Ҡиәфәтең оҙағыраҡ йәш, матур ҡалһын өсөн башҡа төрлө ҡағиҙәләрҙе лә үтәгәнең хәйерле.
Алама ғәҙәттәрҙән (алкоголле эсемлек, тәмәке тартыу) ҡотолоу. Улар ҡан тамырҙарының эшмәкәрлеген боҙа, ә был тиренең тиҙерәк ҡартайыуына булышлыҡ итә.
Дөрөҫ туҡланыу. Хәҙер йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә дөрөҫ туҡланыуға иғтибар итә башланы, шуныһы ҡыуаныслы. Айырыуса урта йәштәрҙән алып газлы эсемлектәрҙән, артыҡ татлы йә майлы аҙыҡтан баш тартырға кәрәк. Йәш артҡан һайын, организмға бындай ҡатмарлы аҙыҡты үҙләштереү ҡыйыныраҡ. Был иһә холестерин артыуға, ҡанда шәкәр күтәрелеүгә илтә. Бит тиреһенең төҫө лә, уның торошо ла яҡшы яҡҡа үҙгәрмәй, әлбиттә. Ҡайһы саҡта үҙеңдең яратҡан аҙығыңды ашап алырға мөмкин, бары һәр нәмәлә сама белергә кәрәк.
Унан, өлкәнерәк йәштә организмға омега-3 майлы аминокислоталары күберәк талап ителә. Улар ҡан тамырҙары эшмәкәрлеге өсөн ныҡ мөһим. Омега-3 майҙары балыҡ итендә күп. Шуға ла аҙнаһына бер-ике тапҡыр балыҡ ашап алыу бигерәк тә файҙалы.
Һыуҙы етерлек эсеү. Көнөнә ике – ике литр ярым һыу эсергә кәрәк, тигәнде бөтәһе лә ишетеп белә. Һыу бар тереклек өсөн иң мөһим нәмәнең береһе шул.
Иртән торғас та бер стакан йылымыс һыу эсеүҙе ғәҙәт итегеҙ. Бер нисә тамсы лимон һуты өҫтәп ебәрһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ. Был организмға “уянырға” ярҙам итер һәм ашҡаҙан-эсәк юлын эшләтеп ебәрер.
Ашарҙан 30 минут алда ла һыу эсеп алыу файҙалы. Был артығын ашап ташлауҙан ҡотҡарыр. Һыу етерлек эселһә, һырҙар яҙыла, тимәк, йәш сырайлы булып ҡалаһың.
Физик әүҙемлек. Уның ҡанды кислород менән байытырға, ҡан әйләнешен яҡшыртырға ярҙам иткәнен һәр кем белә. Бынан тыш, спорт артыҡ тән ауырлығынан арындыра, тән тиреһен тығыҙ ҙа, һығылмалы ла итә. Өйҙә лә ҡатмарлы булмаған физик күнегеүҙәр эшләп алырға мөмкин.
Бит тиреһенә гимнастика. Эпидермистың (тиренең тышҡы ҡаты) тығыҙлығын һаҡлар, мимик һырҙарҙы яҙып ебәрер өсөн бит тиреһе мускулдарына махсус күнекмәләр ҙә бар. Уларҙы даими рәүештә һәм, әлбиттә, дөрөҫ итеп эшләү мимика мускулдарын йомшарта, уларҙың тонусын яйға һала. Бынан тыш, мускулдар системаһы тергеҙелә, ҡан әйләнеше, лимфаның ситкә ағышы көсәйә. Шуға ла тире ҡатламы тығыҙланып китә, тигеҙләнә.
Биткә массаж яһау ҙа ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә. Тик был эшкә бик белеп, һаҡ тотонорға кәрәк.
Тән тиреһен, сәсте, тырнаҡтарҙы тәрбиәле тотоу. Был пунктҡа шулай уҡ тәрбиәләүсе косметик саралар инә. Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен ҡулдары әйтеп бирә, тиҙәр. Тырнаҡтар оҙон итеп үҫтерелмәһә лә, улар таҙа, тигеҙ итеп ҡырҡылған; сағыу түгел, әммә килешле буяу менән ҡапланған; ҡул тиреһе тәрбиәле, шыма икән, был шунда уҡ “тәрбиәле, үҙ-үҙен яратҡан, ҡараған ҡатын” тигән тойғо ҡалдыра, шулай бит.
Кейемде, прическаны дөрөҫ һайлау паспорттағы йәшеңә ҡарағанда күпкә йәшерәк күренергә ярҙам итә ала. Тоҡ рәүешле һәлберәп торған, уңған, төҫө ҡиәфәтеңә тап килмәгән кейем үҙ йәшеңә әллә нисә йыл өҫтәргә һәләтле. Киреһенсә, заманса тегелешле, төҫө йөҙ-ҡиәфәтеңде асып, балҡытып ебәргән кейем, килешле итеп киҫтерелгән сәс иһә бер нисә йылға йәшәртә. Әйткәндәй, ҡып-ҡыҫҡа, “малайҙарса” итеп алдырылған сәс йәшәртә тигән хаталаныу бар. Ундай бигерәк ҡыҫҡа сәс, ни тиһәң дә, йәштәргә генә килешә. Ә “затлы” йәштәге ханымдарҙың сәс оҙонлоғо яурын кимәленән артмаһа, иң матуры шул. Сәстең төҫөн бер аҙ үҙгәртеү ҙә насар булмаҫ.
Бынан тыш, йоҡоң туйғансы йоҡларға тырышырға кәрәк. Хәҙерге заман ритмында, етмәһә, ҙур ғаилә ҡараған ханымдарға был бойомға ашмаҫ хыял кеүек тә күренә, әлбиттә. Шулай ҙа һәр беребеҙ үҙен яратырға, хәстәрләргә хоҡуҡлы. Көс-ҡеүәт етерлек икән, тимәк, һеҙҙең кәйефегеҙ ҙә яҡшыраҡ, эште лә тиҙерәк башҡарырға һәләтлеһегеҙ. Ә тәүлегенә һигеҙ сәғәттән дә кәмерәк йоҡлау организмды тиҙ арыта, хәлһеҙлеккә, иғтибар тарҡалыуға килтерә. Былары инде стресс хәленә илтә. Киске 10-дан төнгө икегә тиклем ара организмға хәл йыйыр өсөн иң һиммәтле ваҡыт тип һанала.