, әле был предприятиела ҡыҫҡартыуҙар булған, оптимал­ләштереү саралары күрелгән, тигән хәбәрҙәр йыш ише­телгән осорҙа Учалы тегеү фабри­каһының, киреһенсә, көндән-көн үҫеш кисереүе, заказдары артыуы, матди-техник базаһы нығы­ныуы бында тырыштар хеҙмәт ите­үе, ойоштороу сәйәсәтенең дөрөҫ алып барылыуы тураһында һөйләй.
Ярты быуатлыҡ данлы тарихы булған фаб­риканың өлгәшәһе уңыштары алдалыр әле.

Читайте нас