Быға тиклем хәбәр иткәйнек: DOBRO.RU платформаһында Рәсәй кимәлендәге мөһим проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү өсөн ирекмәндәрҙе теркәү дауам итә. Улар төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирәсәк.
2022 йылда төҙөкләндереү талап ителгән йәмәғәт киңлектәре өсөн тауыш биреү биш аҙна дауамында барасаҡ: 26 апрелдән 30 майға тиклем. Тимәк, Башҡортостан граждандары парктарҙы, скверҙарҙы, яр буйҙарын, урамдарҙы һайлай аласаҡ, уларҙы төҙөкләндереүгә ҡаҙна саралары йүнәлтеләсәк.
...Зарина Ҡаҙаҡбаева – ярайһы уҡ тәжрибәле ирекмән. Быға тиклем ул ШОС и БРИКС саммиттарында эшләгән, ә пандемия осоронда ҡурсаланыу режимында булған граждандарға ярҙам иткән. Зарина М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 4-се курсында белем ала. Әүҙем ҡыҙҙың пландары ҙур: тәжрибәле ирекмән кешеләргә үҙҙәре йәшәгән мөхитте матурыраҡ итеүҙә ярҙам күрһәтмәксе.
Был проектың үҙенсәлеге шунда: һәр кеше төҙөкләндереү объектын фәҡәт үҙе һайлай ала, тик был хаҡта күптәр белеп бөтмәй. Ирекмәндәрҙең бурысы – халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһының мөмкинлектәренә төшөндөрөү.
Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, иң шәп 560 ирекмән һайлап алынасаҡ, улар һәр ҡала һәм районда эшләйәсәк, кешеләрҙән һорау аласаҡ, тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡырасаҡ. Мәғлүм булыуынса, ирекмән булып Добро.Ру. сайтында 22 мартҡа тиклем теркәлергә мөмкин.
Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау хәрәкәте үҙәге етәксеһе Илшат Бикҡолов түбәндәге үҙенсәлектәрҙе иҫкә төшөрә: 29 марттан 19 апрелгәсә ирекмәндәр өсөн федераль кимәлдә уҡыуҙар ойоштороласаҡ.
Федераль программа эшләгән ике йылда Башҡортостанда 288 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелгән, быйыл уларға тағы ла 130 объект өҫтәләсәк.